Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
25 Октябрь 2024, 11:45

Арҙаҡлы шәхесебеҙ Зекериә Аҡназаровтың тыуыуына -100 йыл

Арҙаҡлы шәхестең тыуыуының 100 йыллығына арналған хәтер кисәһендә уны оло хөрмәт һәм ихтирам менән иҫкә алды ҡунаҡтар. Конференция һуңында һәр мәктәптә ошо сараны дауам итергә, уҡыусыларҙы уның тормош юлы менән таныштырырға, мәғариф бүлеге янында хәрби уҡытыусыларға арналған стела исемлегенә Зекериә Аҡназаровтың исемен индерергә, Шүлкә ауылында урынлашҡан музейҙы электрон вариантҡа күсерергә тигән ҡарарҙар сығарылды. Мәҡәләнең тулы варианты сайтта:

Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол ауылы мәктәбендә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт эшмәкәре, Баймаҡ районы һәм ҡалаһының почетлы гражданы, 24 йыл Министрҙар Советы рәйесе булып эшләгән Зекериә Аҡназаровтың тыуыуына 100 тулыу уңайынан «Хеҙмәттә үткән ғүмер» исемле фәнни-ғәмәли конференция үтте. Уны райондың мәғариф бүлеге ойошторҙо. Сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, китапханасылар, ветерандар, З.Аҡназаровтың туғандары ҡатнашты.
Сара бер нисә өлөштән торҙо. Конференцияға тиклем ҡунаҡтарға Беренсе Этҡол мәктәбе буйлап экскурсия үткәрелде. Уны мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Әлфирә Азаматова ойошторҙо. Иң тәүҙә «Улар – мәктәп ғорурлығы» стенды менән таныштылар. Унда ошо мәктәптә белем алған, аҙаҡ инде төрлө өлкәлә намыҫлы эшләгән, ауыл, район, республика ғорурлығы булған шәхестәрҙең фотолары урын алған. Экскурсияның киләһе туҡталышы – «Йәш урмансылар» стенды. Мәктәптә уңышлы эшләп килгән «Йәш урмансылар» мәктәп урман хужалығы үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән районда ғына түгел, республикала ла билдәле. Түңәрәккә йөрөүсе уҡыусылар ағас ултырыуҙа әүҙемлек күрһәтә, урман таҙалай, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Был түңәрәк үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек, тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү яғынан әһәмиәтле.
«Тыуған илде һаҡлау – изге һөнәр» стенды ғүмерҙәрен хәрби хеҙмәткә арнаған һәм Афған, Чечен һуғыштарында ҡатнашҡан ир-егеттәргә арнала. Ҡунаҡтар шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн булдырылған махсус бүлмәгә сәйәхәт ҡылды. 2016 йылда сафҡа ингән бүлмәлә физик мөмкинлектәре сикле балаларға шөғөлләнеүгә бар шарттар булдырылған.
Вәлиә Ғүмәрова етәкселегендәге ике бүлмәнән торған тыуған яҡты өйрәнеү һәм мәктәп музейы ла экспонаттарға һәм фәһемле мәғлүмәттәргә бай булыуы менән һоҡландырҙы. Алтынай Барлыбаева, Наҙгөл Мәхмүтова, Гөлназ Алтынбаева, Гөлдәниә Хәсәнова, Наҙгөл Ғәлина ҡунаҡтарҙы музей эшмәкәрлеге менән бик яҡшы итеп таныштырҙы.
«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы нигеҙендә яңы һулыш кисергән спорт залы, уҡыусыларға белем алыуҙа барлыҡ уңайлыҡтар тыуҙырған «Үҫеш нөктәһе», хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау кабинеты буйлап үткән экскурсия һәр кемдең күңеленә хуш килде. Бер һүҙ менән әйткәндә, Беренсе Этҡол мәктәбендә уҡыусыларға белем алыу өсөн бөтә шарттар булдырылған. Һәм бында үҙ эштәрен яратҡан, балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар һалған тырыш педагогтар эшләй.
Конференция флаг күтәреүҙән, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңлауҙан башланды. Унан һуң мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән Зекериә Шәрәфетдин улына арналған «Халҡымдың аҫыл улы» исемле сығыш тәҡдим ителде.
Конференцияны алып барыусы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Гөлшат Сирғәлина әлеге сараның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, З.Аҡназаровтың тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә төплө байҡау яһауҙы, уны киләсәк быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Йомаш мәктәбе уҡытыусыһы Ғәбдрәсүл Тимербулатов райондың арҙаҡлы улының тормош юлы менән таныштырҙы: «Зекериә Шәрәфетдин улы 1924 йылдың 22 авгусында Баймаҡ районы Ямаш утарында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Уның бала һәм үҫмер сағы ошо ауылда үтә. Атаһы ауылдың ихтирамлы кешеһе булған, һәр саҡ белемгә ынтылған. Әсәһе Хәбирә – Буранбай ҡыҙы. Ғаиләлә Зекериә иң өлкән бала була. Бала саҡтан белемгә ынтыла. Ошо утарҙағы башланғыс һәм Беренсе Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тик «бишле» билдәләренә генә тамамлай. Атаһы улының уҡытыусы булыуын теләй. Һәм Зекериә 1938-1941 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында уҡый. Унан 1942 йылда армияға алына һәм Өфөлә автоматсылар полкында взвод командиры була. Әрмелә саҡта рус телен яҡшы ғына үҙләштерә.
Хәрби хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Баймаҡҡа, комсомолдың район комитетына эшкә урынлаша. Сәйәсәткә юлы ошонан башлана ла инде. Эшләп йөрөү осоронда ситтән тороп белем алырға ла ваҡыт таба. 1960-1962 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр академияһында белемен камиллаштыра. Тап шул осорҙа уныҙур, яуаплы эшкә – Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы рәйесе вазифаһына үрләтәләр». Ғәбдрәсүл Мират улы үҙенең сығышында Зекериә Шәрәфетдин улы эшләгән осорҙа республика сәнәғәтенең, ауыл хужалығы, мәҙәниәте үҫешенең юғары кимәлгә күтәрелеүе тураһында ла әйтеп үтте.
Ҡаратал мәктәбе директоры Рим Йәнбирҙин З.Аҡназаровтың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән роле менән таныштырҙы. «Аҡназаровтың был юғары вазифаны башҡарыуы илдәге торғонлоҡ йылдары тип аталған дәүергә тура килде. Ләкин ул юғалып ҡалмай, һәр хәлдән дөрөҫ сығыу юлын таба белгән. Ул бер ваҡытта ла үҙенең шәхси эшен, теләктәрен алға ҡуйманы, ә, киреһенсә, дәүләт, йәмәғәт эшен төп эш тип һананы. Шуға ла ошондай шарттарға яуап биргән кешеләрҙән үҙенә эшлекле команда төҙөнө һәм уларға таянып, кәңәшләшеп, бергә эшләне. Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, ул ауыл-ҡалаларға, завод-фабрикаларға,колхоз-совхоздарға күп йөрөнө һәм унда эшләгән түрәләрҙән тыш ябай эшселәрҙе лә танып белде, уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалды, һәр кемде эшенә ҡарап баһаланы, ялағайҙарҙы яратманы, халыҡтың аһ-зарҙарын тыңлап, аңлап, ыңғай хәл итте.
Зекериә Аҡназаров тырышлығы арҡаһында барлыҡҡа килгән проекттар, төҙөлгән объекттар республикаға күп йылдар файҙа килтерәсәк», – тип һүҙен йомғаҡланы Р.Йәнбирҙин.
Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Мырҙабаева Зекериә Аҡназаровтың «Ваҡыт. Кеше. Уйҙар» китабы тураһында сығыш яһаны. Китапта ул үҙенең бала сағы, ауылдаштары, класташтары тураһында яҡты һәм матур хәтирәләр менән уртаҡлаша, уларҙы йылы хистәр менән иҫкә ала. 29 бүлектән торған китапта БАССР-ҙағы тормошто, совет власы йылдарында республика үҫешен дә сағылдыра. Автор шулай уҡ сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлеген, билдәле кешеләр менән осрашыу-аралашыуҙарын мауыҡтырғыс итеп бәйән итә. Үҙе етәкселек иткән осорҙо, киләсәкте үҙ ҡарашынан сағылдыра. Халыҡтар араһында дуҫлыҡ, туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен, нығынһын, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау – һәр беребеҙҙең бурысы, тип халыҡты берҙәмлеккә саҡыра. «Был китап илебеҙ һәм халҡыбыҙ өсөн бик күп, ҙур эштәр башҡарған З.Аҡназаровты мәҙәниәт, сәнғәт, тарих, әҙәбиәт өлкәләрендә иркен гиҙгән бөйөк шәхес итеп күрһәтә. Ул тыуған Башҡортостаныбыҙ менән бергә үҫә. Бар булмышы менән ябай, кешелекле, кеселекле, аҡыллы булып күҙ алдына баҫа», – тине Эльвира Рәис ҡыҙы һәм сығышын Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың «Аҡ күңелле Аҡназар» исемле матур шиғри юлдары менән тамамланы.
Ерең, һыуың, йәнтөйәгең менән
Бергә һулап, бергә тын алдың.
Яҫы ғына яурын, киң күкрәкле,
Мәрхәмәтле, тәрән мәғлүмәтле
Аҫаба башҡорто һин Уралдың!
Артабан ҡунаҡтар алдында оҙаҡ йылдар районда етәксе вазифаларҙа эшләгән Илшат Ситдиҡов һәм Хәлит Сәләймәнов, Ленин исемендәге колхоздың элекке рәйесе Әғзәм Салихов сығыш яһаны. Улар ҙа матур, иҫтәлекле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла хәтирәләре менән бүлеште. «Шул тиклем ябай, эскерһеҙ, бер ҡатлы булды ул. Матди байлыҡ артынан ҡыуманы. Үҙенеке булмаһа, булманы, һәр саҡ кешегә ярҙам итергә ашҡынды. Ниндәй генә кәңәш, йомош менән мөрәжәғәт итһәң дә, һәр ваҡыт яйлап матур итеп тыңланы, ярҙам итергә тырышты». Зекериә Шәрәфетдин улын ошондай матур изге уйҙар менән иҫкә алдылар һәм ул эшләгән осорҙа Башҡортостан төрлө яҡлап үҫешкән алдынғы төбәккә әүерелеүен, яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, мәҙәниәт һарайҙары йылдам төҙөлөүен әйттеләр. Эйе, ысынлап та, етәксе вазифаһында эшләгәндә З.Аҡназаров бар көсөн, дәртен һала һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт итә. Аҙаҡ та халҡына, яҡташтарына, иленә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаған шәхес була ул. “Беҙ үҫеп килгән йәш быуынға шәхесебеҙ тураһында еткерергә тейешбеҙ. Бөгөн арҙаҡлы улыбыҙ тураһында тағы ла бик күп белдегеҙ. Әммә бының менән генә сикләнергә ярамай. Һеҙ бөгөн ишеткән-белгәндәрегеҙҙе алып ҡайтып уҡыусыларығыҙға еткерергә тейешһегеҙ», – тине үҙенең сығышында Луиза Дәүләтшина. Шул уҡ ваҡытта үҙенең Зекериә Аҡназаров менән тәү тапҡыр ҡайҙа танышыуҙарын йылы бер хәтирәләр менән иҫкә төшөрҙө.
Арҙаҡлы шәхестең тыуыуының 100 йыллығына арналған хәтер кисәһендә уны оло хөрмәт һәм ихтирам менән иҫкә алды ҡунаҡтар. Конференция һуңында һәр мәктәптә ошо сараны дауам итергә, уҡыусыларҙы уның тормош юлы менән таныштырырға, мәғариф бүлеге янында хәрби уҡытыусыларға арналған стела исемлегенә Зекериә Аҡназаровтың исемен индерергә, Шүлкә ауылында урынлашҡан музейҙы электрон вариантҡа күсерергә тигән ҡарарҙар сығарылды.
Сара һуңынан ҡунаҡтар «Еҙ үксә» өлгөлө бейеү ансамблендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең дәртле бейеүҙәрен ҡараны, мәктәп коллективы һәм мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән «Гөлнәзирә ансамбле әртистәренең матур йырҙарын тыңланы.
Артабан сара мәктәп ашханаһында дауам итте. Унда ауылдың имам хатибы Азат Мәхмүтов Зекериә Аҡназаров рухына бағышлап
аят уҡыны, хәйер таратылды. Беренсе Этҡол мәктәбенең уңған коллективы ҡунаҡтарҙы мул табында тәмле аш-һыу менән һыйланы.
Шулай итеп, ҙур ихтирам менән иҫкә алды шәхесте яҡташтары. Эйе, кеше үлһә лә, уның халҡы өсөн атҡарған изге эше онотолмай. Зекериә Аҡназаров та – тап шундайҙарҙан.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас