Ғаилә йылы
30 Сентябрь 2024, 09:50

Ололарҙың хәлен белеп

Ололарҙы ололау - яҡшылыҡтың билдәһе. Таулыҡай мәктәбе уҡыусылары оло йәштәге ауылдаштарының хәлен белде.

Иртәгә - Ололар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан оло йәштәгеләргә ҡотлап төрлө байрам саралары үтә, сәй табындары ойошторола.  Шулай уҡ мәктәп уҡыусыларның оло йәштәге инәй- олатайҙарҙы байрам менән  ҡотлап, барып хәлдәрен белеү, уларға ярҙам итеү ҙә  матур йолаға әйләнгән. Таулыҡай мәктәбенең өлкән класс уҡыусылары ла класс етәкселәре менән берлектә, хаҡлы ялдағы уҡытыусыларҙың һәм оло йәштәге инәй-олатайҙарҙың өйҙәренә барып, хәл белде, йорт эштәрендә ярҙамлашты. Кешегә бер  йылы һүҙ, иғтибар ҙа етә шул. Инәй -олатайҙар балаларға һәм мәктәп коллективына рәхмәт һүҙҙәре еткереп, уҡыуҙарында һәм эштәрендә уңыштар теләне. 

Ололарҙың хәлен белеп
Ололарҙың хәлен белеп
Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас