Ғаилә йылы
7 Ноябрь 2024, 11:00

Ғүмер көҙҙәре алтын уларҙың!

Буранбай ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ – атай-әсәйебеҙ Ҡояш Әғзәм ҡыҙы менән Зөбәйер Зекерииә улы Ишалиндар ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләне. Алтын туй, тип әйтеүе генә рәхәт. Ә ошо үҙе бер ғүмергә торошло йылдарҙа шатлығы ла, һағышы ла, еңеллектәре лә, ауырлыҡтары ла – барыһы ла булды. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡәҙерлеләребеҙ тормош һуҡмағынан етәкләшеп бергә-бергә баралар. Был үҙе үк ғорурлыҡ та, һоҡланғыс та тойғолар уята.  

Ғүмер көҙҙәре алтын уларҙың!Ғүмер көҙҙәре алтын уларҙың!
Ғүмер көҙҙәре алтын уларҙың!

Буранбай ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерлеләребеҙ – атай-әсәйебеҙ Ҡояш Әғзәм ҡыҙы менән Зөбәйер Зекерииә улы Ишалиндар ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләй. Алтын туй, тип әйтеүе генә рәхәт. Ә ошо үҙе бер ғүмергә торошло йылдарҙа шатлығы ла, һағышы ла, еңеллектәре лә, ауырлыҡтары ла – барыһы ла булды. Әммә, нисек кенә булмаһын, ҡәҙерлеләребеҙ тормош һуҡмағынан етәкләшеп бергә-бергә баралар. Был үҙе үк ғорурлыҡ та, һоҡланғыс та тойғолар уята.

Ишалиндар ғаиләһе 1974 йылдың 6 ноябрендә барлыҡҡа килә. Ғаилә башлығы Зөбәйер Зекерииә улы сығышы менән Таулыкай ауылынан. Әрме хеҙмәтен Германияла үтә. Әрменән ҡайтҡас, тыуған ауылындағы Ленин исемендәге колхозда ветеринар булып эшләй башлай. Тап ошо йылдарҙа ул ғүмерлек тормош юлдашын осрата. Ҡояш Әғзәм ҡыҙы был ваҡытта Буранбай мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп йөрөгән була. Йәш йөрәктәр тиҙҙән сәстәрен-сәскә бәйләргә хәл итә. Уларҙың икеһе лә һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡала. Береһе мал-тыуарҙы дауалаһа, икенсеһе балаларға белем бирә. Улар эшләгән эштәрендә абруй ҡаҙанып, лайыҡлы баһа ала. Әсәйебеҙ 38 йыл педагог булып эшләү дәүерендә мәғариф бүлегенең бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, Почет грамоталары алып һөйөндө. Абруйлы хеҙмәт ветераны шулай уҡ Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһына ла лайыҡ булды. Ҡәҙерлеләребеҙ әле хаҡлы ялда. Хеҙмәттәренең емештәрен татып, шөкөр итеп йәшәйҙәр.

Ҡояш һәм Зөбәйер Ишалиндар 50 йыл бергә йәшәгән ғүмер эсендә ете балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә һәм юғары белем биреп, оло тормош юлына оҙаталар. Ҡыҙҙары Айгөл менән Миләүшә М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла белем ала. Айгөл Сибай ҡалаһында төпләнә. Ул ата-әсәһенә дүрт ейән-ейәнсәр бүләк итә. Миләүшә тормош иптәше Азат менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Улар өс бала тәрбиәләй. Улдары Артур Себер яҡтарында инженер-эколог булып эшләй. Кәләше Альбина менән 2 бала үҫтерә. Илнар менән Лилиә БДУ-ла уҡып белем алды. Илнар ата-әсәһе янында төпләнеп, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Лилиә Өфөлә төпләнде. Кинйә улдары Шамил авиация-техник университетын тамамланы. Әле себер тарафтарында төп белгес булып эшләй.

Эйе, йәрең менән парлы тигеҙ ғүмер итеү – бәхет тәхетенең түре, фани донъя рәхәте. Бер нәмәлә мохтаж түгелбеҙ, Аллаһҡа шөкөр, тип рәхмәттәрен уҡып ултырған, бергә йәшәүҙәренең 50 йыллығын ҡаршылаған Ишалиндар ысын мәғәнәһендә бәхетле ғүмер кисерә. Ғүмер көҙҙәре алтын уларҙың!

Һәр яҡлап өлгө булып торған ата-әсәйебеҙҙе алтын туйҙары менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, алдығыҙҙа баш эйәбеҙ.

Иң изге теләктәр менән – улдарығыҙ Артур, Илнар, Шамил, ҡыҙҙарығыҙ Айгөл, Лилиә, Миләүшә, кейәүҙәрегеҙ Азат, киленегеҙ Альбина, ейәндәрегеҙ Илназ, Илшат, Батырша, Алдар, Тимур, ейәнсәрҙәрегеҙ Алина, Элина, Гөлгөл, Азалия.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас