Ғаилә йылы
28 Сентябрь 2024, 17:25

Ҡәҙерлебеҙ кәңәшсе лә, терәк тә

Көҙ миҙгелен беҙҙең ғаиләбеҙ бик ныҡ ярата. Тап япраҡтар һарғайып, алтынға мансылған мәлдә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ – әсәйебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Зәбирә Сәфәрғәле ҡыҙы Латыпова донъяға килгән. Быйыл ул күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләй.   

Ҡәҙерлебеҙ кәңәшсе лә, терәк тәҠәҙерлебеҙ кәңәшсе лә, терәк тә
Ҡәҙерлебеҙ кәңәшсе лә, терәк тә

Көҙ миҙгелен беҙҙең ғаиләбеҙ бик ныҡ ярата. Тап япраҡтар һарғайып, алтынға мансылған мәлдә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ – әсәйебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Зәбирә Сәфәрғәле ҡыҙы Латыпова донъяға килгән. Быйыл ул күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләй.  Көҙ миҙгелен беҙҙең ғаиләбеҙ бик ныҡ ярата. Тап япраҡтар һарғайып, алтынға мансылған мәлдә беҙҙең ҡәҙерлебеҙ – әсәйебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Зәбирә Сәфәрғәле ҡыҙы Латыпова донъяға килгән. Быйыл ул күркәм юбилейын – 70 йәшен билдәләй. Зәбирә Баймаҡ районының Ҡортүлгән ауылында 1954 йылдың 28 октябрендә сәлимә һәм сәфәрғәле Хөсәйеновтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 5-се класҡа Ишей мәктәбенә бара. Көн һайын 5-6 саҡрым араны йәйәүләп йөрөп уҡырға тура килә. 8-се класты тамамлағас, Зәбирә ата-әсәһенә ярҙам итеү өсөн Түбә ҡасабаһындағы теген фабрикаһына эшкә төшә. Аҡыллы, изге күңелле, яуаплы булыуы менән хеҙмәттәштәре араһында ихтирам яулай. Тырыш хеҙмәте бик күп Почет грамоталары менән баһалана.

1982 йылда ул эш урынын алмаштыра – “Башкирнефтепродукт”ҡа оператор булып урынлаша. Эшен яҡшы алып барған әсәйебеҙҙе тиҙҙән өлкән мастер итеп күсерәләр. Бында ла намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнә. Хаҡлы ялға ла ошо ойошманан сыға. Йәшлек миҙгелендә яҙмышын Ишбулды Ғәфүр улы Латыпов менән бәйләй. Йәштәрҙең мөхәббәт емештәре булып өс бала донъяға килә. Дилбәр, Ришат һәм Илнурға улар лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп, үҙ аллы тормош юлына оҙаталар. Ришат ғаиләһе менән себер тарафтарындағы Муравленко ҡалаһында төпләнә. Дилбәр менән Илнур үҙ донъяһын Сибайҙа ҡорҙо.

Тормош гел генә бер төрлө булмай. Шатлығы менән ҡайғыһы ла үрелеп бара. 1999 йылда атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. ауыр булһа ла әсәйебеҙ бирешмәне, балаларын эйәле-башлы итергә тырышты. Әле ул балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен ҡарашып, ҡыуанып Түбә ауылында ғүмер итә.

Әсәй! Һинең оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Тырышлығың, көслө рухлы булыуың, йылы ҡосағың, тәрбиәң, аҡыллы кәңәштәрең өсөн беҙ һинең алда баш эйәбеҙ! алдағы тормошоңда сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар, оҙон ғүмер, йән тыныслығы теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай көслө, тормош һөйөүсән булып ҡал. Тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын. Беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн һин ныҡлы терәк. аҡыллы кәңәштәрең, ярҙамың өсөн рәхмәт. Киләсәктә лә туғандарыңдың ихтирамын тойоп, үҫтергән балаларыңдың хәстәренә төрөнөп, уларға терәк, ейән-ейәнсәрҙәреңә, бүлә-бүләсәрҙәреңә ҡәҙерле өләсәй булып матур ғүмер кисерергә яҙһын.
Һәр бер иртә һине ҡыуандырып,
Шатлыҡ менән яңы таң атһын.
Күҙҙәреңде һағыш йәше түгел,
Шатлыҡ йәше генә сылатһын.
Ҡыуаныстар ғына алып килһен
70 йәшең – оло байрамың.
Һиңә бөгөн бүләк итәбеҙ беҙ
Барлыҡ яҡшылыҡтар бәйләмен.

Иң изге теләктәр менән – ҡыҙың Дилбәр, кейәүең Ирек, улдарың Ришат, Илнур, килендәрең Ирина, Рәсимә, ейәнсәрҙәрең Диана, алина, Әминә, Регина, кейәүең Илнур, ейәндәрең Динис, Батыр, Руслан, Кәрим, киленең Зимфира, Илнара, бүләсәрең Инзилә, бүләң Данияр.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас