Әбделкәримдән Ғәлиә инәй Урманова юбилейын билдәләй
Һәр кемдең яҙмышы китап яҙырлыҡ булалыр. Шулай ҙа көслө рухлы, ныҡ, сыҙам, иң ҙур ҡайғыларҙы ла күтәрә алған кешеләрҙең ғүмер кисерештәрен, мәңгелек әҫәр итеп, айырым кәштәләрҙә һаҡларға кәрәктер.
Әбделкәрим ауылынан Ғәлиә инәй Урманова менән танышыу ҙа онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡотло, балҡып ултырған йортта улы һәм килененә терәк, кәңәшсе булып йәшәй ул. Ихатала йөрөгөн бихисап ҡош-ҡорт, йәйелеп киткән баҡса, төҙөк ҡаралты, бар ерҙәге тәртип-таҙалыҡ бында уңған кешеләр йәшәүен күрһәтә. Ғәлиә инәй кеүектәрҙе “өйҙөң йоҙағы ул” тейҙәр. Ысынлап та эштә йөрөгән балаларын көтөп, йорт йылыһын һаҡлап, ейәненә иптәш булып, уны ҡарап ултырған оло кешене баһалап бөткөһөҙ.
Әле төҫөн ташламаған Ғәлиә инәйҙең күгелйем күҙҙәре хәтирәләргә бирелгәндә берсә һағышланып, берсә моңайып китә. Ғүмер ебен һүткәндә төрлө саҡтарҙы иҫкә алаһың шул...
“Беҙҙең заман балаларына иркәләнеп үҫеү ҙә, туйғансы ашап. Теләгәнеңде кейеү тәтемәне шул. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан донъяға килгәнмен. Шул һуғыш бар кешеләрҙең тормошон ҡыйратты, яҙмыштарын болғаны, юҡҡа сығарҙы”, -тип көрһөндө инәй.
Эйе, Ғәлиә инәйҙе аңларға була. Тәү сиратта, һуғыш шауҡымы уларҙың ғаиләһенә, бигерәк тә кескәй ҡыҙ балаға ла ҡағыла. Уның атаһын - Ғәлимйән Мостафинды бронь менән тылда ҡалдыралар. Сөнки ул ваҡытта һуғышҡа аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡты әҙерләү өсөн тыныс урындарҙа ла эшһөйәр, аҡыллы ирҙәр кәрәк була. Ауыл советы рәйесе булып эшләгән атаһы ла еңеү өсөн көндө төнгә ялғап эшләй. Ул заманда барыһы ла, йәшенә, милләтенә ҡарамай, фашистарға ҡаршы көрәшә, аслы-туҡлы йәшәгән халыҡ, ауыҙынан өҙөп, һалдаттарға барыһын да оҙата. Шул мәлдә Ғәлимйән Мостафин бер кешенең эштәге етешһеҙлектәре тураһында уның үҙенә әйтә. Тура әйткән туғанына ярамаған, тип бушҡа әйтмәгәндәр. Теге кеше уға: “Ә һин үҙеңсе бисәләр артына йәшенеп фронтҡа бармай ятаһың”,- тип әйтә. Ғәрсел, былай ҙа күңеле менән күптән фронтта булған ир был һүҙҙәрҙе күтәрә алмай. Ул хәрби комиссариатҡа барып бронен алып фронтҡа ебәреүҙәрен талап итә. Шулай ныҡыша торғас һуғышҡа китә. Данлыҡлы 112-се атлы дивизияла хеҙмәт итә ул. Батыр башҡорт ире бар үсен һалып фашистарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ғәйрәтле, ҡурҡыуһыҙ Ғәлимйән Мостафин командир итеп тәғәйенләнә. Буш ваҡыттарында тыуған яҡтарына, һөйөклө ҡатынына һөйөү тулы хаттар ебәрә. “Атайым әсәйемде бик яратты. Була бит щундай мөхәббәт, тип хәҙер ҙә хайран ҡалып ҡуям”,-тип йылмая Ғәлиә инәй.
Һуғыш аяуһыҙ. Көслө алыштарҙың береһендә Ғәлимйән Мостафин яралана. Башынан яраланған ул атынан йөҙтүбән ҡолай, аңын юғалта. Шул саҡта фашистар уны әсирлеккә ала. Документтары түш кеҫәһендә була. Бындай хәлгә тарығанда беҙҙең һалдаттар документтарын күмеп йәшереп ҡалдырырға тырышҡан була. Дошмандың уның кем икәнлеген белмәһен өсөн. Ә ул аңын юғалтҡас быны эшләп өлгөрмәй. Фашистар уның командир булыуын белгәс әҙ яфаламағандарҙыр. Артабан уны “Дахау” концлагерына ебәрәләр. Был ҡот осҡос урын тураһында кешеләр әле лә ҡурҡып һөйләй. Әсирҙәр өҫтөндә ниндәй генә тәжрибә үткәрмәйҙәр унда! Был хаҡта уҡыһаң, сәстәр үрә торорлоҡ. “Атайымдан концлагерь тураһында бер ҡасан да һораманым. Йөрәген яралағым килмәне. Тик көслө химик препараттар менән ерҙәрҙе эшкәртеп, һаулығы бөтөп ҡайтыуын беләм”, - тип моңһоулана инәй.
Яҡындары Ғәлимйән Мостафиндың әсиргә эләгеүен белмәй. Әммә ауылға ике мәртәбә “ҡара ҡағыҙ” килә. “Әсәйем яңынан тормошҡа сыҡты. “Бер мәртәбә генә килһә, ышанмаҫ инем, ике мәртәбә килде бит үле хәбәре”,-тигәнен хәтерләйем. Һуғыш бөтөп, күпмелер ваҡыт үткәс атайым ҡайтып төштө. Миңә 5-6 йәш булғандыр. Әле лә хәтерләйем, үгәй атайҙан булған ҡустым әсәйҙең алдында ултыра. Атайым бик ҡайғырҙы, “Исмаһам, ғәлиәне миңә бир, ҡыҙымды үҙем көтәйем”, -тине. Шул саҡ әсәйем минән: “Бараһыңмы?” - тип һораны. Мин бәләкәй, бер нәмә аңламаған ҡыҙсыҡ: “Юҡ, нишләп ул бабай менән барайым мин, һеҙҙең менән ҡалам”,- тинем. Атайым күҙҙәренә йәштәр алып сығып китте. Һуғыш михнәтен, унан концлагерь мәхшәрен кисергән атайым бабай булып күренгәндер инде. Атай күпмелер ваҡыт үткәс өйләнде, өс ҡыҙы булды. Мин уның менән аралашып йәшәнем”,-тине Ғәлиә инәй.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Зирәклеге менән айырылып торған ҡыҙҙың уҡығыһы килә. Әммә ул заманда йәшәү өсөн мотлаҡ эшләргә кәрәк була. “Үгәй атай бит инде. Әсәйем дә ҡатҡыл булды. Эшләмәгән эш ҡалманы, Силәбе яғында тимер юлында ла эшләнем”.
Шул саҡ ағаһы уны Алтай крайының Рубцовск ҡалаһына саҡыра, “беҙҙә йәшәрһең дә, уҡырһың да”, тип. Ҡыҙ ҡыуанып шул яҡтарға сығып китә. Ағаһы менән еңгәһе уны йылы ҡаршы ала. Артабан да һәр нәмәлә ярҙам итергә тырыша. Ауыл хужалығы техникумын тамамлай ул. Тик тыуған яҡтар барыбер үҙенә тарта. “Ҡайтһам, унынсы класты ғына бөткән ҡыҙҙар уҡытыусы булып эшләп йөрөй. Мин сәмләнеп киттем. Минең дә уҡытыусы булғым килә ине. Роноға барып эш һораным. Шундағы мөдир минең менән һөйләшеп, мине бер аҙ һынап ҡарағандан һуң: “Һин ауыл еренә барма, Баймаҡта ҡал. Ауылға барһаң, хәҙер һине кәләш итеп алалар ҙа, һин юғалаһың. Ҡалала мөмкинселектәр күберәк”, ти. Әммә: “Яңы ҡаланан ҡайттым. Ҡала ялҡытты. Ауылға барғым килә минең”,- тинем. Кәрешкәгә ебәрҙеләр. Унда үҙемә беренсе класты һорап алдым”,-тип хәтерләй Ғәлиә инәй.
Йәш уҡытыусы бирелеп, эшен яратып эшләй. Бынан тыш төрлө йәмәғәт эштәре лә ҡушыла. Янып торған ҡыҙ барыһына ла өлгөрә. Артабан тағы ла уҡыу тураһында хыяллана. Сөнки мәктәпте тамамлағас, Өфө институтына барып ҡарай. Икенсе ағым имтихан тапшырыусылар араһына ҡалдырғастар, ҡайтып китергә мәжбүр була. Сөнки тағы ун көн йәшәһә, ҡайтырына аҡса ҡалмай. Уҡытыусы булыу теләгенән айырыла алмай ул. Шуға күрә йылдар үткәс Белорет педагогия училищеһын ситтән тороп тамамлай. Уның менән бергә уҡыған йылдаштары: “Ғәлиә иң шәп уҡыған ҡыҙҙарҙың береһе булды. Бик белемле ине”,-тип хәтерләй уны.
Кәрешкәлә эшләп йөрөгән саҡта Алғаҙы ауылынан Һөйөндөк исемле егет уға мөхәббәтен белдерә. Ҡыҙ йылмайып ҡына ҡуя. Сөнки уның уҡытыусы булыу хыялы тормошҡа ашҡан, ул ошо юҫыҡта ныҡлап эшләргә генә уйлай. Әммә ҡыҙҙың зәңгәр күҙҙәрен төштәрендә күреп, йөрәге тынғылыҡ тапмаған ғашиҡ егет үҙенекен ҡуймай. Әйткәндәй, Ғәлиә инәйҙең күк күҙле, һары сәсле булыуы бала саҡтан уны мәҙәк хәлдәргә ҡалдыра. Уның менән бергә уйнаған балалар уны тотҡослап ҡарай, кемдер “урыҫ” тип үсекләй. Үҫә төшә сәстәре ҡарая башлай, шулай ҙа күҙҙәре күк төҫөн алған матур ҡыҙға бик күптәр ғашиҡ була. Тиҙҙән артынан бер тотам ҡалмай йөрөгән егеткә кейәүгә сығырға ризалығын бирә. Йәштәр Алғаҙы ауылында йәшәй башлай. “Ҡәйнәмдең бер бөртөк улы ине бит. Шуға күрә беҙ уны ҡарарға бурыслы инек. Ҡәйнәмде һуңғы көндәренә тиклем ҡараным. Донъя ҡуйыр алдынан риза булып, фатихаһын биреп хушлашты минең менән”,-ти ул.
Ғаиләлә бер-бер артлы балалар донъяға килә: Ләлә, Дилә, Салауат, Наил. Йәштәр тырышып-тырмашып донъя көтә, яҡты хыялдар менән йәшәй. Әбделкәримгә күсәләр. Әммә яҙмыш әҙәм балаһына көтмәгәндә иң ауыр һынауҙар ебәреүсән. Ғәлиә инәйҙең тормош иптәше һәм улы Салауат фажиғәгә тарып, һәләк була. “Мин йәшәй алмаҫмын, тип уйлағайным тәүҙә. Әммә балаларҙы үҫтереү, кеше итеү мөһимлеге ныҡ тотто. Ул ҡайғылы көндө хәтерләһәм, әле лә йөрәгем һыҡрай. Ошо уңалмаҫ ярам ғүмер юлым менән йәнәш барҙы”, - тип көрһөндө Ғәлиә инәй.
38 йәштә тол ҡалған ҡатындың ике айлыҡ ауыры була. Мәле еткәс ул Римма исемле ҡыҙ таба. “Үҙемдең тормошом туҡтаны. Хәҙер – тик балалар, тип йәшәнем. Улар менән бергә дәрес әҙерләнек, өй эштәрен башҡарҙыҡ. Барыһына ла юғары белем биреү хыялы менән йәшәнем. Шулай килеп сыҡты ла. Тәүҙә ике ҡыҙым Өфө юғары уҡыу йортонда, унан ике бәләкәсем яңы асылған Сибай институтында белем алды. Миңә ҡайһы берәүҙәр: “Ниңә улай ыҙалап балаларыңды икешәрләп уҡытаһың? Береһе – уҡыһын, икенсеһе – эшләһен, үҙеңә еңелерәк булыр” тип әйтә ине. Әммә уҡыуға зирәк балаларҙы ниңә уҡытмаҫҡа? Улар ҙа уҡытыусы династияһын дауам итеп, белем алып сыҡты”,- ти ғорурлыҡ менән инәй.
Улы Наил әрме сафынан ҡайтҡас, икәүләшеп йорт һалыу эшенә тотона. “Ауыл хужалығы техникумында беҙҙе бар ир эшенә өйрәттеләр: балта, көрәк һабын да, башҡаһын да эшләнек. Мин үҙ сиратымда улымды бар эшкә өйрәттем”, -ти инәй. Ҙур, матур өйгә килен төшөрөп, татыулыҡта йәшәп китәләр. Әсәһе өлкәнәйеп, ауырый башлағас, Ғәлиә инәй уны үҙ тәрбиәһенә ала. “Әсәйемде ашатып-эсереп, ятҡан ерен таҙартып тәртипкә килтерәм дә, эшкә йүгерәм. Үҙем көн һайын уға бөгөн ниндәй көн икәнен, ауыл хәбәрҙәрен теҙеп һөйләйем. Әсәйем бик ҡәнәғәт булды минән. Элекке кешеләр ҡаты итеп һөйләште бит, ул да миңә Ҡәлиә ти торғайны. Вафат булыр алдынан: “Рәхмәт, ҡыҙым. Ошо донъялар торғансы һин дә бул, Ҡәлиә!” тип фатихаһын бирҙе. Шуға күрә ғүмерлемендер”,- тип йылмая Ғәлиә инәй.
Ул балаларына һөйөнөп, уларҙан күргән игелегенә шатланып йәшәй. Бигерәк тә уларҙың уҡытыусылыҡ эшендә өлгәшкән уңыштарына ҡыуана: “Төрлө әҫәрҙәр уҡырға яратҡан Ләлә ҡыҙым рус филологияһын һайланы. Иҫке Сибай мәктәбендә уңышлы эшләй. Хажға барып ҡайтыуына ҡыуандыҡ”. Дилә Һөйөндөк ҡыҙы ҡаланың 4-се лицейында математика фәненән уҡыта. Уның уҡыусыларының төрлө олимпиадаларҙа еңеүҙәре, имтихандарҙы уңышлы биреүе Ғәлиә инәй өсөн дә һөйөнөс. “Дилә ҡыҙым кескәйҙән һанауҙы яратты. Ашағанда ла барыһын иҫәпләп, һанлап ултырыр ине. Шул тиклем иҫәпкә шәп булды. Бәләкәс Риммабыҙ ҙа хәҙер аспирантураны тамамлаған тел белгесе. Бик уңышлы итеп Сибай институтында эшләне. Хәҙер инглиз теле буйынса репетиторлыҡ алып бара. Кейәүҙәр ҙә бик шәп. Барыһы ла аҡыллы балалар үҫтерә”,-тип ҡыуана инәй.
Бергә йәшәгән улы һәм килене тураһында ла бик яратып телгә ала. “Улым имам-хатип. Ҡулы ла бик оҫта. Кешеләргә “бынамын” тигән буралар бурап бирә. Киленем дә бик тырыш, өйҙә лә, эшендә лә өлгөрә. Өйҙә 8-се класта уҡыған ейәнем бар. Дәрес әҙерләп ултырһа, “ярҙам кәрәкмәйме” тип һорап китергә эшкинәм әле”,-тип йылмая инәй.
Ғәлиә инәй балаларына аманат итеп тик бер һүҙҙе ҡабатлай: “Туғанлыҡ ептәрен өҙмәгеҙ! Ҡатышып, аралашып, бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып йәшәгеҙ. Балаларығыҙҙы ла шуға өйрәтегеҙ. Туған – туған булып ҡала, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Туғанлыҡ ептәрен өҙмәгән кешеләргә яҙмыштың ел-дауылын да кисереүе еңелерәк”.
Был йәһәттән инәй үҙен бәхетле тип һанай. Балалары байрамдарҙы бергә үткәрә, бер-береһен тыуған көндәре менән ҡотлай. Әсәйҙәренең хәлен белешеү өсөн ял көндәрендә атлығып-ашҡынып килеп тә етәләр. Ғәлиә инәй үҙе бик тә уҡырға ярата. “Күҙһеҙ ҡалаһың инде”,- тип балалар шелтәләһә лә, барыбер китаптарҙан айырыла алмайым. Бала саҡтан уҡырға яраттым, әле лә бер ни үҙгәрмәне”,-ти инәй.
“Әҙ ауырыу, еңел үлем бирһен” тип теләгән Ғәлиә инәйгә ныҡлы һаулыҡ, балалар игелек-изгелегендә оҙон ғүмер, яҡты хыялдарының тормошҡа ашыуын теләге килә. Ныҡлыҡ, сабырлыҡ, тоғролоҡ, ысын Әсә өлгөһө булған инәйҙе бар күңелдән күркәм юбилейы менән дә ҡотлап, иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.