Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
29 Сентябрь 2024, 12:45

Алдынғы ҡарашлы заман уҡытыусыһы

Уҡытыусы һәр заманда ла иң хөрмәтле, иң абруйлы, иң ихтирамлы кеше булып ҡала. Тап уҡытыусы Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләй. Был исемде йөрөтөр өсөн ниндәй көс, ҡеүәт, тырышлыҡ, сабырлыҡ, ынтылыш, ныҡышмалылыҡ кәрәк икәнен ул үҙе генә белә. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Ҡаланың 2-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Ҡолмөхәмәтова тап шундай уҡытыусыларҙың береһе.

Алдынғы ҡарашлы заман уҡытыусыһыАлдынғы ҡарашлы заман уҡытыусыһы
Алдынғы ҡарашлы заман уҡытыусыһы

Эльвира Бикйән ҡыҙы 1974 йылдың 3 октябрендә Муллаҡай ауылында тыуған. 7-се класҡа тиклем тыуған ауылында уҡый, артабан Баймаҡ мәктәп-интернатында белем ала. 1991 йылда БДУ-ның “Башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы” факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш ҡыҙ Ишей ауылы егете Әхәт Ҡарасурин менән яҙмышын бәйләй. Ишейгә килен булып төшөп, урындағы мәктәптә ул рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Мәктәп башланғыс итеп үҙгәртелгәс, Темәскә күсә. 2-се мәктәптә 2016 йылдан эшләй. Юғары категориялы уҡытыусының эш стажы 27 йыл.

Э.Б. Ҡолмөхәмәтова үҙен методик яҡтан грамоталы, ижади эшләгән, теоретик яҡтан белемле белгес итеп күрһәтте. Үҙ предметын яҡшы белә, уҡытыу һәм тәрбиәләү процесында алдынғы методикаларҙы һәм педагогик технологияларҙы әүҙем ҡуллана. Уҡыусылары төрлө ижади конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Оҫта педагогты рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының мәктәп методик берекмәһе етәксеһе итеп һайлап ҡуялар. Шулай уҡ тәжрибәле уҡытыусы берҙәм дәүләт имтиханына уҡыусыларҙы әҙерләү буйынса бай эш тәжрибәһенә эйә – уның уҡыусылары йыл да яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. “Мәктәп, ғаилә, тыуған яҡ” мәктәп музейының да етәксеһе булып тора. Бында даими экскурсиялар үтә, төрлө әһәмиәтле даталар, ҡыҙыу нөктәләрҙә һәләк булған һалдаттар тураһында мөйөштәр булдыра, уҡыусыларҙы ғилми тикшеренеү эштәре конкурстарына йәлеп итә.

Эльвира Бикйән ҡыҙы шулай уҡ участка һайлау комиссияһы ағзаһы ла, профсоюз эшмәкәрлегендә лә әүҙем ҡатнаша. Уҡытыусы эшләй-эшләй әртискә әйләнеп бөтә, тиҙәр. Дәрестәренә ул үҙе шиғыр яҙа, моңло йырҙарын коллегалары тәбрикләп ҡаршы ала. Бар оҫталығы, даланы, ябайлығы, тырышлығы менән ул коллегалары, мәктәп хеҙмәткәрҙәре араһында абруй һәм ихтирам яулаған. Э.Б. Ҡолмөхәмәтова уҡытыу һәм тәрбиә эшендә намыҫлы хеҙмәте өсөн мәғариф бүлегенең Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

Эльвира Бикйән ҡыҙының тормош иптәше Әхәт менән иңгә-иң терәп, бер һүҙле булып, донъяны тигеҙ тартыуҙарына 30 йыл булып килә. Ғаиләһенән уңды: тормош иптәше өсөн һөйкөмлө ҡатын, өс балаһы өсөн ҡәҙерле әсәй, ҡәйнәһе өсөн егәрле килен, килене өсөн хөрмәтле ҡәйнә. Был үҙе бәхет бит ул!

Хөрмәтле коллегамды 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә тағы ла юғары уңыштар теләйем. Уҡыусыларыңдың шат йылмайыуы күңелеңә көн дә йылы өләшһен, шатлыҡ нурҙарына сорнаһын.

Венера Ҡасҡынова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас