Һаҡмар
-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
30 Октябрь , 22:25

Гонаһлы ҡыҙ

Ирен башҡа ҡатындар менән күҙ алдына килтереп бөтөнләй йоҡоһо оса. Ә Радик, эштән арып ҡайта ла йоҡларға ята. Ә Эльвира:- Әллә берәй ҡатын менән йөрөй микән? – тип, бөтөнләй ҡайғыға ҡала. Ғүмере буйы эргәһенән бер минутҡа ла ситкә ебәрмәй тотар, танһығы ҡанғансы яратыр ине. Тик тормош хәлдәре ул уйлағанса ғына бармай шул. Ошо сиренән һауығып эшкә сыҡһа, йәки балалары булһа ауыр булмаҫ, көнсөллөгө лә кәмер кеүек. Ҡасан килер ул көн. Бына тағы дауахананан сыҡты, ә алда – томан, билдәһеҙлек. Билдәһеҙлек. Бигерәк ауыр, ғазаплы. Бер туҡтауһыҙ йәнде кимерә. Табиптар ярты йылдан тағы килергә ҡушты. Бер нисә ҡатын уға күрәҙәсегә, халыҡ табибтарына барырға кәңәш итте, уларҙың адрестарын яҙып бирҙе.

Гонаһлы ҡыҙ
Гонаһлы ҡыҙ

Март ҡояшы иртән яуған ап аҡ ҡарға сағылып, күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Әйтерһең күктән сихри нурҙар ҡойолған. Шыршы ағастарына күпләп ҡар ҡунған. Шундай сафлыҡ. Айға яҡын урамға сыҡмай ятҡан кешегә бигерәк танһыҡ, тирә-яҡтағы хозурлыҡҡа ҡарап, һауаһын һулап туймаҫлыҡ.
Тышта уны күптән ире көтөп тора ине. Ул иренең ҡосағына ташланды. Радик ҡатынын үпте лә, әйберҙәрен күтәреп туҡталышҡа табан атланы. Йәш ҡатын тәтелдәп уның артынан эйәрҙе. Һөйләр һүҙҙәре күп йыйылғайны. Иренең баһадир кәүҙәһенә, киң күкрәгенә, муйыл кеүек ҡара күҙҙәренә күпме ҡараһа ла, ҡарап туймай ул. Һүҙгә һараныраҡ шул ире, нимә уйлағанын да белмәҫһең. Әле лә ҡатынын һүҙһеҙ генә тыңлап килә:
- Исмаһам һағындым! Һинһеҙ ҡыйын булды! - тип тә әйтмәйһең. Туҡтап саҡ ҡына ҡосаҡлап, үбеп ал, һағыныуым әҙерәк кәмеһен! - тине лә, Радигы һаман да туҡтамағас, тиҫкәре балалар кеүек, үҙ һүҙен һүҙ итер өсөндөрмө, юл ситендә өйөлөп торған ҡар өҫтөнә ултырҙы. Ире атлаған еренән туҡтап, ҡатыны янына килде. Ә ул иренең муйынына аҫылынып:
- Ҡосаҡла! Үп мине! - тип шыбырҙаны.
- Кит әле! Кешеләр йөрөй бит! Уңайһыҙ! Тиҙҙән ҡайтып етәбеҙ.
- Йөрөһөн! Уларҙа минең эшем юҡ! Һағындым! Шулай теләйем!
- Гел һинеңсә генә булырға тейешме ни? - тип яуапланы Радик.
- Ебегән! Үҙ ҡатыныңды ла үбергә ҡыйыулығың етмәй!- тип үпкәләп, алға атланы Эльвира:
- Яратмай ахырыһы. Мин дауахнала ятҡанда берәйһен тапҡандыр. Ауырыу ҡатын кемгә кәрәк инде. Уға бала кәрәк, ә мин бала табыу түгел, үҙем менән артабан нимә булырын да белмәйем, - тип әсенеп уйланды. Ауырый башлағаны бирле үҙен кешенән кәм күреп, юҡҡа-барға үпкәләп бара шул. Уйҙарын иренә белгертергә теләмәһә лә, ирекһеҙҙән күҙ йәштәре бите буйлап тәгәрәп төштө. Радик та уны һиҙҙе:
- Йүләркәйем! Һағындым һине! Үлеп һағындым! - тине лә, әйберҙәрен юлдың уртаһына ҡуйып, ҡатынын ҡосаҡлап алды. Ике йән бергә ҡушылғандай, бер береһенә һыйынып оҙаҡ торҙо. Кешеләр сәйерһенеп тә, аптырап та ҡарап уҙҙылар:
- Хәҙер йәштәр бигерәк оятһыҙ, юл уртаһында ҡосаҡлашып торалар, - тип әйтеп, үтеүселәргә лә иғтибар итмәне йәштәр, сөнки һәр береһенең башында төрлө уйҙар өйөрмөһе өйөрөлә ине. Бығаса булған тормоштары йәшен тиҙлеге менән зиһендәрен ярып үтте.
Радиктың Эльвираға тиклем дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙары күп булды. Ләйсән хатта уны армияға оҙатып, көтөп алды, өйләнешергә һүҙ бирешеп ҡуйғандар ине. Нисектер уңайлы форсатын тура килтерә алмайса, ҡауышыу сәғәтен һуҙҙылар ҙа һуҙҙылар. Йәнәһе, хәҙер бер ни ҙә айыра алмаҫ, улар фәҡәт бергә булырға тыуғандар. Тик яҙмыш башҡаса яҙылғандыр күрәһең. Радик эшләгән төҙөлөш ойошмаһын яңы районға ебәрҙеләр. Ҡала тибындағы ҡасабала эштәре бөтөп бара, оҙаҡ тормай өйҙәренә ҡайтып китәсәктәр. Күңелдәре күтәренке. Радик иптәштәре менән эштән һуң кафеға, һыра эсергә инде. Шунда осратты ул үҙенең ҡатынын. Уртаса буйлы, ҡара сәсле, гел йылмайып торған ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшатты. Һыра эсеп алғас, тел дә асылып китте. Ул күп тә уйлап тормай, туранан тура осрашырға тәҡъдим яһағас, ҡыҙ ҙа риза булды. Шул көндө үк, уның эшләп бөткәнен көтөп, оҙата китте. Эльвира асыҡ күңелле, үҙенең уй- хистәрен йәшермәй туп-тура белдерә, комплименттар яһай. Радикка уның менән еңел, күңелле. Танышыуҙарына күп тә үтмәне. Нисектер бер көндө ҡыҙ:
- Ялыҡтым ошо ҡасабанан! Ер ситенә сығып китер инем, китер урын юҡ!- тигәс, үҙе лә һиҙмәҫтән:
- Алып китәм һине! Сыҡ миңә кейәүгә! - тип ысҡындырҙы. Ҡыҙ күп тә уйлап торманы:
- Һинең менән ер ситенә лә китергә ризамын! – тип, үҙенең ризалығын белдерҙе.
Эльвира менән мауығыуы шул саҡлы көслө ине, нисә йылдар уны яратып, көтөп торған Ләйсәнен дә онотто. Эльвираның матур, төҙ кәүҙәһе, ҡура еләге кеүек ирендәре, уның саялығы. Эйе, башҡа ҡыҙҙарҙа булмағанса саялығы, үткерлеге оҡшаны. Күп уйлап, аптырап тормай, үҙе илгәҙәк, тәтелдәп кереп килә. Уй-хистәрен йәшермәй. Бына ун көн инде, Радик үҙен ерҙә түгел, ниндәйҙер сәйер болоттар араһында йөҙгән кеүек тоя. Болоттар ҙа болоттар. Артабан ҡуйы томан. Билдәһеҙлек. Гүйә иҫерткес эсемлек эскән дә, айный алмайса ғазаплана. Рәхәт. Эльвиранан башҡа бер ни тураһында уйлай ҙа алмай:
- Яратаммы уны юҡмы? Яратамдыр, моғайын яратамдыр. Уның тураһында күптән барыһын да беләм төҫлө. Ҡабаландыммы? Юҡтыр. Хәҙер ул ошо ҡыҙҙан башҡа йәшәүен күҙ алдына ла килтермәй. Артабан нимә булыры ла ҡурҡытмай. Эльвираның саялығы уға ла күскәндәй булды. Тик, Ләйсәнгә генә аңлатыуы ауыр булыр. Аҡыллы ҡыҙ, аңлар. Эльвиралыр уның яҙмышы. Ошондай уйҙар ҡайнаны уның башында. Иртәгәһенә Радик эшләгән бригада тыуған яҡтарына юл алды. Ҡайтып ике аҙна ла үтмәне, ул әсәһе менән кәңәшләшеп Эльвираны яусылатты. Әсәһенең:
- Янғын сыҡҡанмы ни, ниңә шул саҡлы ҡабаланаһың? Әҙерәк көтәйек! Туйға аҡса йыяйыҡ! – тип әйтеүенә лә иғтибар итмәне. Ҡабаланғанды яратмай шул әсәһе. Эльвираны онотор, Ләйсәнгә өйләнер - тигән өмөтө лә бар ине буғай. Ә әсә кеше улының ҡабаланыуын башҡаса аңланы:
- Ярай, хәйерлегә булһын! Ейәнсәрем булырға торалыр, шуға ут сыҡҡандай ҡабаланаларҙыр! – тип, риза булды. Әсәһенең уйлағандары тормошҡа ашманы. Килене менән дә уртаҡ тел таба алманылар. Эльвира кемгәлер буйһоноп тора торғандарҙан түгел шул, уға үҙенсә генә булһын. Ҡайсан һауығыр икән ҡатыны, уның каприздары ялҡытып китә. Һауығып эшкә сығып эшләй башлаһа, тормоштары башҡаса китер кеүек. Өйҙә бер үҙе ултырып, иренең ҡасан эштән ҡайтырын көтөп, ялҡып та китәлер. Эше лә бит шофер, иртүк сығып китә, ҡасан ҡайтып кереүе билдәһеҙ. Шулай тип йыуата ул үҙен, тиҙерәк үҙҙәренең балалары булыуын теләй. Кем булыр икән ул, малаймы? Ҡыҙмы? Кемгә оҡшар икән? Хәйер, кем булһа, кемгә оҡшаһа ла һау сәләмәт булһын.
Ә Эльвира иренең ҡосағына сумды. Бер нимә тураһында уйлайһы килмәһә лә, бынан биш йыл элек булған ваҡиғалар, йәшен тиҙлеге менән, мейеһен ярып үтте. Үткер булды ул.. Малайҙар менән дә һуғышырға күп һорамай ине. Ут кеүек янып торған сибәр ҡыҙға күҙ һалыусылар күп булды. Ә ҡыҙ үҙ баһаһын белде. Күп егеттәрҙең башын әйләндерҙе. Тик, яҙмышы ҡапыл үҙгәрҙе. Көндәрҙең бер көнөндә ул үҙендә ниндәйҙер ауырлыҡ һиҙҙе. Иртән, кистәрен кәүҙәһенә көсө етмәй, хәле бөтә башланы, ә үҙенең бер ере лә ауыртмай. Экг, УЗИ үтте, анализдар бирҙе. Барыһы ла яҡшы ине. Ә хәле һаман мөшкөлләнә барҙы. Урамға ла сығып йөрөй алмай башланы. Әсәһе уны ошо дауаханаға килтереп һалды. Республика дауаханаһында Эльвираны профессорҙар ҙа ҡараны. Әммә күпте күргән табибтар ҙа, уның ауырыу тарихы менән танышҡас, аптырап ҡулдарын ғына йәйҙе. Йәш кенә ҡыҙҙың ауырыу сәбәбен таба алманылар. Шулай ҙа гармон препараттары алғас, төрлө системалар яһағас, уға йән кереп киткәндәй булды, йөрөй башланы. Уға дауахананан бер туҡтауһыҙ гармон препараттары, һәм башҡа күп төрлө дарыуҙар ҡулланырға ҡушып, икенсе группа инвалиды ҡағыҙы биреп сығарҙылар. Дарыуҙар ҡулланмаһа уның хәле бөтөп, йөрөй алмай башлай, ә таблеткалар ҡулланһа, ул үҙен яҡшы тоя. Ҡыҙ кешенең өйҙә ултыраһы килмәне, кафега эшкә сыҡты. Радик менән осрашҡанға тиклем, ике йыл инде дарыуҙар менән генә йәшәһә лә, егеткә үҙенең ауырыу икәнен белдермәҫкә тырышты. Һоратырға килгән ҡоҙаларға үҙенең ваҡытлыса ғына ауырыуын, оҙаҡламай бөтөнләй тереләсәген, – әйткәйне.
- Кем генә ауырымай тормай! Йәш кеше, терелер! – тигән өмөттә ҡалғайнылар. Ҡауышыуҙарына өс йыл булды, ә ул һаман дарыуҙарһыҙ йәшәй алмай, йыш ҡына дауаханала дауалана. Күпмегә һуҙылыр был хәл? Аҙағы нисек булыр? Ошондай уйҙар өҙә уның үҙәген.
Ҡыҙ сағында егеттәрҙән көлөп кенә йөрөһә лә, Радикка булған хистәре бөтөнләй башҡаса. Ул башы – аяғы менән һөйөү диңгеҙенә сумды. Ятһа ла, торһа ла Радигы күҙ алдынан китмәй. Ире эштән һуңлап ҡайтһа, үлеп көнләшә. Шофер булғас бындай хәлдәр йыш ҡабатлана. Шуның өсөн гел генә шалтыратып, төрлө СМС-тар ебәреп, иренең маҙаһына тейә. Йыраҡ рейсҡа китеп, ҡайтмай ҡалған саҡтарында бигерәк көнсөллөк утында яна. Был ут уның йөрәген өтә, бәғерен телә. Ирен башҡа ҡатындар менән күҙ алдына килтереп бөтөнләй йоҡоһо оса. Ә Радик, эштән арып ҡайта ла йоҡларға ята. Ә Эльвира:
- Әллә берәй ҡатын менән йөрөй микән? – тип, бөтөнләй ҡайғыға ҡала. Ғүмере буйы эргәһенән бер минутҡа ла ситкә ебәрмәй тотар, танһығы ҡанғансы яратыр ине. Тик тормош хәлдәре ул уйлағанса ғына бармай шул. Ошо сиренән һауығып эшкә сыҡһа, йәки балалары булһа ауыр булмаҫ, көнсөллөгө лә кәмер кеүек. Ҡасан килер ул көн. Бына тағы дауахананан сыҡты, ә алда – томан, билдәһеҙлек. Билдәһеҙлек. Бигерәк ауыр, ғазаплы. Бертуҡтауһыҙ йәнде кимерә. Табибтар ярты йылдан тағы килергә ҡушты. Бер нисә ҡатын уға күрәҙәсегә, халыҡ табибтарына барырға кәңәш итте, уларҙың адрестарын яҙып бирҙе. Бик ышанып бөтмәһә лә, «батып барыусы һаламға йәбешә», - тигәндәй Элвира:
- Ятып ҡалғансы атып ҡалайым! Кем белә, бәлки улар һауығырға ярҙам итәр! - тип уйланы. Ошо уйынан, ауыр ғәмәлдән сиселеш тапҡандай, еңел булып ҡалды, күңелле булып китте. Тәүәкәлләйәсәк! Иртәгә үк алған адрестарҙың береһенә барасаҡ! Ул ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Радик аптырап ҡалды. Иренең арҡаһына шапылдатып һуҡты ла: «ҡыуып ет мине» – тигәндәй, алға йүгерҙе..
Иртән иртүк тороп, яҡында йәшәгән күрәҙәсегә киттеләр. Ҙур ғына ауылдағы, матур йорт янына килеп туҡтанылар. Йорт алдында тағы бер нисә машина тора ине. Сираттары еткәс, оло ғына ҡатын уларҙы саҡырып керетте. Бүлмәлә, өҫтәл янында ултырғыста утыҙ йәштәр тирәһендәге ҡатын ултыра, уның күҙҙәре йомоҡ:
- Һуҡыр ахырыһы, - тип уйланы Элвира. Бисмиллаһын уҡып, фәрештәләрен саҡырып, ғәмәл дәфтәрҙәрен асҡандан һуң, табиб- күрәҙәсе нимә борсоғанын һораны. Яуаптарын ишеткәс, ҡатын менән яңғыҙын ғына ҡалдырыуҙарын үтенде. Радик сығып киткәс йәш ҡатынға:
- Гонаһлыһың бит, балам!– тип башланы ул үҙенең һүҙен. Ғәмәл дәфтәреңде асыу менән күҙгә бәрелде. Ун туғыҙ йәштәрҙә сағыңда, ғәиләле, үҙеңдән күпкә оло, юғары вазифа биләгән ир менән осрашҡанһың. Был турала уның ҡатынына еткергәндәр. «Ир бирмәк, йән бирмәк!» – тигән әйтем бар халыҡта. Был төптө дөрөҫ. Уның ҡатыны төрлө юлдар менән һеҙҙе айырырға тырышҡан, тик һаман осрашыуығыҙҙы дауам иткәнһегеҙ. Бай ирҙе ташларға ашыҡмағанһың. Ҡатын һине сихырлатырға тырышҡан, килеп сыҡмаған. Шунан һуң иртән дә, кисен дә, көн һайын һинең үлемеңде теләп, бәддоға уҡыған. Иҫенә төшкән һайын ҡарғаған. Уның ҡарғышы һинең аураңды боҙған. Яйлап ауырыуға һабышҡанһың. Бала сағыңда кисергән ҡаты ауырыуың да эҙһеҙ үтмәгән. Борон - борондан кеше ғәиләһенә үтеп кереү, боҙоу, ҙур гонаһ иҫәпләнә. Халыҡта, ғәиләһен айыртып иргә барған ҡатын нәҫеленән ҡыҙ алмаҫҡа, аралашмаҫҡа тырышҡандар.
Күрәҙәсенең һөйләгәндәренән Элвираның тәндәре земерҙәп, йөрәге «жыу» итеп китте. Бынан биш йыл элек булған ваҡиғалар күҙ алдынан кинолағы кеүек, бөтә ысынбарлығы менән үтте. Эйе, дөрөҫ. Китаптан уҡыған кеүек, күрәҙәсене һүҙҙәре, барыһы ла тап килә, уны үҙе лә белә, тик артабан ни эшләргә? Терелерме икән? Ошо һорауын күрәҙәсегә бирҙе:
- Әле һуң түгел! Сығыу юлы бар! Тик уның өсөн бик оҙаҡ дауаланырға тура киләсәк. Мин әйткәндәрҙе еренә еткереп үтәһәң, һауығырһың. Иң беренсе үҙеңдең хатаңды таны, Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауын һора, мәсеткә йөрө, доғалар уҡы. Дин юлына баҫып, намаҙ уҡыһаң, бигерәк яҡшы булыр. Һауығырһың Аллаһы бирһә! Тик балаларығыҙ булыуы ғына икеле! – тип, тамамланы ул һүҙен. Тағы ла күп төрлө үлән төнәтмәләре эсергә кәңәш итте.
Күрәҙәсенән, берсә шатланып, берсә уйланып сыҡты Элвира. Ул тереләсәк! Һисшикһеҙ! Ҡушҡандарҙың барыһын да эшләйәсәк! Бөгөн үк, хәҙер барасаҡ ул мәсеткә! Доғаһын да уҡыр, кәрәк икән намаҙға ла баҫыр. Үҙенең йән һөйгәнен, Радигын бәхетле итәһе килә уның. Тик балалары булырмы? Әгәр балалары булмаһа ире уны ташлап китмәҫме? Эх! Ҡайтарып алып булһа икән үткәндәрҙе! Ҡатынлы ир янына яҡын да бармайынса, үҙенең мөхәббәтен, Радигын ғына көтөп ултырыр ине.
Уның яңаҡтарын яндырып, ҡайнар күҙ йәштәре ағып төштө. Үҙенең күңелле тормошо өсөн үтә лә ҡаты язаға дусар булырмын – тип, уйламағайны шул.

Рәйлә Назарғолова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: