Ғаилә йылы
31 Октябрь 2024, 12:50

Бала рәнйеше алғанһығыҙ

Гөлъямал икенсе тәүлек йоҡлай алмайынса ошо һүҙҙәрҙе уйлап, өнһөҙ генә һыҡтай. Ире Ғилман уның һәр саҡ һытыҡ йөҙ менән йөрөүенә өйрәнеп киткән инде, артыҡ иғтибар бирмәй. “Ваҡытынан алда олоғайған бала. Башында аҡ яулыҡ...” Был билдәне әйтмәһә лә, Гөлъямал кем тураһында һүҙ барғанын яҡшы аңланы. Элек тә күңел түрендә выж­дан ғазабы ҡуҙғып ҡуя ине, ә хәҙер бөтөнләй тыныслығын юғалтты. Йә­шәүҙең мәғәнәһен, матур донъяһының йәмен юғалтты. Хәйер, ул күптән инде әсе һағыш һәм өмөт тойғолары ҡосағында ғүмер итә. Тик уйларға ла ҡурҡҡан ысынбарлыҡты ят кеше ҡысҡырып әйткәс, ҡатын упҡын ситенә килеп етеүен аңланы.Быйыл йәй ул 43 йәшен тултырасаҡ. Ике тапҡыр кейәүгә сығып та уңманы. Юҡ, ирҙәренә һүҙ тейҙерерлек түгел: икеһе лә уның өсөн өҙөлөп торҙо, үҙе лә яратты...

Бала рәнйеше алғанһығыҙБала рәнйеше алғанһығыҙ
Бала рәнйеше алғанһығыҙ
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас