Ғүмер буйы тыуған еренә тоғро ҡалып, уны үҫтереүгә ҙур өлөш индереп, татыу һәм тыныс ғүмер иткән кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тойғолары уята. Ә инде бындайҙар парлашһа, йәмғиәткә икеләтә оло файҙаһын килтерә.
Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Рәйсә апай менән һөйләшеүе лә күңелде ойоҫҡота, ниндәйҙер һиллек даръяһына йүнәлтә. Тыныс тауышлы хужабикәнең кемгәлер тауыш күтәреүен, асыуланыуын, йә кемдер хаҡында әҙ генә насар һүҙ әйтеүен башыңа ла килтермәҫһең.
Рәйсә Сафи ҡыҙы – Ҡаҡтуғай ҡыҙы. Күптәр Һаҡмар ауылының халыҡ телендәге яратып яңғыратҡан атамаһы шундай булыуын беләлер. Ишле ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ бала саҡтан зирәк һәм эшһөйәр булып үҫә. Хәйер, ул заман балаларына иркәләнеп ятырға ваҡыт булғанмы инде? Шуға күрә Түбә ауылына нисәмә саҡрым йәйәүләп белем алырға йөрөүҙәрен дә һағынып иҫкә ала. Иртә менән эшкә тотона. Тал сыбығындай ҡыҙ әсәһенә ярҙам итеп һауынсы булып эшләй.
Шулай ҙа Рәйсә апайҙың иң яратҡан шөғөлө – тегеү. Шуға күрә ғүмере лә ошо һөнәргә бағышлана. Оҫта ҡулдар әле лә был эште ташламай. Өйөнә балҡытып ҡороп ҡуйылған сағыу-сағыу заманса ҡорғандарҙың, йыһаздағы төрлө япмаларҙың уның күҙ нуры түгеп башҡарылғанын белеп хайран ҡалдым. Күлдәктәр, түшәк япмалары, итәктәр һәм башҡаһын ул күҙ асып йомған арала тегеп тә ҡуя.
Тормош иптәше Рәшит ағайҙың да һәр саҡ тыныс, аҙ һүҙле, әммә күп эшле булыуы һоҡландыра. Ул да ошо уҡ ауылда тыуып үҫкән, тормошон совхоз эштәренә бағышлаған алтын ҡуллы ағай. Күп йылдар инде бәхетле пар икеһе лә дин юлында. Рәйсә апайҙан: “Шундай матур һәм бәхетле тормошта йәшәү өсөн көслө һөйөү уттарында янып өйләнешкәнһегеҙҙер?” – тип һорап ҡуям. Ул сабыр ғына йылмайҙы ла: “Әллә, “әсәйем, ҡулы эш белгән, шәп егет һине һоратырға уйлай, бараһыңмы?” тип һорағайны, “ярай һуң” тинем дә өйләнештек тә ҡуйҙыҡ”, – тине. Аҡыллы әсәнең эшһөйәр ҡыҙына шундай уҡ егетте тойомлап димләй белеүенә һоҡланырға ғына ҡала.
Һәм йәштәр, ысынлап та, бик матур йәшәп китә. Икеһе лә эшлекле булғас донъя тик алға тәгәрәй. Һаҡмар ауылының матур урынында урынлашҡан ҙур өйҙө һатып алып, уға ныҡлы ремонт яһайҙар. Бәләкәй буйлы Рәйсә апай ике метр ярым бейеклектәге түшәмде менеп буяуы, йыуыуы үҙе бер ҙур эш булыуын көлөп хәтерләй. Бер-бер артлы биш бала донъяға килә. Уларҙы тәрбиәләү, белем биреү, кейәүгә биреү, өйләндереү кеүек донъяуи мәшәҡәттәрҙе лә еңел атҡарып сығалар. Күпләп мал аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр... Ә бәлә уйламағанда төндә килә. Ҡапыл башланған янғын һанаулы минут эсендә уларҙың ғүмер буйы йыйған донъяһын көл-күмергә ҡалдыра. Хоҙайға шөкөр, үҙҙәре имен ҡала һәм документтарын бергә алып өлгөрә.
Ҡыш урамда тороп ҡалған Рәйсә апай менән Рәшит ағайҙы балалары үҙҙәренә саҡыра. Тик улар ауыл тормошон, әмәлгә, имен ҡалған малын һағына. Ололар рәтенә баҫҡан Харисовтар ең һыҙғанып эшкә тотона һәм тиҙ арала тәүҙә усаҡлыҡ, унан өй ҡалҡытып сығара. Уның янында төрлө емеш ағастары, сәскәләр менән биҙәлгән баҡса, артында мал тулы кәртә-ҡура урын ала. “Балалар, ауылдаштар, туғандар ярҙам итте, ҙур рәхмәт һәр береһенә, Аллаһы Тәғәлә сауабын насип итһен”, – ти улар. Тик килгәнде эш итә белеү генә ошондай ҡыҫҡа ваҡытта, ҡот уйнап торған яңы ғаилә ҡәлғәһен барлыҡҡа килтерә алалыр. Һәр нәмә үҙ урынында булған, таҙалыҡ һәм сафлыҡ менән ялт итеп торған йортҡа инеп сығыуы ла ниндәйҙер нур өҫтәгәндәй була. Әлеге ваҡытта Рәйсә апай 93 йәштәге әсәһен дә тәрбиәләй. Ҡайһы саҡта йәш саҡтарын иҫкә алып моңланған, бәғзе ваҡытта бала холҡон күрһәткән өлкән кешене ҡарауы еңелдән түгел. Әммә уның әсәһенә иҫ киткес һөйөү тулы ҡарашы менән ҡарауы һәм сабыйҙай бағыуы күптәргә өлгөлөр.
Хеҙмәт ҡаҙаныштары ла бихисап булған Харисовтар бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңышына һөйөнөп йәшәй. Бер улдарын юғалтыу ҡайғыһын да улар сабырлыҡ менән, бер-береһенә терәк булып ҡабул итә алды. Рәшит ағай мал-тыуарын тәрбиәләп, ауыл мәсетенә ашыға. Уның аяттарын халыҡ яратып ҡабул итә. Өйөн ҡурсаҡтай биҙәү, әсәһен ҡарау, тәмлекәстәр бешереү, һыйыр ағын эшкәртеү менән мәшғүл Рәйсә апай ҙа дингә һыйынып, кешеләргә изге теләктәрен еткереп йәшәй.
Ошондай ябай, шул уҡ ваҡытта үҙ бөйөклөгөнә өлгәшкән матур парҙар күберәк булһын ине ул...