Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
20 Октябрь , 12:25

Бөйөрөктәрҙе төрлөсә бешереп була

Ял көнөндә өйҙә тәмле еҫтәр сығарып, бешеренеп алайыҡ...

Был бөйөрөккә 4  стакан он (саҡ ҡына күберәк кәрәк булыуы ла ихтимал), 2 аш ҡалағы шәкәр, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы үҫемлек майы, ярты литр һөт (уныһын йылытырға ла була, һыуытҡыстан алғас та ҡулланырға мөмкин), ҡоро әсетке. Барлыҡ ингредиенттарҙы бергә ҡушып болғатып, пакетҡа бушатабыҙ. Унан һыуытҡысҡа 2 сәғәткә һалып ҡуябыҙ. Унан һыуытҡыстан алынған ҡамырҙы саҡ ҡына онға манып алып, яратҡан эслекте ҡулланып бөйөрөктәр яһарға була. Был ҡамыр үҙе йомшаҡ ҡына, үҙе ҡулға йәбешмәй. Унан шулай уҡ бәлештәр, пицца бешерергә лә мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: