Ғаилә йылы
1 Октября 2024, 04:50

Олоғаябыҙ әле яйлап ҡына...

Ә былайға -һәүетемсә генә Һиҙҙермәйсә йылдар һырҙар һала. Бүләк бит ул ҡартлыҡ! Ҡәҙерен бел! Күпмеләргә ҡартлыҡ килмәй ҡала...  

Олоғаябыҙ әле яйлап ҡына...Олоғаябыҙ әле яйлап ҡына...
Олоғаябыҙ әле яйлап ҡына...

Олоғаябыҙ яйлап-яйлап ҡына,

Тамғаларын һала Хаҡ тәғәлә

Берәмтекләп, һайлап-һайлап ҡына.

Толомдарҙың ҡуңыр тулҡынына

Уҡа булып сал сәс юлаҡлаған,

Һиҙҙермәйсә генә сырайҙарға

Ни арала һырҙар ҡунаҡлаған.

Күҙ өйрәнеп кенә олоғаябыҙ,

Тел әйләнмәй "ҡартлыҡ" тигән һүҙгә,

Ә һикерәм тиһәң - билдән ала,

Йүгерәйем тиһәң, теҙгә бөгә.

Үтмәҫләнә бара күҙ ҡоросо,

Дәңгелдәккә ҡала былбыл телдәр,

Ярай әле кинәт ҡартаймайбыҙ,

Ҡотто алыр ине күргән хәлдәр.

Ә былайға -һәүетемсә генә

Һиҙҙермәйсә йылдар һырҙар һала.

Бүләк бит ул ҡартлыҡ!

Ҡәҙерен бел!

Күпмеләргә ҡартлыҡ килмәй ҡала...

 

Гүзәл Ситдиҡова

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас