Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
21 Октябрь , 08:30

Патриотик тәрбиә биреү ҡасан башлана?

Бала саҡ – бик ҡыҫҡа ваҡыт аралығында дауам иткән бәхетле ғүмер осоро. Шунлыҡтан уны наҙ менән һаҡларға һәм ҡурсаларға тейешбеҙ. Беҙгә, өлкәндәргә, балаларҙы шәхес булараҡ формалаштырыу, илебеҙҙең ысын патриоты булып үҫтереү өсөн йүнәлеш биреү бурысы һалынған.

Патриотик тәрбиә биреү ҡасан башлана?

Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү балалар баҡсаһында төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Был тойғо күп яҡлы: тыуған яҡҡа һөйөү уятыу, үҙ халҡың менән ғорурланыу, илеңдең байлығын арттырыу һәм һаҡлау теләге тыуҙырыу.

Тыуған илгә һөйөү ғаиләлә башлана. Балалар "әсәй", "атай", "Тыуған илем", "минең йортом", "герой" төшөнсәләре аша Ватанын танып белә башлай. Йәғни Тыуған ил хисе - ғаиләһенә, иң яҡын кешеләре – атаһына, әсәһенә, ҡартатаһына, өләсәһенә ҡарата булған мөнәсәбәттән башлана. Был тойғо һуңынан мәктәпкәсә ойошмала үҫешен дауам итә. Ижтимағи һәм Тыуған ил алдындағы гражданлыҡ бурысын үтәү, фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтеү, кешеләргә һәм тәбиғәткә гуманлы мөнәсәбәттә булыу кеүек шәхси сифаттар тәрбиәләнә.

Был тәңгәлдә мәҙәниәткә һәм тарихи ҡиммәттәргә лә иғтибар итеү мөһим. Ғүмеренең тәүге осоронан уҡ балаға тыуған ергә ҡарата һөйөү уятырға, ныҡлы характер тәрбиәләргә кәрәк. Был сифаттар уға үҙ Ватанының гражданы булырға ярҙам итәсәк. Балаларға әхлаҡи-патриотик тәрбиә биреү мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының төп бурыстарҙың береһе булып тора. Улар түбәндәге маҡсаттар аша тормошҡа ашырыла:

– баланың үҙ халҡына йәки милләтенә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо үҫтереү;

- үҙ илеңдең мәҙәни традицияларына ихтирамлы мөнәсәбәт формалаштырыу;

– башҡа милләт кешеләренә, йәштәштәренә һәм өлкәндәргә ҡарата толерант бәйләнеш тәрбиәләү;

– балаларҙа рухи-әхлаҡи күренештәрҙе үҫтереү.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларға патриотик тәрбиә биреү формалары:

– патриотик темалар буйынса дәрестәр;

– Тыуған ил (ҡала) тураһында әңгәмәләр;

– илһөйәрлек темаһына арналған әҙәбиәтте, шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы өйрәнеү, телетапшырыуҙар һәм фильмдар ҡарау;

– тыуған ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия ойоштороу, музей һәм күргәҙмәләргә барыу.

Илһөйәрлек хистәре тәрбиәләү процесын бәләкәйҙән үк башларға кәрәк, сөнки шул осорҙа уҡ баланың характеры формалаша башлай. Ошоға бәйле яҡты хәтирәләр һәм тойғо-кисерештәр уны үҙ иленең ысын яҡлаусыһы итәсәк.

Әхлаҡи-патриотик тәрбиә эшендә ата-әсәләр менән хеҙмәттәшлек итеү мөһим йүнәлеш булып тора. Юғарыла әйтеп үткәнемсә, баланың Тыуған илгә ҡарата хистәре ғаиләһенә, иң яҡын кешеләренә булған мөнәсәбәтенән башлана. Сөнки уны тыуған йорто һәм тирә-яҡ мөхит менән бәйләүсе тамыр тап шунда ҡайтып ҡала.

Һәр кеше тыуған еренең тәбиғәтен, халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белергә тейеш. Балаларға киләсәктә яҡты ҡарашлы булырға, үҙеңде һәм башҡаларҙы хөрмәт итергә өйрәтергә кәрәк. Әгәр был процестың эҙмә-эҙлелеге боҙола икән, быуындар араһындағы бәйләнеш та юҡҡа сығасаҡ.

Бала саҡ – бик ҡыҫҡа ваҡыт аралығында дауам иткән бәхетле ғүмер осоро. Шунлыҡтан беҙ уны наҙ менән һаҡларға һәм ҡурсаларға тейешбеҙ. Беҙгә, өлкәндәргә, балаларҙы шәхес булараҡ формалаштырыу, илебеҙҙең ысын патриоты булып үҫтереү өсөн йүнәлеш биреү бурысы һалынған.

Сабый донъяға күп һорауҙар менән килеп тыуа, ә беҙгә иһә күңелле яңы мәшәҡәттәр өҫтәлә. Йәмғиәтебеҙҙә, тормош-көнкүрешебеҙҙә бала тәрбиәләүҙә борондан килгән ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар киң ҡулланыла. Улар тәрбиә нигеҙе итеп алынған.

Туған телебеҙ – бала аңына Тыуған ил төшөнсәһенең төп мәғәнәһен еткереүсе иң мөһим ҡорал булып тора. Уларға туған телдән башҡа патриотик тәрбиә биреү мөмкин түгел. Баланың аңы үҫешеүендә, белемен арттырыуҙа, ысынбарлыҡты танып белеүҙә һәм ысын патриот булып тәрбиәләнеүҙә туған телен белеү-белмәү мөһим роль уйнай. Тыуған яғыбыҙҙың тарихы, матур тәбиғәте: тауҙары, сылтырап аҡҡан шишмәләре, ауылыбыҙҙың матур урындары, күренекле кешеләре тураһында айырым папкалар булдырғанбыҙ. Улар әленән-әле яңы мәғлүмәттәр менән тулыланып бара.

Балаларҙа милли хистәр тәрбиәһе биреү эшендә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын өйрәтеү, башҡорт фольклорына мөрәжәғәт итеү мөһим. Кесе йәштән үк бишек йырҙары тыңлатабыҙ, бәүелтеп ҡурсаҡтар йоҡлаттырабыҙ, төрлө халыҡ уйындары, һанамыш, тиҙәйткестәр, бармаҡ уйындары өйрәнәбеҙ. Милли йырҙар тыңлап алған хистәребеҙҙе рәсемдә сағылдырабыҙ. Милли биҙәктәрҙе ҡулланып төрлө композициялар булдырабыҙ. Был эштәрҙе балалар яратып башҡара.

Йәш үҙенсәлектәрен иҫтә тотоп, бындай тәрбиәүи алымдарҙы уйын аша ҡулланыу талап ителә. Улар балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырырға, әүҙемлеген күтәрергә, эмоциональ атмосфера булдырырға ярҙам итә. Балалар сәйәхәткә “сығып китеп” белем арттырыу алымдарын ярата.

Белем һәм тәрбиә биреү маҡсатында уҙғарылған саралар, тематик уйындар альбомдар туплау, тематик һүрәт төшөрөү һәм башҡа эштәр менән нығытылырға тейеш. Был тәңгәлдә алып барылған эш һөҙөмтәһен дөйөм байрамдарҙа, йыйылыштарҙа, ғаилә менән ойошторолған сараларҙа күрһәтергә мөмкин.

Гәүһәриә Иҫәндәүләтова,

Баймаҡ ҡалаһының “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Патриотик тәрбиә биреү ҡасан башлана?
Патриотик тәрбиә биреү ҡасан башлана?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: