Малай тыуыуын теләһәң
Күрше ауылда була был хәл. Берәүҙәрҙең ғаиләһендә бер-бер артлы гел ҡыҙҙар ғына тыуып тик тора икән. Шунан аптыранған атай кеше үҙенән өлкәнерәк ағайҙарҙан кәңәш һорап ҡарарға була. Бер ағай уға аҡыллы кәңәш бирә:
-Ҡустым, әгәр ҙә малай тыуыуын теләһәң, килен менән йоҡлағанда кәпәс кейеп йоҡларға кәрәк, - ти икән, шаяртып.Атай кеше ҡыуанып ҡайтып китә. Билдәле ваҡыт үткәс, быларҙың тағы ҡыҙҙары тыуа. Аптырап, теге тағы кәңәш биргән ағайға килә.
–Ағай, һеҙ әйткәндәрҙе теүәл үтәнем, тик тағы ҡыҙ тыуҙы...
-Килен менән йоҡлағанда кәпәс кейҙеңме?
–Кейҙем.
-Кәпәсеңдең бауын бәйләнеңме?
–Юҡ.
-Һуң, бауын бәйләмәгәс, кәнишне, ҡыҙ бала тыуа ла тора инде,- тип яуаплаған тәжрибәле ағаһы. Шунан һуң ауылда берәй ғаиләнең ҡыҙы тыуһа: “Эй, бының ире йоҡлағанда кәпәсенең бауын бәйләмәгән икән”- тигән лаҡап йөрөй.
Ғәле Фәхретдинов.