Юбиляр түрҙе биҙәр
Көслө рухлы һәм уңған ханым
Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙы Маннапова Баймаҡ районының ҡая таштарын ҡосҡан Ирәндек тауы буйындағы хозур тәбиғәтле, саф һауалы, сылтырап аҡҡан таҙа шишмәле Бәхтигәрәй ауылында донъяға килә. Һигеҙ балалы ғаиләлә өсөнсө ҡыҙ була ул.
Бәләкәйҙән тырыш, үҙенең алдына ҡуйған маҡсатына өлгәшеүсән булып үҫә. Иҫәп-хисапҡа әүәҫ була. Шуға күрәлерме ата-әсәһе магазинға Миңлегөлдө йөрөтә. Өйҙәге мал-тыуар, ҡош-ҡорттоң да иҫәбен алып бара ул. Шуға күрә Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлағас, үҙе теләп Муллаҡай ауыл Советына кассир булып эшкә төшә. Шулай итеп үҙенең буласаҡ һөнәрен һынап ҡарарға уйлай. Ике йыл эшләгәндән һуң Благовещен ҡалаһына бухгалтерҙар училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, Баймаҡҡа ҡайта. Бында йәш белгесте район Советы башҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире В.Т. Пендюриндың тәҡдиме буйынса Билал ауыл Советына баш бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул 1977 йылға тиклем эшләй. Унан һуң бер аҙ Түбә ҡасабаһында баш бухгалтер булып эшләй. 1979 йылда район хакимиәтенә бухгалтер-кассир итеп эшкә саҡыралар. Ә 1991 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙы район хакимиәтенең баш бухгалтеры булып эшләй. Тәүге көндәрҙән үк тырышлығы, эшһөйәрлеге, тәртип һәм теүәллекте яратыуы менән эшләгән коллективында ихтирам яулай. Эше менән бер рәттән Сибайҙың политехник колледжын ситтән тороп уңышлы тамамлай.
Һөнәренең бөтә нескәлектәтен төшөнөр өсөн бар көсөн, һәләтен, күңелен биреп эшләй. Үҙенә ышанып тапшырылған һәр эште еренә еткереп, ваҡытында башҡара һәм бай тәжрибә туплай. Коллегалары әйтеүенсә, ул гел заман бергә атларға тырыша. Эш дәүерендә төп эше менән бер рәттән, архитектура, йәштәр, социаль тәьмин итеү бүлектәре, ветерандар советы, һайлау, халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары бухгалтерияһын да алып бара. Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙы юлында һәр саҡ яҡшы кешеләр осрауына һөйөнә. Хеҙмәттәштәр һәм етәкселәр менән дә уңа. Районда етәксе булған Ә.З. Сәйғәфәров, Р.Ә. Сырлыбаев, Ф.Х. Ғәлин, Ә.Ә. Ниғмәтуллин, И.Х. Ситдыҡов, Р.Р. Сәйетов, Ф.Ғ. Әминев менән дә уртаҡ тел табып эшләй. Әлеге көндә ул, хаҡлы ялға сыҡһа ла, район ветерандар советы һәм ҡоролтайҙың бухгалтерияһын алып бара.
Өйҙә ул һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле һәм наҙлы әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн ҡәҙерле өләсәй, оҫта хужабикә булып йәшәй. Йорто, баҡса тирәһе гөл-сәскәгә күмелеп, емеш еләктәре лә ишелеп үҫә. Тормош иптәше Ғәзиз Маннапов менән ике балаһына ла матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Көслө рухлы, балалары, яҡындары, туғандары өсөн өҙөлөп торған, ихтирам яулаған Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙы тормош һынауҙарына бирешмәйенсә алға атлай.
Мирза Абдуллин, район хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе.
Лена Заманова:
Мин Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙын 1974 йылдан алып беләм. Сөнки ул беҙҙең Билал ауылына эшкә килде. Беҙгә күрше йәшәгән Файза инәйгә фатирға төштө. Шунан беҙ ныҡ дуҫлашып, серләшеп киттек. Аҙаҡтан ауылға йәш уҡытыусы ҡыҙҙар килгәс, уларға мәктәптән фатир бирҙеләр. Миңлегөл шул ҡыҙҙар менән бергә йәшәргә сыҡты. Мин ул саҡта студент инем, әммә каникулға ҡайтҡанда һөйләшеп, клубта үткән сараларҙа ҡатнашып йөрөнөк. Ул ваҡытта Миңлегөл ап-аҡ йөҙлө, тулы кәүҙәле, һылыу ҡыҙ ине. Билалдағы иң һылыу ҡыҙҙарҙың береһе тип әйтһәм дә яңылышмаҫмын. Минең әле лә Миңлегөлдө күрһәм йәш саҡтағы шул ҡыҙ күҙ алдыма килә. Аҙаҡ мин үҙем уҡыуҙы бөтөп ҡайтҡас, Баймаҡта осрашырға тура килде. Һәм бына ошо йылдан алып 44 йыл аралашып йәшәйбеҙ. Миңлегөл эшһөйәрлеге һәм уңғанлығы менән һоҡландыра.
Кирәй Кәйекбирҙин:
Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар бергә эшләргә тура килде. Мин уны үҙенең эшенә үтә яуаплы ҡараған, үтә лә тыйнаҡ, эшен тәрән белгән профессионал кеше булараҡ беләм. Бер ваҡытта ла тауыш күтәреп йөрөмәй, үҙ эшен урын-еренә еткереп, ал-ял белмәй эшләп тик ултыра. Ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр килә лә китә, ә Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙы күпме башлыҡтар менән уртаҡ тел табып эшләй алды. Район Советы тарафынан бер ниндәй шелтәһеҙ эшләне, һәр саҡ маҡталып тик йөрөнө. Алдынғы ҡарашлы, үҙ эшен яратҡан, уны бөтә күңелен һалып башҡарған Миңлегөл Әбделхәй ҡыҙын оло юбилейын менән тәбрикләп, уға һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.