Ғаилә йылы
16 Сентябрь 2024, 12:10

Мантыны һәр кем ярата

Парҙа бешкәс, киске ашҡа ла һәйбәт ризыҡ

Эслек өсөн картуф, һуған, фарш кәрәк, картуф урынына ҡабаҡ һалһаң да бик тәмле килеп сыға.
Ҡамырын йомшаҡ ҡына баҫабыҙ, йомортҡа һалмаҫҡа була, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Берәр ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушҡанда ҡамыр һығылмалы була.
Картуфты, һуғанды ваҡлап турарға, һутлыраҡ булһын өсөн уны ит менән бер сама алырға кәрәк. Ит бик һимеҙ түгел икән, май ҡушырға мөмкин.
 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас