Әхмәр Үтәбайға.
Ниндәй яҡтарҙан һин,эй, яҙыусы?
Тиеп, биргәйнеләр һорауҙы.
Буранбайҙан, тине был яҙыусы,
Буранбайҙан, тиеп,йылмайҙы.
Ошо һорауҙарға яуап тотҡан
Яҙыусының һүҙен ҡеүәтләп,
Ҡушылып та, һорау биргем килде,
Маҡтау, хуплау һүҙҙәрен өҫтәп:
-Һин бик бәхетлеһең, талантлыһың,
Әллә Буранбайҙа үҫкәнгә?
Бөтә китаптарың доға…Бәлки,
Соңғор шишмә һыуын эскәнгә???
Нишләп, мөғжизәләй һәр китабың?
Әйтерһең дә, ҡылған доғалар?
Тыуып - үҫкән ерҙән илһам алып,
Тыумай микән һинең геройҙар?
Сөнки, туған халҡымдың күргәне,
Һәр бер әҫәреңдә сағыла.
Буранбай сәсәндең аманаты
Ҡурай моңо булып ағыла.,
Һин бит борсолаһың халҡым өсөн,
Туған телем, тиеп, янаһың.
Милләтемде яҡлап - һаҡлар өсөн,
Көрәш майҙанына сығаһың.
Үткер ҡәләмеңдең остарынан
Балдай булып, милли рух тама.
Туған йәнле, халҡын өҙөлөп һөйгән
Шағир ғына шулай яҙа ала..
Һау бул, бар бул! Һайыҡмаһын,
Саф һыуҙары ижад шишмәңдең!
Ауылдаштар ғорурлығы бит, һин,
Дауамдары бит,һин, сәсәндең.
Һыҙған юлың оҙон,ныҡлы булһын,
Беҙ теләйбеҙ, һаулыҡ - иҫәнлек!
Бар булмышың һинең тик ябайлыҡ,
Ябайлыҡта һинең сәсәнлек!
Рәхимә Ғәйетбаева.
+24 °С
Ямғыр



