Ғаилә йылы
5 Октябрь 2024, 07:35

Ял көндәре - тәмле аш-һыу еҫе мәле

Сөнки эштән бушаған кешеләр кинәнеп бешеренеүгә тотона...

Тоҙло кәбеҫтәне, тоҙо бик әсе булһа ла, йыумағыҙ – бик күп микроэлементтары һәм витаминдары йыуыла. Ҡулланыр алдынан ныҡлап һығығыҙ ҙа, тәменә ҡарап шәкәр һәм тоҙланмаған кәбеҫтәне өҫтәп турап һалығыҙ.

Арпа ярмаһын башта айырым бешереп, шунан ғына ашҡа һалып ебәрһәгеҙ, ашығыҙ тиҙерәк өлгөрөр. Ашты уттан алғанға тиклем уға аҙ ғына кишер, помидор һәм кәбеҫтә һуты ҡойоғоҙ– тәмле лә, файҙалы ла булыр.

Салатҡа картуф һалырға уйлаһағыҙ, уны иң аҙаҡтан ғына турап ҡушырға кәрәк. Сөнки был йәшелсә башҡаларына ҡарағанда тиҙерәк боҙола.

Йәшелсәләрҙе һалҡын һыуҙа ғына йыуырға кәрәк. Йыл һыу тәмен боҙа.

Салатҡа тигән йәшелсәне әрсемәй бешерегеҙ. Һурпа тоҙло булһа, марляға төрөп ярты стакан дөгө йәки тары ярмаһы төшөрөгөҙ ҙә, ҡабат ҡайнатығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас