Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
20 Октябрь , 10:30

Атайҙар көнө менән!

Атай кеше әйткән һүҙен Берәгәй әйтер, Ирҙәр һүҙенең ныҡлығын Атай күрһәтер.. Үпкәләмәгеҙ атайға Ул бит бер генә,  Ғаиләгеҙҙең янында Һаҡта гел генә

АТАЙ ҺҮҘҘӘРЕ

Атай һүҙҙәре ныҡ була

Саҡматаш кеүек!

Был турала һеҙ балалар

Ҡуйығыҙ белеп.

Атай кеше әйткән һүҙен

Берәгәй әйтер,

Ирҙәр һүҙенең ныҡлығын

Атай күрһәтер..

Үпкәләмәгеҙ атайға

Ул бит бер генә, 

Ғаиләгеҙҙең янында

Һаҡта гел генә..

Атайҙың һөйөүө әҙ тип

Борсолма юҡҡа,

Әсәйең аша сағыла

Ул тирә-яҡҡа..

Әсәйең дә, атайың да

Донъяла берәү,

Улар икеһе лә һиңә

Тормошта терәү!

Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: