Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
21 Октябрь , 10:05

Йәнһүрәт тәрбиәләй ҙә, боҙа ла

Ә ҡайһы йәнһүрәттәр киреһенсә, гел насарлыҡҡа, тәртипһеҙлеккә өндәй, балаларҙың психикаһын боҙоуға булышлык итә. Был, мәҫәлән, балаларҙың иң яратып ҡараған “Маша һәм айыу” йәнһүрәте. Төп герой Маша - тәртипһеҙ ҡыҙ. Бер кемде лә тыңламай, бер туҡтауһыҙ айыуҙы ҡаңғырта, юлында осраған бар нәмәне боҙоп, емереп, үҙе нимә теләй тик шуны ғына эшләй. Был ҡыҙ балаларҙы нимәгә өйрәтә ала?..

Йәнһүрәттәр балалар тормошонда ҙур урын алып тора тиһәк, хата булмаҫ, моғайын. Балалар сабый саҡтан уҡ матур-матур йырҙары, сағыу һүрәттәре булған йәнһүрәттәрҙе яратып ҡарай. Тик уларҙың ниндәй “мультик” ҡарауын контролгә алып, йәшенә тап килерҙәй, баланың аң- кимәлен үҫтерерҙәй булғандарын һайларға кәрәк. Мәҫәлән, 2-3 йәшлек балалар “Күк трактор” йәнһүрәтен ҡарап төҫтәрҙе һәм һанарға өйрәнә, төрлө хайуандар, бөжәктәр, йәшелсә-емеш менән таныша. Ә ҙурыраҡ балаларға тәрбиәүи, ысынбарлыҡҡа тап килгән йәнһүрәттәрҙе ҡарау отошло. Мәҫәлән, “Лунтик”. Төп герой Лунтик һәм уның дуҫтары - саф, изге күңелле балалар. Улар, балаларҙың үҙҙәре кеүек үк, донъяны танып белеүгә өйрәнә. Лунтик һәр саҡ күңелһеҙ хәлгә тарый, тик дуҫтары ярҙамы менән ул хәлдәр яҡшы тамамлана. Йәнһүрәт аҙағында автор гел балаларға изге кәңәштәрен бирергә, үҙ-ара татыу булырға, ярҙам итергә өндәй. “Өс бесәй” йәнһүрәтендә лә изгелек эшләргә, атай-әсәйҙәрҙе тыңларға кәрәклеге тураһында әйтелә.

5-6 йәштәрҙә балаларҙың аң-белем кимәлен үҫтереүсе йәнһүрәттәр ҡарауы балалар өсөн бик файҙалы буласаҡ. Мәҫәлән, “Фиксиктар” йәнһүрәтендә фиксиктар электр приборҙарының нисек килеп сығышы тураһында һөйләй, улар менән ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу тураһында иҫкәртә, шулай уҡ ата-әсәләрҙе тыңларға, гел дөрөҫөн һөйләргә өндәй.

Ә ҡайһы йәнһүрәттәр киреһенсә, гел насарлыҡҡа, тәртипһеҙлеккә өндәй, балаларҙың психикаһын боҙоуға булышлык итә. Был, мәҫәлән, балаларҙың иң яратып ҡараған “Маша һәм айыу” йәнһүрәте. Төп герой Маша - тәртипһеҙ ҡыҙ. Бер кемде лә тыңламай, бер туҡтауһыҙ айыуҙы ҡаңғырта, юлында осраған бар нәмәне боҙоп, емереп, үҙе нимә теләй тик шуны ғына эшләй. Был ҡыҙ балаларҙы нимәгә өйрәтә ала? Әлбиттә, үҙе һымаҡ уҡ боҙоҡлоҡҡа һәм тәртипһеҙлеккә генә. “Барбоскиндар” йәнһүрәтендәге төп геройҙар ҙа, бер туғандар булһалар ҙа, бер туҡтауһыҙ үҙ - ара ирешеп талашыуҙан, бер-береһенә насарлыҡ эшләүҙән бушамай. Был геройҙар ҙа балаларҙың тәртибенә бик насар тәҫьир итә.

Әгәр ҙә балаларҙың телевизор ҡарау ваҡытын сикләп, тәрбиәүи йәнһүрәттәрҙе һайлап ҡына күрһәткән осраҡта телевизор балалар өсөн зыян түгел, ә киреһенсә тик файҙаға ғына буласаҡ.

Илнара Аҡбулатова, “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: