Ғаилә йылы
9 Ноябрь 2024, 06:55

Кәбеҫтә шыптырҙа - тиҙ һәм тәмле

Банкаларҙы ҡайҙа ҡуйырға тип аптыранғансы, кәбеҫтәне ошолай тоҙлайыҡ. 1 кг кәбеҫтәгә 1 кишер, берәр аш ҡалағы тоҙ һәм шәкәр кәрәк була.

Кәбеҫтәне үҙегеҙгә оҡшағанса турағыҙ, кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәреп болғатығыҙ. Шәкәр һәм тоҙ өҫтәп шыптыр моҡсайҙарға һалығыҙ. Ауыҙын ныҡлап бәйләгеҙ йә төйнәгеҙ. Һыуыҡысҡа һалабыҙ. 6 сәғәттән шыптырҙарҙы алып һелкетеп кире һалабыҙ. Ваҡыты менән шулай һыуытҡыстан алып һелкетеп кире һалырға кәрәк. 

Бындай кәбеҫтә 2 көндән әҙер була. Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас