Ғаилә йылы
18 Сентябрь 2024, 05:44

Күркәм ғаилә — ил ҡото

Берәүгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа күпселек йәштәр өйләнеп, ғаилә ҡорғас, ауылда ҡалмай, ҡалала төпләнеүҙе хуп күрә. Һөҙөмтәлә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә балалар һаны кәмей, был иһә, үҙ сиратында, мәктәптәр башланғыс кластарға ғына ҡалыуға йә иһә бөтөнләй ябылыуға алып килә. Шуға ла тәпәй баҫҡан ерҙә - тыуған ауылға берегеп, атай нигеҙен һыуытмай, гөрләтеп донъя көткән йәш ғаиләләр һоҡланыу тойғоһо уята. 

Күркәм ғаилә — ил ҡотоКүркәм ғаилә — ил ҡото
Күркәм ғаилә — ил ҡото

Берәүгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа күпселек йәштәр өйләнеп, ғаилә ҡорғас, ауылда ҡалмай, ҡалала төпләнеүҙе хуп күрә. Һөҙөмтәлә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә балалар һаны кәмей, был иһә, үҙ сиратында, мәктәптәр башланғыс кластарға ғына ҡалыуға йә иһә бөтөнләй ябылыуға алып килә. Шуға ла тәпәй баҫҡан ерҙә - тыуған ауылға берегеп, атай нигеҙен һыуытмай, гөрләтеп донъя көткән йәш ғаиләләр һоҡланыу тойғоһо уята. 

Таулыҡай ауылында йәшәүсе Айһылыу һәм Надир Бүкәнбаевтарҙың бер-береһенә булған мөхәббәт тойғолары туйҙа барлыҡҡа килә. Надир - кәләштең бер туған ағаһы, Айһылыу кейәүҙең бер туған һеңлеһе була. Ҡоҙа менән ҡоҙаса мөхәббәткә юл аса, тип юҡҡа ғына йырламайҙарҙыр! 

Йәштәр оҙаҡ уйлап тормай, өйләнешә. Тиҙ арала улар мөһабәт йорт һалып инә. Ғаиләләренә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы улдары Нияз, Вадим, ҡыҙҙары Нәргизә тыуа. 

Икәү тырыш булғанда ғына донъя ла алға бара, уның йөгөн тартыу ҙа күпкә еңелерәк. Ғаилә башлығы 2010 йылдан вахта ысулы менән ҡырҙа эшләһә, Айһылыу - ауыл хакимиәтендә йыйыштырыусы. 

Ауыл халҡының төп шөғөлө - малсылыҡ. Бүкәнбаевтар ҙа күпләп һыйыр малы, һарыҡ аҫрай. Шулай уҡ йыл әйләнәһенә күпләп ҡош-ҡорт алалар. Йүнсел хужаның МТЗ-80, Т-40 тракторҙары, башҡа агрегаттары ишле малға ҡышҡылыҡҡа етерлек бесән әҙерләү мөмкинлеге бирә. 

Йәш ғаилә Надирҙың атаһы Айрат ағай менән бергәләп бик матур, татыу йәшәй. Оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында механизатор булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Айрат Шәһәрғәзе улы әле лә ҡул ҡаушырып буш ултырмай, йорт хужалығында төрлө эштәрҙә ярҙам итә. Ейән-ейәнсәрҙәре лә «ҡартатай» тип өҙөлөп тора. Ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! 

Бүкәнбаевтар балаларын да үҙҙәре кеүек тырыш, эшһөйәр итеп үҫтерә. Улар бәләкәйҙән баҡса, мал ҡарау эштәрендә ата-әсәнең ҙур ярҙамсылары булып тора. 

 Нияз Таулыҡай мәктәбенең 6-сы класында белем алһа, Вадим - 5-се класта, ә кескәй Нәргизә – 2-се класта уҡый. Барыһы ла спорт менән дуҫ. Нияз менән Вадим район кимәлендә үткән милли көрәш ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, һәр саҡ призлы урындар яулай, үҙҙәре белем алған мәктәпкә еңеү алып ҡайта. Йыр-моңға, сәнғәткә ғашиҡ Вадим былтыр районда мәктәп уҡыусылары араһында үткән «Башҡорт малайы» конкурсында уңышлы сығыш яһап, 1-се урынды яуланы. 

Тырышып донъя көткән, маҡсатлы Бүкәнбаевтар ғаиләһенә артабан да әлегеләй гөрләп йәшәүҙәрен теләйһе ҡала. 

 

Альбина Байегетова.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас