Ошо көндәрҙә йәшлек дуҫыбыҙ, яратҡан класташыбыҙ, изге йөрәкле, шәп табип Айытҡолов Рәмил Рәхмәтулла улы беҙҙе тере етем итеп, мәңгелеккә ҡалдырып китте.
Рәмил Рәхмәтулла улы 1954 йылда тыуған. 1972 йылда урта мәктәпте тамамлай. Унан Башҡорт дәүләт медицина институтында табип һөнәрен үҙләштерә. Хеҙмәт юлын Түбә участҡа табибы булып башлай. 1983-1984 йылдарҙа Баймаҡ поликлиникаһында баш табип, “Йылайыр” совхоз-техникумы дауаханаһында терапевт-хирург, Сибай ҡалаһында терапевт-профпатолог булып эшләй. Класташыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. 1999 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелде. Бынан тыш, ул күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары менән бүләкләнде. Шулай ҙа иң ҙур баһа – пациенттарының рәхмәт һүҙҙәрелер, моғайын. “Ауырыған саҡта тәү сиратта уға мөрәжәғәт итергә кәрәк, ул медицинаның бөтә өлкәләрен дә яҡшы белә һәм төрлө ауырыуҙарҙы таный һәм дауалай ала”, “Мине күптән яфалаған проблема менән был мөғжизәле патологҡа эләктем. Барыһы ла үҙгәрҙе. Хәҙер мин киләсәккә ышаныс менән ҡарай алам, ярҙамы өсөн бик рәхмәтлемен”, “Үҙ эшенең оҫтаһы. Минең ҡатмарлы медицина проблемаһын тиҙ хәл итте. Рәхмәт! Уның профессионаллеге һәм хәстәрлеге арҡаһында мин үҙемде күпкә яҡшыраҡ тоям”, “Бик яҡшы белгес. Ул ҡуйған диагноз һәм тәҡдим иткән дауалауы юғары кимәлдә ине. Уның ярҙамы менән ҡабаттан тормоштоң шатлыҡлы мәлдәрен кисерҙем” һ.б.
Рәмил класташыбыҙ Венераның тоғро тормош юлдашы, балаларының, туғандарының ышаныслы терәге, Урал аръяғы райондарында йәшәгән кешеләрҙең оло ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, ысын мәғәнәһендә көслө табип ине. Кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдырып, матур тормош юлы үтте. Ул тыныс холоҡло, кешелекле, кеселекле, ихлас, аҙ һүҙле ир-уҙаман булды. Көн тимәй, төн тимәй, бар кешегә лә тигеҙ ҡарап, ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Рәмил шулай уҡ ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны, матур йырланы, дәртле бейеүсе булды. Класташтар осрашыуҙарының йәме һәм йәне ине. Һағынырбыҙ, юҡһынырбыҙ. Йөрәк түрендә тәрән, юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙың.
Ҡәҙерле Рәмил дуҫыбыҙҙың урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Класташыбыҙ Венера Сабир ҡыҙының, уландарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сабырлыҡ, түҙемлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Тыныс йоҡла, урындарың
Ожмахтарҙың булһын түрендә.
Һағынабыҙ, һине юҡһынабыҙ,
Һаҡланырһың һәр саҡ күңелдә!
Онотмабыҙ һине мәңге,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Уңған, йомарт, киң күңелле инең,
Һин дә ине донъя йәмдәре.
Һин һәр ваҡыт беҙҙең йөрәктәрҙә,
Йәннәттәрҙә булһын йәндәрең.
Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатын 1972 йылда тамамлаусы 10-сы “Д” класы уҡыусылары.