Башҡортостан археологтары Урал аръяғында 32 археология ҡомартҡыһын асыҡлаған, уларҙың составына дөйөм алғанда 112 ҡурған инә. Иң ҙур ҡәберлек 30 ҡурғандан тора. Яңы ҡомартҡылар дистанцион ысул менән мәҙәни мираҫ объекты территорияһында "Ирәндек ере" иҫтәлекле урынында табылған. Урындағы тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, иң ҙур ҡурғандарҙың диаметры 40 м һәм бейеклеге 1,5 м тиклемгә етә. Уларҙың күп өлөшө Кәрешкә ауылынан Урғаҙа ауылына тиклемге участкала бейек участкаларҙа урынлашҡан. Ғалимдарҙы бер нисә ҡәберлектең көтөлмәгән урындарҙа — түбән, ябыҡ үҙәндәрҙә һәм тарлауыҡтарҙа табылыуы ғәжәпләндергән.
Белгестәрҙең бындай участкаларҙа эшләүенең ҡатмарлылығы шунда: ҡайһы берҙә һөрөлгән объекттарҙы күреп ҡалыуы ауыр, бигерәк тә баҫыуҙар сәселгән осраҡта. Бынан тыш, был ҙур территориялар, уларҙың барыһын да ҡарап үтеүе ауыр. Әммә территорияны цифрлаштырыу (йәғни дистанцион өйрәнеү) 0,1 - 0,2 м бейеклектәге ҡурғандарҙы асыҡларға мөмкинлек бирә. Хәҙер төп бурыс - ҡәберлек биләмәләрен хужалыҡ әйләнешенән сығарыу. Яҡынса, уларҙың күп өлөшө иртә тимер быуат осорона ҡарай. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең көндәргә шул килеш килеп еткән.
Дөйөм алғанда, Ирәндек тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығын, Баймаҡ районы кеүек үк, ҙур тарихи-мәҙәни киңлек тип атарға мөмкин. Боронғо заманда ул тығыҙ урынлашҡан булған. Быны аныҡ һандар раҫлай: бында 800-ҙән ашыу археология ҡомартҡыһы урынлашҡан, Ә бөтә Башҡортостан территорияһында 4000-дән ашыу археологик мираҫ объекты теркәлгән.