Ғаилә йылы
“Никах ҡағыҙыбыҙ ҙа икәү беҙҙең...”
Байыш ауылында береһенән-береһе уңған, ихлас, матур кешеләр йәшәй. Тормош тәжрибәһе туплап, ғүмер көҙөн йәмле генә итеп ҡаршылаған өлкәндәр йәштәргә күҙ-ҡолаҡ, терәк-кәңәшсегә әүерелгән.
Шундай матур парҙарҙың береһе менән танышыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Фәтхиә Сәхи ҡыҙы һәм Азамат Мөбәрәк улы Әлибәковтарҙы (инәй Кәримова фамилияһында ҡалған, бының сәбәбе аҙаҡтараҡ) Байыш халҡы бик ихтирам итә. Уларҙың гөрләп үткән хеҙмәт юлын да ауылдаштары әле лә һоҡланып хәтерләй. Улар бергә-бергә, татыу ғүмер итеүҙәренең 64 йылын билдәләүҙәре лә күптәргә үрнәк.
Азамат олатай Байышта тыуып үҫкән. Ул хеҙмәт юлы тураһында былай тип һөйләне: “Йәш саҡтан 8-се класты тамамлағас та колхозда эшләй башланым. Дөрөҫөрәге, беҙҙең осор балалары бәләкәй саҡтан эшләп үҫте. 8-9 йәштән мал көтөү, күбә күбәләү, тарттырыу, тырматыу һ.б. Шул йылдарҙа Самарскийҙа тракторсылар курсы асылды. Унда алты ай уҡыталар ине. Мине шунда йүнәлттеләр. Үҙемдең дә теләгем көслө ине. Сөнки үҙемде хәтерләгәндән алып техниканы бик яраттым. Беҙ барып уҡый башлағас та хөкүмәттең тағы бер шәп указы сыҡты. Беҙҙе бушлай ашаттылар һәм кейендерҙеләр. Ул осорҙа был ҙур ярҙам булды. Баштан аяҡ кейендереүҙәренә ҡыуанып бөтә алманыҡ. Шунан эшләй башланым. 45 йылдан ашыу эшләнем. Тәүҙә беҙҙең ауыл колхоз ине, унан 1957 йылда совхозға ҡуштылар”.
Олатайҙың эше тураһында яратып, ихлас һөйләүен туҡтауһыҙ тыңларға була. Әммә ул үҙенең хеҙмәт ҡаҙаныштары тураһында бер ҙә өндәшмәй. Азамат Мөбәрәк улы һәр сәсеүҙең алдынғыһы була. 1956 йылда РСФСР буйынса йомшаҡ һөрөү буйынса икенсе урынға сығып дан ҡаҙана. Заманында нәҡ Азамат Әлибәков совхозда беренселәрҙән булып “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған механизаторы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Комбайнда эшләү стажы ғына ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡытты тәшкил итә. Артабан Азамат олатай яңы килгән “Т 150” тракторына ултыра. Баҫыуҙарҙы һөрөүҙә алдынғылыҡты бирмәҫ механизаторҙарҙың береһе була. Олоғая төшкәс, 1986 йылда, “Т40” тракторына ултыра. Ал-ялды белмәй эшләгән механизаторҙы ҙурлап хаҡлы ялға оҙаталар.
Фәтхиә Сәхи ҡыҙы ла бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Был йылдарҙы ул һағынып иҫкә ала. “Белорет педагогия училищеһында беҙҙе ныҡ көслө остаздар уҡытты. Сифатлы белем бирҙеләр. Йүнәлтмә буйынса тәүҙә Бәләкәй Төркмән ауылына килдем. Шул ваҡытта уҡ “ни өсөн балалар уҡый алмай икенсе йылға ҡала икән” тигән уй тынғы бирмәй торғайны. Был йүнәлештә һәр саҡ эҙләндем. Төркмән ауылында эшләгәндә уйламағанда үҙемдең уҡытыусым Рәзилә Вәдүт ҡыҙын осраттым. Ул мине Ишмырҙа мәктәбенә эшкә саҡырҙы. Бер йыл шунда уҡыттым. Унан Янғаҙы мәктәбенә ҡайттым. Бында эшләп тә өлгөрмәнем, Байыш мәктәбенә ҡайтырға рөхсәт ҡалдым. Был ул йылдар өсөн үҙенә күрә бер ҡаҙаныш ине. Сөнки уҡыу йортон тамамлағандан һуң тыуған яҡтарыңа өс йыл үтмәйенсә ҡайтырға рөхсәт бирелмәне. Иң беренсе булып Байышта беренсе кластарҙы айырып алған уҡытыусы булдым. Сөнки уға тиклем 1-се һәм 3-сө, 2-се һәм 4-се кластар бергә уҡый ине. Белорет училищеһында өйрәткән уҡытыу ысулын ҡуллана башланым. Әйтеп үтеүемсә, маҡсатым бала класта ултырып ҡалмаҫлыҡ итеп белем биреү ине. Сөнки күсә алмаған балалар күп булды”.
Йәш уҡытыусы дәртләнеп, ҙур маҡсаттар менән янып эшкә тотона. Бала саҡтан йөрәгендә йөрөткән хыялы ҡабул булыуына һөйөнә ул. Тик уҡытыусылар етмәү сәбәпле, Фәтхиә Сәхи ҡыҙын башҡорт теле уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Өйрәнгән класын ҡалдырғыһы килмәһә лә, үҙ аллы рәүештә телде уҡытыу серҙәренә төшөнөп, уңышлы эшләй. Училищены тамамлаған ҡыҙ артабан белемен камиллаштырыу уйы менән яна. Ул юғары уҡыу йортоноң тарих факультетына уҡырға инә. Юғары белем дипломын алып, тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотона. Уҡытыусылыҡ эшенән тыш йәмәғәт тормошонда янып эшләй, агигатор, пропагандалаусы була. Хеҙмәт дәүерендә бик күп наградаларға лайыҡ була, Маҡтау ҡағыҙҙарын ала.
Әлибәковтар барыһын да һоҡландырып ғүмер итеүенә алты тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Уларҙың танышыу, өйләнешеү мәлен дә һорамай булдыра алманым. Фәтхиә инәй йылмайып: “Беҙҙең өйләнешеү үҙе бер айырым тарих инде. Беҙ бергә уҡыныҡ. Олатайығыҙ шул саҡта уҡ кластағы иң тәртипле, иң аҡыллы малай ине. Уның ғәҙел булыуы, һәр саҡ ҡыҙҙарҙы яҡлашыуы ныҡ оҡшай ине. Шулай мәктәп йылдарынан дуҫлаштыҡ. Велосипедҡа ултырып Ҡарамалы ЗАГС-ына яҙылышырға барыуыбыҙ әле лә күҙ алдымда. Минең диплом, башҡа документтар ҡыҙ - Кәримова фамилияһында. Шуға күрә үҙ фамилиямды ҡалдырам, тием. Сөнки документтарҙы алмаштырып йөрөүе мәшәҡәт, ваҡытты ала. Ә ЗАГС-та ултырған Нуриман исемле йәш егет үҙенекен ҡуймай. “Юҡ! Нисек инде улай? Һин Әлибәкова булырға тейешһең”, - тип тәким никах ҡағыҙына шулай итеп яҙып бирҙе. Ләкин мин һуңынан барып унда ултырған ҡатындан Кәримова тип яҙҙыртып тағы бер никах ҡағыҙын алдым. Бына шулай, беҙҙең законлы пар икәнебеҙҙе дәлилләгән ике документ бар. Никах ҡағыҙын беҙ өйләнешмәҫ элек алдыҡ. Сөнки уҡып бөткәс башҡа ергә йүнәлтмә биреүҙәре бар ине. Бала саҡтан дуҫлашып йөрөгәс, олатайығыҙ мине көттө. Миңә мотлаҡ Байышҡа ҡайтырға кәрәк ине”,-тине.
Бәхетле пар береһенән-береһе уңған, эшһөйәр Булат, Самат, Рөстәм исемле өс ул тәрбиәләп үҫтереп, улдарының, уларҙың балаларының уңыштарына һөйөнөп йәшәй.
Бергә-бергә көңгөр-ҡаңғыр килеп донъя көткән, әкрен генә тәмле сәйҙәр эсеп, йәшлек хәтирәләрен барлаған Фәтхиә инәй һәм Азамат олатайға һоҡланып туйғыһыҙ. Ауыл йәме һәм ҡото булған Әлибәковтарға оҙон-оҙаҡ бәхетле, һау-сәләмәт тормош, тик ҡыуаныстар кисереп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина.