Ғаилә йылы
28 Сентябрь 2024, 05:55

Тормош һынауҙары уларҙы һындырмаған

Күгиҙелдән Миләүшә һәм Шәрифйән Мәүлитовтарҙы ауылда уңған, алдынғы ҡарашлы, тормош һынауҙары алдында бер ҡасан да ҡаушап ҡалмаған татыу ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. дүрт тиҫтә йылға яҡын инде улар иңгә-иң терәп донъя көтә, тыуған төйәге мәнфәғәтендә изге эштәр атҡара, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм күптәргә ысын өлгө булып тора. Күгиҙелдән Миләүшә һәм Шәрифйән Мәүлитовтарҙы ауылда уңған, алдынғы ҡарашлы, тормош һынауҙары алдында бер ҡасан да ҡаушап ҡалмаған татыу ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. дүрт тиҫтә йылға яҡын инде улар иңгә-иң терәп донъя көтә, тыуған төйәге мәнфәғәтендә изге эштәр атҡара, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм күптәргә ысын өлгө булып тора.  

Күгиҙелдән Миләүшә һәм Шәрифйән Мәүлитовтарҙы ауылда уңған, алдынғы ҡарашлы, тормош һынауҙары алдында бер ҡасан да ҡаушап ҡалмаған татыу ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. дүрт тиҫтә йылға яҡын инде улар иңгә-иң терәп донъя көтә, тыуған төйәге мәнфәғәтендә изге эштәр атҡара, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм күптәргә ысын өлгө булып тора. Күгиҙелдән Миләүшә һәм Шәрифйән Мәүлитовтарҙы ауылда уңған, алдынғы ҡарашлы, тормош һынауҙары алдында бер ҡасан да ҡаушап ҡалмаған татыу ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. дүрт тиҫтә йылға яҡын инде улар иңгә-иң терәп донъя көтә, тыуған төйәге мәнфәғәтендә изге эштәр атҡара, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм күптәргә ысын өлгө булып тора.

Мәүлитовтарҙың күп балалы, татыу ғаиләһендә кесе бала булып тыуған Шәрифйәндең барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы ғәзиз төйәге менән бәйле. Ауылдың абруйлы уҙаманы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шакирйән Хәкимйән улы һәм Фәүзиә Бикйән ҡыҙы заманында урындағы совхоздың Комсомол бүлексәһендә намыҫлы хеҙмәтөлгөһө күрһәтергә лә, балаларын алдынғы ҡарашлы, эшһөйәр, алсаҡ һәм ярҙамсыл итеп тәрбиәләргә лә өлгөрә. Мәктәпте тамамлағас, Шәрифйән Шакирйән улы Өфө урман техникумына уҡырға инә. Уҡыу йортонда белем алған йылдарҙа ул дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылы һылыуы, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡып йөрөүсе Миләүшә Мансур ҡыҙы менән таныша һәм йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. 1990 йылда ғаилә Комсомолға (бөгөн – Күгиҙел), атай йортона ҡайтып төпләнә. Йәш белгестәрҙе Комсомол урта мәктәбендә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. Улар дәртләнеп эшкә тотона. Ғаилә башлығы биология, химия һәм физкультура дәрестәрен алып барһа, кәләше иһә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.

Юғары белем алыу теләге менән Шәрифйән Мәүлитов Башҡорт дәүләт университетының “Биология” факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Әммә 4-се курста белем алған ваҡытта, 1994 йылда, ғаилә башлығы фажиғәгә юлыға – ремонт эштәре алып барылған ятаҡханала ҡолап, умыртҡа һөйәген һындыра. Тормош йәш ғаиләне бына шундай ҡаты һынау алдына ҡуя. Ике йыл түшәктә хәрәкәтһеҙ ята Шәрифйән Шакирйән улы. Әммә бала саҡтан тырыш, алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйып өйрәнгән, спорт менән дуҫ булған ир-егет үҙ аллы шөғөлләнеп, бер нисә йылдан тороп ултыра. Әлбиттә, быға ул ғаиләһенең ныҡлы хәстәрлеге, тормош юлдашының матур тәрбиәләүе арҡаһында ла өлгәшә. дуҫтары ла ярҙамдарынан ташламай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяҡтары ғына хәрәкәтһеҙ ҡала. Был саҡта улдары мәктәпкә лә бармаған, ә ҡыҙҙарына ни бары өс кенә йәш була.

Бына өс тиҫтә йыл инде Мәүлитовтар ғаиләһе тормош ҡуйған ошо һынауҙар алдында бер ҡасан да баш эймәй йәшәй, балалар үҫтерә. Бер йортта йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһе тураһында хәстәрлек күреү, балаларҙы ҡарау, хужалыҡтағы эштәрҙе атҡарыу, мәктәптә уҡыусыларға белем биреү кеүек мәшәҡәттәр өйөлһә лә, бер ҡасан да һынып-бөгөлөп төшмәй Миләүшә Мансур ҡыҙы, ҡыйынлыҡтарҙы сабырлығы һәм тырышлығы менән еңә. Ҡайны-ҡәйнәһен дә һуңғы һулыштарынаса матур итеп тәрбиәләй ул.

Күгиҙелдәге мәктәп 4 класҡа ҡалғас, Миләүшә Мәүлитова хеҙмәт юлын Билал урта мәктәбендә дауам итә. Бына ун бер йыл инде ул күрше ауылға йөрөп балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Үҙ эшенең ысын оҫтаһы, талантлы педагог булараҡ беләләр уны. Бына дүртенсе йыл инде Миләүшә Мансур ҡыҙы директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын да уңышлы атҡара. Яулаған уңыштары ла етерлек. Башҡортостан кимәлендә үткән “Йыл уҡытыусыһы-2022” конкурсы йомғаҡтары буйынса ул БР Милли мәғарифты үҫтереү үҙәгенең Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән. Миләүшә һәм Шәрифйән Мәүлитовтар үҙҙәре кеүек уңған, алдынғы ҡарашлы балалар тәрбиәләп үҫтергән. Өлкәндәре Юлай, Өфөләге күп профилле колледжды тамамлап, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән. Йорт-ихаталағы төп эштәрҙе атҡарыу, мал ҡарауҙы ул үҙ иңенә алған. Күптән түгел Белорет районы ҡыҙы динә менән ғаилә ҡороп ебәргән. Ҡыҙҙары ләйсән иһә БдПУ-ны тамамлап, әле Бөрйән районында йәшәй. Ғаиләһе менән ҡыҙ үҫтерә.

“Мәүлитовтар – Күгиҙел ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе, –тип билдәләне Билал ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы данис Иҫәнъюлов. – Улар һәр яҡлап уңған, тырыш булыуҙары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙары менән айырылып тора. Миләүшә Мансур ҡыҙы улы Юлай менән участка һайлау комиссияһының эшендә әүҙем ҡатнаша. Урындағы мәсетте ремонтлағанда ла ситтә ҡалманы ғаилә – Юлай ҙур ярҙам күрһәтте. Ундайҙар ауыл биләмәһенең терәге һәм ҡото булып тора”.

Тормош ҡуйған ҡаты һынауҙар алдында баҙап ҡалмаған, килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы үҙҙәренең көслө рухы менән һәр саҡ еңә килгән ғаиләләр ысын мәғәнәһендә һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо уята. Миләүшә менән Шәрифйән Мәүлитовтар – тап шундайҙарҙан. Халыҡ әйтмешләй, бындай кешеләр һәйкәлгә лайыҡ...

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас