Ғаилә йылы
10 Ноябрь 2024, 06:00

Ауырыу йоҡтормау өсөн нимә эшләргә?

Ә һеҙ ҡышҡы һауаның организмды нығытыуын, ғүмерҙе оҙайтыуын белә инегеҙме? Табиптар ҡышҡыһын нисек ауырымаҫҡа, саф һауаны нисек шифаға әйләндереү тураһында кәңәштәрен еткерҙе...

Иң тәүҙә сәләмәт туҡланыу талап ителә. Рационда емеш-еләк, йәшелсә, һөт ризыҡтары, ит һәм балыҡ, йомортҡа булырға тейеш.

Һарымһаҡ, үлән сәйҙәре, һуттар, сәтләүек һәм бал иммунитетты нығытырға ярҙам итәсәк. Өҫтәмә рәүештә витамин комплекстарын ҡулланыу кәңәш ителә.

Һаулыҡ өсөн физик әүҙемлек мөһим. Иртәнге зарядка, саңғыла йөрөү – былар барыһы ла организмды нығытырға ярҙам итә. Шулай уҡ саф һауала даими йөрөү талап ителә. Һалҡын таҙа һауа организмды нығыта. Йөрөү өсөн парктарҙы, скверҙарҙы һайлау яҡшыраҡ, халыҡ күп йыйылған йәмәғәт урындарынан ҡасыу яҡшыраҡ.

Кейем һәм аяҡ кейеме йылы, еңел һәм һыу үткәрмәҫ булырға тейеш.

Ҡышҡы осорҙа йылытыу приборҙары даими эшләгәнлектән һауа киптерелә. Шуға күрә вирустар ныҡ әүҙемләшә. Быны булдырмау өсөн биналарҙы даими елләтеү һәм һауаны дымландырыу зарур.

Һау булайыҡ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас