Баймаҡ районының эске эштәр бүлегендә тәфтиш, енәйәт эшен эҙәрлекләү, тикшереү, патруль-пост, кинолог, миграция хеҙмәттәре, изолятор, шәхси состав менән эш итеү төркөмө, штаб, дежур һәм башҡа бүлексәләр бар. Унда үҙ эштәренә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Шуларҙың береһе - штабта ун йыл эшләүсе өлкән лейтенант Айгөл Исмәғилева. Таулыҡай ауылы ҡыҙы 2014 йылда эске эштәр бүлегендә штаб аналитигы булып эш башлай. Йәш белгес 2019 йылда аттестация үтә. Һәм шул йылдан әлегәсә штабта. Уға анализлау, контроль һәм планлаштырыу бурысы йөкмәтелгән.
«Минең эшем бөтә бүлексәләрҙең эш һөҙөмтәләре менән бәйле. Районда булған енәйәттәр, уларҙы ҡылыусы, эш боҙоусылар исемлеге, суд ҡарары, төрлө документ-ҡағыҙҙарҙы барлау - барыһын да базаға индерәм. Эшем оҡшай, шуға ла уны күңел һалып башҡарам», - ти ул. А.Исмәғилеваның намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһалана. Республика, райондан бирелгән күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары быға дәлил.
«Айгөл Салих ҡыҙы үҙенә беркетелгән барлыҡ эштәрҙе күңел һалып башҡара. Тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан, ул ярҙамға килергә әҙер. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған коллегабыҙ менән ғорурланабыҙ һәм артабанғы эшендә лә уңышлыҡ теләйбеҙ»,- ти штаб начальнигы Зөлфиә Исламғолова.
Эйе, кеше эше менән маҡтаулы. Тырыш, яуаплы хеҙмәткәр Айгөл Салих ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел!