Баймаҡ ҡалаһының миграция бүлексәһендә Рушан Мифтахетдинов етәкселегендә 7 кеше эшләй. Улар Рәсәй, сит ил паспорты биреү, йәшәү урындарына теркәү, төшөрөү, шулай уҡ районға килгән сит ил граждандарын контролдә тотоу буйынса эш алып бара.
Быйыл районда 1847 кешегә Рәсәй паспорты бирелгән, 1095 сит ил паспорты эшләнгән, 2129 кеше йәшәү урыны буйынса иҫәпкә ҡуйылған, 2092 - е иҫәптән төшөрөлгән.
«Беҙҙә миграция мәсьәләһе буйынса эштәр ойошҡанлы бара. Сит ил граждандары миграцион теркәлеүҙе боҙһа, улар яуапҡа тарттырыла. Шулай уҡ аҡса эшләү маҡсаты менән килгән мигранттарҙы, бүлеккә хәбәр итмәйенсә үҙ торлаҡтарына индереүселәр административ яуапҡа тарттырыла. Рәсәй территорияһында йәшәү ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта үҙ илдәренә ҡайтарыла. «Улар менән беҙ даими рәүештә рейдтар үткәреп торабыҙ. Уҙған аҙнала Сибай ҡалаһы ФСБ - һы менән берлектә рейд ойошторолдо. Дүрт тәртип боҙоу осрағы теркәлде. Бер сит ил гражданы суд аша үҙ иленә ҡайтарылды. Беҙҙең эшебеҙ бының менән генә сикләнмәй, полиция бүлегенә дежурлыҡҡа сығабыҙ, улар менән район буйынса үткәрелгән рейдтарҙа ҡатнашабыҙ, командировкаларға йөрөйбөҙ», - тип һүҙен йомғаҡланы миграция бүлеге начальнигы Рушан Салауат улы һәм етеп килгән һөнәри байрамдары уңайынан коллегаларын, шулай уҡ ошо өлкәлә оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Нурмөхәмәт Исхаҡовты, Айытбикә Арсланованы, Гүзәл Игебаеваны, Әҡлимә Иҫәнғолованы ҡотлап, изге теләктәрен дә еткерҙе.
Миграция бүлексәһендә үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шуларҙың береһе - Гөлфиә Сарина. Белгес-эксперт вазифаһында ул - 2006 йылдан. Һәр кем менән ипле аралашҡан, ярҙам һорап килеүселәрҙең барыһын да иғтибар менән тыңлаған, эшен намыҫ менән башҡарған хеҙмәткәр коллективта ла, халыҡ араһында ла абруй ҡаҙанған. «Үҙ эшемде шул тиклем яратып башҡарам. Оҙайлы ялдарҙан һуң, эшемә ашҡынып, һағынып киләм. Паспорт төп документ, уны дөрөҫ тултырыу яуаплылыҡ талап итә. Әммә был миңә ныҡ оҡшай. Коллегаларым да бик һәйбәт. Һәр кем үҙ иңенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы башҡара», - тип үҙенең фекерҙәре менән бүлеште был өлкәлә егерме йылға яҡын эшләүсе Гөлфиә Әхмәт ҡыҙы.