Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
19 Октябрь , 10:30

Ағинәйгә - 90 йәш

Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙына иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ

Ағинәйгә - 90 йәш
Ағинәйгә - 90 йәш

Икенсе Этҡолдан Зәкирә Исҡужина үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙы бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнаған, ауыл хужалығын үҫтереүгә лайыҡлы өлөш индергән,һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙы үҙ иңендә күтәргән, һынауҙарға бирешмәгән ҡаһарман ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Тормош иптәше Шаһиғәле Ирғәле улы менән 60 йылдан ашыу татыу ғүмер итәләр, һигеҙ бала үҫтерәләр.Әле абруйлы ағинәй кесе улы Мансур һәм килене Гөлназ Исҡужиндар ғаиләһендә хөрмәт һәм ҡәҙер күреп йәшәй. Зәкирә Һиҙиәт ҡыҙын оло юбилейы менән район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәнил Нәҙерғолов һәм райондың ветерандар советы исеменән Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Азамат Мөхәмәтшин тәбрикләне, Ҡотлау хаты һәм бүләк тапшырҙы. Ниғәмәт ауыл хакимиәте башлығы Амур Әминев Зәкирә Исҡужинаға биләмәнең Ҡотлау хаты һәм бүләген тапшырҙы. Юбилярҙы "Ағинәйҙәр" ҡоро рәйесе Көнһылыу Сөләймәнова, Ҡолсоранан матбуғат ветераны Салауат Мөхәмәтшин, балалары, туғандары ҡотланы, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: