Ғаилә йылы
1 Ноябрь 2024, 11:50

Таулыҡай ауылы

"Оҡшай миңә ошо ауыл. Өйҙәрҙең урынлашыуы ла билдәле бер тәртиптә, тигеҙ генәләр. Һәр йорт балҡып ултыра ",- тигән һүҙҙәрҙе лә ауылға ситтән ҡунаҡҡа килгән кешеләрҙән йыш ишетергә тура килә.

Таулыҡай ауылында тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Ауылға барып инеү менән күҙгә салынған төҙөклөгө, матурлығы быға дәлил.
Эшһөйәр халыҡ йорт эстәрен генә түгел, уның тышҡы йөҙөн дә һәр саҡ тәртиптә тота: замана талаптарына тура килтереп, махсус материалдар менән көпләй йә иһә буяй, ҡоймалар, һәр кемдең ихата яны баҡсалары ла төҙөк, яңы.
Район үҙәгенән төҙөлөш материалы ташыусы водитель дә ауыл халҡының тырышлығына һоҡланып: "Көн һайын Таулыҡайға төҙөлөш өсөн материалдар ташыйым. Егәрле кешеләр йәшәй бында",- тигән ине бер.
"Оҡшай миңә ошо ауыл. Өйҙәрҙең урынлашыуы ла билдәле бер тәртиптә, тигеҙ генәләр. Һәр йорт балҡып ултыра ",- тигән һүҙҙәрҙе лә ауылға ситтән ҡунаҡҡа килгән кешеләрҙән йыш ишетергә тура килә.
"Төҙөклөккә, таҙалыҡҡа һәр кем яуаплы ҡарай. Ауылыбыҙ матурлығы - шуның ыңғай һөҙөмтәһе",- таулыҡайҙар.
Афариндар!
Һеҙҙең иғтибарығыҙға Рифат Имамбаевтың Таулыҡай ауылын сағылдырған видеоһын тәҡдим итәбеҙ.

#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТаулыҡайАйыҡАуыл2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас