Ғаилә йылы
31 Октябрь 2024, 05:20

Имен-һау ҡайтырға яҙһын, батырҙар!

Тыныс ваҡытта һуғыш эсенә барып инеү һине үҙгәртмәй ҡалмай, әлбиттә. Әммә бар ихтыяр көсөңдө туплар кәрәк...

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ менән аралашыуҙы дауам итәбеҙ.

- Һуғышҡа үҙ теләгем менән киттем, контракт төҙөп. Минең ҡартатайҙарым да фашистарҙы дөмөктөргән. Хәҙер миңә сират. Тыныс ваҡытта һуғыш эсенә барып инеү һине үҙгәртмәй ҡалмай, әлбиттә. Әммә бар ихтыяр көсөңдө туплар кәрәк. Мин һуғышта йөрөп, ныҡлап дингә килдем. Сөнки шунһыҙ булмай. Бында ислам динендәге лә, христиан динендәге лә яугирҙәр бер-береһенә терәк. Беҙ намаҙ уҡығанда улар беҙҙе һаҡлай, уларҙың янына батюшкалары килеп, ғибәҙәттәре башланһа, беҙ уларҙы һаҡлайбыҙ. Бер дин дә насарлыҡҡа өйрәтмәй, ул көс бирә. Хоҙай Тәғәләгә һыйынғас, һуғыштың ауырлыҡтарын, юғалтыуҙарҙы ҡабул итеүе еңелерәк булып ҡалды. Үҙебеҙҙең имам Хәмзә Хафизов менән был хаҡта һөйләшәбеҙ. Рәхмәт уға, ул беҙгә бик шәп рухи терәк.

 

Имен-һау ҡайтырға яҙһын, батырҙарыбыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас