Ғаилә йылы
5 Октябрь 2024, 04:55

Байрам менән һеҙҙе, УҠЫТЫУСЫЛАР!

Иң кәрәкле, иң изге, иң ҡатмарлы, мәңгелек һөнәр ул...

Иҫемдә алтын hуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм –

Тәү башлап мәктәп ишеген

Үрелеп асҡан көнөм.

Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап,

Ҡараның күҙҙәремә.

Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр hалдың

Бәләкәc йөрәгемә.

Һин һөйләнең бәхетемдең

Аҡлығы тураһында.

Тыуған илдәге халыҡтың

Шатлығы тураһында.

Һин етәкләп мендең мине

Тауҙарҙың бейегенә.

Алып киттең далаларға,

Дингеҙҙәр киңлегенә.

Һин яратырға өйрәттең

Һәр бер биҙәген ерҙең.

Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең

Серҙәрен асып бирҙең.

Яҡтыртты һәр бер көнөмдө

Ҡояш Нурҙары менән,

Һин яҡтырттың күңелемде

Ленин уйҙары менән

Иҫемдә алтын hуҡмаҡҡа

Тәү аяҡ баҫҡан көнөм.

Һәм тормошом китабының

Тәү битен асҡан көнөм. 

Мостай КӘРИМ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас