Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
6 Октябрь , 12:25

Ялды рәхәтләнеп кухняла үткәрәбеҙ

Тәмле еҫтәр аңҡыған аш бүлмәһе өйҙөң ҡото ул...

Турама өсөн ҡырҡылған алма ҡараймаһын, тиһәгеҙ, уға лимон һуты бөркөгөҙ.

Ашҡа тоҙҙо артығыраҡ һалып ебәрһәгеҙ, уға картуф һалырға ла бер аҙ бешереп, кире алырға кәрәк. Картуф тоҙҙоң бер ни тиклемен үҙенә алыр.

Микротулҡынлы мейесте йәшелсәләрҙе, йәшел тәмләткес үләндәрҙе киптерер өсөн файҙаланырға була.

Картуфты ҡыҙҙырғанда әҙер булыр алдынан ғына тоҙ һалһағыҙ, ул һутлыраҡ һәм тәмлерәк булыр.

Ҡоймаҡ бешерер алдынан табаһын тоҙ менән ышҡып алһағыҙ, ҡамыр табаға йәбешмәҫ.

Дөгө ярмаһын бешерер алдынан берәй сәғәт ебетеп алғанда, ул ағыраҡ төҫкә инер. Алдан һыу һеңдергән дөгө тиҙерәк бешер һәм йәбешеп тормаҫ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: