Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
19 Октябрь , 11:55

Бик тәмле шаньги

Гел пирожки ялҡытты тиһәгеҙ, ошо тәмле ризыҡты бешерегеҙ...

Йылытылған һөткә һыу, шәкәр һәм әсетке өҫтәгеҙ. Яҡшылап болғатығыҙ. Ҡаймаҡ, тоҙ һәм үҫемлек майы өҫтәгеҙ. Он өҫтәп яҡшылап  болғатығыҙ. Ҡамыр ярайһы уҡ ҡуйы булырға тейеш. Уны ҡапҡас йәки таҫтамал менән ҡаплағыҙ һәм 40 минутҡа күтәрелергә ҡалдырығыҙ.

Күтәрелгән ҡамырҙы баҫып тағы ла 30 минутҡа ҡалдырығыҙ. Быны тағы ике тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ҡамыр әҙет булғансы картуфты таҙартығыҙ һәм ҡайнатығыҙ. Бешкән картуфты иҙегеҙ. Ҡамырҙы, киҫәктәргә бүлегеҙ. Һәр бәлештең уртаһына бәләкәй генә уйым яһап картуфты һалығыҙ. 

Шаньгилар ҡыҙған духовкала 30-40 минут бешерелә. 

Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: