Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе, Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите баҫманың элекке әүҙем хәбәрсеһе, арҙаҡлы шәхес, билдәле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың яҡты иҫтәлегенә арнап “Халҡына дан йырланы” исеме аҫтында ижади конкурс иғлан итә.
Конкурстың маҡсаты – ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү, уларҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү һәм йәш быуынға еткереү, ижади таланттарҙы асыҡлау.
Конкурс Азамат Тажетдинов иҫтәлегенә арнап мәктәп уҡыусылары, төрлө быуын вәкилдәре араһында шиғыр, хикәйә ижад итеүселәр бәйгеһе үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мәктәп уҡыусылары конкурсҡа нәҫер һәм ҡисса ла тәҡдим итергә мөмкин. Китаптарында халҡыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың тарихын, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен йәш быуынға еткереүгә күп көс һалған, әҫәрҙәрендә ил, милләт яҙмышы, тыуған ер, туған тел, йәшәү мәғәнәһе, ауыл тормошо кеүек актуаль темаларҙы күтәргән ижадсы булараҡ, Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа ебәрелгән эштәр ҙә ошондай йүнәлештә булырға тейеш.
Конкурста ҡатнашыусылар 2 хикәйә йәки 3 шиғыр тәҡдим итә ала. Бәйге мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр араһында айырым үткәрелә. Шиғыр һәм хикәйә ижад итеүселәр араһында өсәр призлы урын билдәләнә. Бынан тыш, дәртләндереү приздары ла ҡарала.
Сараны ойоштороу комитеты быйылдан конкурсҡа йәнә бер жанр – сәсәндәр ярышын индерергә ҡарар итте. Уй-фекерҙәр, хис-тойғолар мөмкин тиклем сәсәндәр ижад иткән жанрҙарҙа (эпос, ҡобайыр, бәйет, әйтеш, сеңләү һ.б.) бәйән ителергә тейеш. Шулай уҡ 2 әҫәр тәҡдим итергә кәрәк (музыкаль оҙатыу хуплана). Үрҙә телгә алынған жанрҙар кеүек, сәсәндәр ярышында ла төп тема - илһөйәрлек, телһөйәрлек, милли рух, шәхестәребеҙҙе, батырҙарыбыҙҙы данлау.
Сәсәндәр ярышы әйтеш формаһында айырым төркөмдә ойоштороласаҡ. Бының өсөн "Азамат Тажетдинов исемендәге конкурс: сәсәндәр ярышы" тип аталған төркөмгә үҙегеҙҙең ижади эшегеҙҙе һалырға кәрәк.
Сәсәндәр ярышында ла өс призлы урын билдәләнә, конкурс еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Ижади бәйгегә шәхестең тыуған төйәгендә – Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында 2025 йылдың июнендә йомғаҡ яһала.
Ижади эштәрҙе ilmira1312@mail.ru электрон почтаһына 2025 йылдың 10 майына тиклем ебәрергә кәрәк.
Ойоштороу комитеты.