Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Зекериә Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл
Ихласлыҡ менән талапсанлыҡты – бергә ҡуша алды...
Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров 1924 йылдың 22 авгусынд Баймаҡ районының Ямаш ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Темәс педучилищеһын, К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын, Өлкә-ара партия мәктәбен, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлаған. Ике Ленин, Октябрь Революцияһы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры. Башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, халыҡ араһында оло хөрмәт ҡаҙанған талантлы етәксе. Уның 38 йәшендә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе итеп һайланып, 24 йыл буйы, хаҡлы ялға тиклем, шул яуаплы вазифаны ҙур уңыш менән башҡарыуы йөмһүриәтебеҙ тарихында бик һирәк һәм күркәм күренеш булараҡ баһалана.
Арҙаҡлы шәхестең тыуына 100 йыл тулыу айҡанлы республика Хөкүмәтенә сирек быуат етәкселек иткән, илебеҙ һәм халҡыбыҙ өсөн тау-тау эштәр башҡарған Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров тураһындағы был яҙма Марсель Ҡотлоғәлләмовтың “Йөрәктәге серҙе һүҙ еткерер” тип аталған китабынан алынды.
Күпселек өсөн иһә ҡаһарманлыҡ һәм романтика, Ватанға мөкиббән хеҙмәт итеү мәртәбәһен хәтерләтә. Шуны ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин: дәүләт эшмәкәре булараҡ, Аҡназаров комсомол эшендә – райкомдың икенсе секретарынан ВЛКСМ өлкә комитетының беренсе секретарына тиклем – формалаша башлаған. Шуғалыр Зекериә Шәрәфетдин улы комсомолдың тарҡалыуын, традицияларының һәм йәштәр хәрәкәтенең баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһенең юғалыуын ауыр кисерҙе. Үҫә һәм быуынға ултыра килгән быуындарҙы идеологик һәм әхлаҡи бушлыҡта ҡалдырырға ярамағанлығын, хатта хәүефле булыуын ул яҡшы аңлай ине. “Комсомол минең өсөн генә түгел, бәлки совет кешеләренең күп быуындары өсөн дә, етди тормош мәктәбе булды. Нәҡ унда күптәребеҙ сәйәси сынығыу алды, ижтимағи эшмәкәрлек тәжрибәһен, хужалыҡ итеү таҫыллығын тупланы”, – тип раҫлай килде З.Ш. Аҡназаров.
Юғары рангтағы комсомол хеҙмәткәре булараҡ, Зекериә Аҡназаров хәҙер шәхес рәүешендә үҙ-үҙенеке түгеллеген аңлай ине. Вазифа баҫҡыстарынан күтәрелә килә кеше ғәҙәтләнгән көнкүреш мөхитенән тормош рәүеше, үҙ-үҙеңде тотоу, бүтәнсә ғәҙәттәр булған донъяға күсә.
Бәс, Аҡназаровҡа 29 йәш һәм республиканың сәйәси етәкселеге әле йәш үк хеҙмәткәрҙе КПСС өлкә комитетының партия органдары бүлеге мөдире итеп үрләтә. Өлкә комитеттың беренсе секретары Семен Денисович Игнатьев тәүәккәл кеше булған икән. Был бүлеккә бит партия эшенең генә түгел, бүтән тармаҡтарҙың да хәл иткес мәсьәләләре килә торғас, унда тәжрибәле кешеләрҙе тәғәйенләргә тейеш булған дабаһа. Егерменсе быуаттың 50-се йылдары. Сталин мәрхүм булғас, административ механизмға ла, иҡтисадҡа ла, ижтимағи аңға ла ҡыйыш-мыйыш китергә форсат бирмәгән тотҡалар бушағая. Был осор “епшеү”ҙән бигерәк хакимлыҡ өсөн көрәш һәм юғарыла аңҡы-тиңке килеү ваҡыты булғандыр. Билдәле, Мәскәүҙәге “сөскөрөү” дәүләттең һәр быуынында “тымау” булып дауам итә. Башҡортостан да шул дәүләттә көн күрә бит инде.
Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаров республиканың сәйәси “түрбашы”нда йәһәт үк үҙләшеп ала. “Башҡортостан – XX йөҙ йыллыҡта. Тарихи портреттар” тигән китапта тапҡыр әйтелгәнсә, ул илдәге сәйәси конъюнктураны тиҙ һиҙемләй, теге йәки был өлкәлә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙы шунда уҡ күтәреп ала һәм әүҙем ҡатнашлыҡ итә. Етәкселек эшендә шаҡтай тәжрибә туплап өлгөргән Аҡназаров үҙ бүлегенә булдыҡлы, белемле ярҙамсылар йыя. Уның эш стиле һәм алымдары юғары вазифалы партия функционерҙарыныҡынан шаҡтай айырыла. Ошо урында бүлектә алты йыл инструктор булып эшләгән билдәле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың хәтерләүҙәренә мөрәжәғәт итәйем. “Мөһим мәсьәләләрҙе бында бергәләп хәл итә белделәр, һәр кәңәшмә эшлеклелек һәм демократик рухта үтә торғайны, – тип яҙа Яныбай Хаммат улы. – Зекериә Шәрәфетдин улы һәммәбеҙҙе лә диҡҡәт менән, тыныс, бүлдермәй тыңлай белде. Кемдеңдер хаҡлы түгел икәнлеген күреп торһа ла, ҡыҙманы, йәберләмәне, мәсьәләне коллективтың ҡарамағына ҡуйыр ине. Ҡайһы саҡ берәй аңлашылмаусылыҡ килеп сыҡһа, уны мәрәкәгә әйләндерергә тырышты”. Артабан, Аҡназаровтың кешелек һәм эш сифаттарына ҡағылып, башҡорт әҙәбиәтенең оҫтаһы былай дауам итә: “...Өлкә комитеттың иң етди бүлектәренең береһен етәкләгәндә лә Зекериә Шәрәфетдин улы, ғәжәйеп рәүештә, етәксе өсөн бик мөһим сифаттарҙы – ихласлыҡ менән талапсанлыҡты – бергә ҡуша алды. Заруры булғанда ҡоро, шул уҡ ваҡытта ғәҙел ине һәм һәр инструкторҙың абруйын баһаланы. Бының өсөн беҙ уны хөрмәт иттек һәм яҡларға һәр саҡ әҙер инек. Уны хатта асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй ҙә торғайныҡ. Аҡназаров быға үпкәләмәне, сөнки ошондай тәртипте үҙе булдырғайны – кемдер нимәнелер күрә икән, ошо хаҡта туранан-тура, күҙенә ҡарап әйт”.
Мәғлүм булыуынса, илдең хужалыҡ комплексы, милек формаларының хәҙер төрлө булыуына ҡарамаҫтан, Зекериә Аҡназаровтың әүҙем дәүләт эшмәкәрлеге йылдарында ғәйәт ҙур территорияла, етештереүҙең ҡатмарлы структураһында, ҡайһы бер райондарҙың тәбиғи-иҡтисади һәм милли айырмалыҡтары шарттарында эшләне. Федерацияның теләһә ҡайһы субъектындағы кеүек үк, Башҡортостанда ла төрлө продукция етештереүсе тармаҡтар һәм предприятиелар сафҡа инде. Ошо йылдарҙа уҡ Өфө синтетик спирт заводы күтәрелде, Күмертау – Төйлөгән, Мейәс – Учалы тимер юлдарынан поездар ҡуҙғалды һәм бүтән объекттар төҙөлдө. Республика картаһында Салауат һәм Сибай ҡалалары пәйҙә булды. Башҡортостан нефть эшкәртеү йәһәтенән илдә беренсе урынға сыҡты. Сәнәғәттең өр-яңы тармағы – нефть химияһы – эшләй башланы. Республикала ифрат әүҙем төҙөлөш йәйелдерелде. Беренсе бишйыллыҡта ғына 4,2 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырылды, ауыл ерендә иһә 146 мең йорт күтәрелде. Хөкүмәт Рәйесе вазифаһында Аҡназаровтың ошо күп яҡлы эштәрҙең уртаһында булыуын тәҡрарлап тороу кәрәкме икән? Әлеге посҡа тәғәйенләнеүен Зекериә Шәрәфетдин улы ябай ғына итеп хәтергә ала.
“Мәскәүҙә йыл ярым ғына булып ҡалдым. Мине өйгә, республикаға, саҡырып алдылар. Был көтөлмәгән хәл булды инде. Бер мәл, төнгө беренсе яртылар тирәһендә, бүлмәмдә телефон шылтыраны. Өлкә комитеттың беренсе секретары Нуриев шылтырата икән:
– Йоҡлайһыңмы?
– Юҡ, – тим.
– Ошондай тәҡдим бар: һиңә республикаға Башҡортостан Министрҙар Советы Рәйесе посына ҡайтырға кәрәк.
– Зыя Нуриевич, хужалыҡ эшендә бер ниндәй ҙә тәжрибәм юҡ бит, – тип яуаплайым.
Яуапҡа ишетәм:
– Һин хәҙер бигүк бәхәсләшмә, беҙ инде бөтөн ыңғай һәм тиҫкәре яҡтарын тикшереп бөткәнбеҙ, иң һәйбәт кандидатура һинеке тигән һөҙөмтәгә килдек. Мин инде был турала Үҙәк Комитетҡа әйткәнмен, иртәгә иртәнсәк шунда әңгәмәгә бараһың.
З.Ш Аҡназаровтың тормошонда һәм эшмәкәрлегендә, шулай, үҙе әйтмешләй, яңы осор башлана.
Республиканың өр-яңы тарихын күҙҙән үткәреүселәр әлеге юғары тәғәйенләүҙе уның Урал аръяғы башҡорттары араһынан сығыуы менән бәйләй. Был – бәхәсле дәлил. Башҡортостанда кадрҙарҙы һайлауҙа этнократик принцип һис ҡасан да уларҙың эш һәм кешелек сифаттарынан өҫтөнлөк алманы. Советтар Союзында дәүләттең иҡтисади һәм социаль сәйәсәте Рәсәйҙең элекке милли сиктәрен үҫеш кимәле буйынса Үҙәккә тиңләштерерлек итеп алып барылды һәм был бурыс уңышлы үтәлә килде. Әйткәндәй, уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында һәм 2000 йылдар башында республикала уның төбәктәрен һәм райондарын социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән тигеҙләү программаһы ғәмәлгә ашырылды. Зекериә Шәрәфетдин улы, был ваҡытҡа әүҙем эшмәкәрлектән ситләшһә лә, уның үтәлеше менән ҡыҙыҡһынып торҙо.
1960 – 1980 йылдарҙа Башҡортостан ошоғаса күрелмәгән темпта үҫте. Сәнәғәт продукцияһын етештереү айырыуса тос булды. Республикала төп тармаҡ һаналған нефть өлкәһен генә алайыҡ. 1967 йылда “Башнефть” берекмәһе, 48 миллион тонна нефть сығарып, үҙ тарихында иң юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Ә бер йыл әүәл берекмә илдең мәртәбәле бүләгенә – Ленин орденына – лайыҡ булғайны. Ошо йылдарҙа электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү, минераль ашламалар, пластмасса, каустик һәм кальцийланған сода, автосамосвал, металл киҫеүсе станоктар һәм бүтән төрлө продукция етештереү артты. Зекериә Аҡназаров етәкселегендәге Хөкүмәт Нефтекамала – автосамосвал, Туймазыла – автобетоновоз һәм фарфор, Октябрьскийҙа – автоприбор, Ишембайҙа нефть промыслаһы ҡорамалдары заводтарын күтәреүҙе баш-күҙһеҙ ҡалдырманы.
Ауыл хужалығында ла ҙур төҙөлөш программаһы ғәмәлгә ашырылды. Илле биш малсылыҡ комплексы, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ районындағы сусҡасылыҡ комплексы кеүек ҙурҙары, Башҡорт һәм Благовар ҡошсолоҡ фабрикалары, элеваторҙар һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтары, ремонт оҫтаханалары һәм бүтән объекттар файҙаланыуға тапшырылды. Ошо эштәрҙә Аҡназаровтың ойоштороусы булараҡ таланты, күп проблемалар араһында иң мөһимен күрә белеү һәләте һынау тотто. Партияның Башҡортостан Өлкә комитетының элекке беренсе секретары, СССР Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Зыя Нуриев Аҡназаровтың эшмәкәрлеген бына нисек баһаланы:
“Белемле, юғары әҙерлекле кеше булараҡ, ул яңы вазифаһына тиҙ өйрәнде, республика иҡтисадына шунда уҡ тәрән үтеп инә башланы, финанс-кредит эшен үҙләштерҙе, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән агросәнәғәт комплексын, халыҡ мәғарифын, мәҙәниәтте һәм фәнде үҫтереү менән шөғөлләнде. Бергә эшләүҙең тәүге көндәренән үк беҙҙең арала һәйбәт эшлекле мөнәсәбәттәр урынлашты. Партия өлкә комитеты уға даими ярҙам күрһәтте, Министрҙар Советының ролен һәм уның Рәйесенең абруйын күтәреүгә булышлыҡ итте. Хужалыҡ мәсьәләләрен хәл иткәндә өлкә комитет Хөкүмәтте алмаштырыуға юл ҡуйманы, әгәр зарурлыҡ килеп тыуһа, ҡарарҙы Министрҙар Советы аша үткәрҙе. Республика райондары һәм ҡалаларында беҙ Зекериә Шәрәфетдин улы менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп, урында уҡ хәл итә торғайныҡ”.
Күп тармаҡлы иҡтисады булған республика Хөкүмәте башлығының вазифа бурыстарында ниндәйҙер сиктәр табыуы ауырҙыр. Шулай ҙа З.Ш. Аҡназаров янындағы кешеләр уның ауыл тормошона һәм проблемаларына айырыуса иғтибарлы мөнәсәбәтен күрә йөрөгәндер. Был күренеште ниндәйҙер законлылыҡ тип күтәреү, бәлки, дөрөҫ булмаҫ, әммә Башҡортостандың иң юғары етәкселәренең тотошлайы тиерлегенең ауылдан сығыуын да инҡар итеү мөмкин түгел. Ауыл кешеләре – төплө, һәммә эшкә етди мөнәсәбәттәге халыҡ.
Аҡназаровтың аҡыл тәрәнлеге йәнә лә шунда сағыла: ауылдағы производство мәсьәләләре менән шөғөлләнгәндә лә ул киҫкен проблемаларҙы, ғәжәпләнерлек оҫталыҡ менән, үҫеп килгән быуын тураһындағы хәстәрлеккә бәйләй белде. Ауылға килеү менән Хөкүмәт Рәйесе тәү сиратта мәктәпкә инер ине – уҡытыусылар менән һөйләшергә, уларҙың теләген тыңларға, ярҙам итергә. Хәҙерге етәкселәргә уҡытыусыларға ҡарата ошондай мөнәсәбәт хас булһасы. “Нимә һуң ул мәктәп?” – тип һорау ҡуя ла, Зекериә Шәрәфетдин улы үҙе үк яуап бирә: “Ул – беҙҙең алдағы тормошобоҙ, киләсәгебеҙ. Ҡалалағы мөмкинлектәрҙең күбеһен бирә алмаған ауыл ерендә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе уҡытыуҙы һәм тәрбиәләүҙе ойоштороу һәр етәксенең, теләһә ҡайһы власть булғанда ла, төп хәстәрҙәре иҫәбендә булырға тейеш”.
Ябай ғына тойолһа ла, был фекерҙә тәрән фәлсәфәүи мәғәнә бар, сөнки, нимәгә генә тырышлыҡ һалһаҡ та, тормошто дауам итеү хаҡына эшләйбеҙ. Ә ауыл проблемаларын Аҡназаров айырым бер дәрт, гүйә, крәҫтиәндең муллыҡта һәм мәртәбәле йәшәү тигән мәңгелек хыялын ғүмеренең аҙағынаса күреү өмөтө менән өйрәнә ине.
З.Ш. Аҡназаровтың яҙмышы көнләшерлек. Төпкөл башҡорт ауылынан сығып, рус телен педагогия училищеһында, партия уҡыу йортонда, комсомол һәм партия эшендә үҙләштереп, Зекериә Шәрәфетдин улы иҡтисади белемде, коллегаларының тәжрибәһен бик тырышып өйрәнгән.
Хеҙмәттәштәре һәм бюролағы иптәштәре менән аралашыуҙа, сәфәрҙәрҙә күренекле эш һәм кешелек сифаттарына эйә етәксе хасил була. Был яҙмаларҙа мин З.Ш. Аҡназаровтың ғаиләһе, зауығы, мауығыуҙары тураһында аңлы рәүештә бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Юғары вазифала сирек быуат самаһы эшләү һәр кемдең дә холҡона, тәртибенә йоғонто яһар ине. Ләкин ҡан менән бирелгән аҡыл һәм тәрбиәлелекте йылдар ғына үҙгәртә алмай икән. Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровҡа игелеклелек, кешене яҡын күреү сәнғәтенә өйрәнеү зарурлығы кәрәк булманы. Ошо сифаттар уға тыумыштан бирелгән һәм һуңғы тын тартышына тиклем Зекериә ағай Шәхес булып ҡалды.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ