Ниязғол – ул фәрештәләр доға ҡылған ер
Фәүзиә инәй Кәйекбирҙина данлыҡлы Мөжиәүир хәҙрәттең был урындар хаҡында ни өсөн шулай тип әйтеүе хаҡында ла бәйән итте
Тыуған еребеҙҙә йәшәйеше, хеҙмәт юлы менән үрнәк булған, йөрәгенә күп тарихи хәтирәләрҙе һеңдергән ихлас, ябай һәм матур күңелле ололар бик күп. Улар менән һөйләшеү ҙә үҙе бер бәхет. Онотолоп барған ваҡиғаларҙы теркәйһең, хатта ниндәйҙер асыштарға киләһең.
Көҙһылыу үҙенең нурҙарын һәм төҫтәрен таратып өлгөргән Йылым ауылына килеүебеҙҙең сәбәбе лә лайыҡлы тормош юлы үткән, күңел һандығында ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә ваҡиғалар һаҡлаған Фәүзиә Кәйебирҙина менән осрашыу ине. Уның хаҡында ҡустыһының ҡыҙы Әлфиә һоҡланып һөйләгәнен ишетеп, инәйҙе барып күрге килде. 1939 йылғы Фәүзиә инәй был көндө әрүәхтәр рухына ҡорбан салдырып, яҡындарын йыйып алған ине. Ауыл өйөнөң, ихатаһының йәмлелегенә, барыһы ла бала саҡтағыса яҡын булыуына күңел иҙрәп китте. Аяҡ аҫтындағы йәп-йәшел үлән үҙенә аунарға саҡырғандай. Борҡолдап ҡайнап ултырған самауыр, ҡаҙан аҫтындағы ут, ишек алдына ултыртылған өҫтәл – барыһы ла мөғжизәле мәлдәрҙе хәтерләтте. Әле лә күк күҙҙәрендә шуҡлыҡ сатҡылары сағылып ҡалған Фәүзиә инәйҙе күмәкләшеп тын ҡалып тыңлайбыҙ.
- Бөгөнгө ҡорбанымды Ниязғол ауылына, фәрештәләр доға ҡылған ерҙәргә лә бағышлайым. Мин шул ауылда тыуып үҫтем. Йылымдан алыҫ түгел ул, туҡталыштан аҫҡа төшөп китһәң, күп булһа бер саҡрым ҡалалыр. Беҙҙең ауыл билдәле дин әһеле, әлеге ваҡытта ла кешеләр ярҙам һорап ҡәберенә йөрөүсе Мөжәүир хәҙрәт менән тығыҙ бәйле. Ул йыл һайын, яҙ булһа, таяғына таянып Нияҙғолға ике-өс мәртәбә килеп намаҙ, аят уҡып, аҙан ҡысҡырып китер ине. Мөжәүир хәҙрәт беҙҙең йортҡа туҡтала торғайны. Шуға күрә мин уны асыҡ хәтерләйем. Унан өлкәндәр ҙә хәҙрәттең һүҙҙәрен оноттормай, йыш иҫләп телгә алыр ине. Мөжәүир хәҙрәт үҙенең беҙҙең ауылға йыш килеүен ошолай тип аңлата торғайны: “Пәйғәмбәрҙәрҙән миңә шулай хәбәр килде, улар ҡушты. Ниязғол ауылы бөтәсәк, әммә һуңынан яңынан барлыҡҡа киләсәк. Сөнки был фәрештә доға ҡылған ер. Был ерҙәрҙә нужа ла, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ булмаясаҡ. Шул тиклем рәхәтлектә йәшәйәсәктәр. Ниязғол – ул ерҙең кендеге”. Хәҙрәт ауылдың бөткән йылын да, ҡасан яңынан тергеҙеләсәген дә әйтә торғайны. Үкенескә ҡаршы, ҡасан кире барлыҡҡа киләсәген онотҡанмын. Мөжәүир хәҙрәт беҙҙең ауылды бик яратты. Тура атайыма, беҙҙең йортҡа килә лә, беҙҙән ҡайтып китә торғайны. Ишбирҙеләр килеп үҙҙәренә саҡырһа, барманы. “Мин Ниязғолға килдем, ошонан тура ҡайтам”, - тиер ине. Беҙҙең ауылдың ғәжәйеп, мөғжизәле урында ултырғаны хаҡында һәр саҡ әйтер ине.
Ниязғолодоң хәҙрәт әйтеүенсә, фәрештәләр үҙҙәре фатиха биргән ер икәнлегенә бер ҙә шикләнмәйем. Ысынлап та Ниязғол ауылы тәбиғәттең иҫ киткес матур урынында урынлашҡан. Иген шул тиклем уңа торғайны. Һөйләһәң кеше ышанмаҫ, әммә һуғыш ваҡытында игенебеҙ бер төптән ике башаҡлы булып ултырҙы. Шул тиклем уңыш мул булды. Әлмисат, Ишбирҙе, Бөрйәнйылға ауылдарының кешеләре беҙҙең Ниязғолға иген урырға киләләр, ураҡ менән. Көлтәгә бәйләп, Теүәш йылғаһы буйына ташып һалырҙар ине. Яҙғыһын Шәһәрмән еңгәм менән Хәкимә апайым үгеҙ егеп иген сәсер ине. Беҙгә лә бәләкәс кенә тырмалар эшләп биреп, арттарынан йөрөй торған инек. Әле ваҡ ҡына балабыҙ, нимәгә эшкингәнбеҙҙер инде. Ниязғолда бөтә нәмә уңа торғайны. Ул еләктең ишелеп ятыуы! Ике ҡул менән һыпырып йыяһың да ҡуяһың. Әле лә хәтерләйем Нәғимә апай: “Бөгөн еләк йыя алманым. Алты биҙрә генә булды”,-тиер ине. Зыярат йылғаһын сыҡһаң, еләктең еҫе танауҙы ярып алып бара торғайны. Иртәнсәк йоҡлап булмай ине. Таң беленер-беленмәҫтән ул һуйыры, ул ҡоро уйнай, ҡоштар һайрай. Ике ҡолаҡҡа мамыҡ тығып ятып ҡарай торғайныҡ. Сөнки төрлө-төрлө ҡоштарҙың һайрауы бер тынманы. Шул тиклем ауыл тыныс булды, кешеләр һәйбәт ине. Талашҡан, яман һүҙ әйтешкәндәр бөтөнләй булманы. Тик һуғыштан һуң кешеләр ситкә китә башланы. Шулай итеп, Әлмисат та, Нияғол да бөттө. Беҙҙә 4 йыллыҡ мәктәп бар ине. Шуны уҡып, һуңынан Юлыҡҡа йөрөп уҡыныҡ. Унда һәр класта “а”, “б”, “в” бар ине. Балалар ныҡ күп булды. Тәүҙә Юлыҡта татарса уҡытып аптыраттылар. Улар Ырымбурҙан килеп ултырған татарҙар ине. Беҙгә эләкмәне, әммә апайҙар татарса уҡыны. Беҙ башҡортса уҡыныҡ. Хәҙер Ниязғолда бер осорҙа йәшәгән ете ҡыҙ ғына ҡалғанбыҙ. Ауыр һуғыш йылдарын кисерҙек. 15-16 йәшлек ҡыҙҙарҙы Белоретҡа ағас ҡырҡырға ебәрә башланылар. Бер көн беҙгә Мөжәүир хәҙрәт килде. Ул ваҡытта ирҙәр һәм ҡатындар бер өҫтәл артында ултырмай ине. Беҙ түрбашта. Шул саҡ Мөжәүир олатай Хәкимә апайымды: “Ҡыҙым, ултырма әле унда, кил әле”,-тип янына саҡырып алды. Беҙ нимә тип әйтер икән тип аптырап киттек. “Һин алыҫ юлға сығырға тораһың. Мин һиңә бетеү яҙып бирәм, шул һинең башыңды һаҡлар”,-тине. Шунда уҡ бетеү яҙып бирҙе. Онотоп та бара инек был хәлде, апайымды урман ҡырҡырға алып киттеләр. Күпмелер ваҡыт үткәс, апайымдың башына ағас ҡолаған. Врачтар килеп ҡараған да “үлгән был” тигән. Ул ваҡытта урман ҡырҡыусылар араһында фажиғәле хәлдәр күп булды. Үлектәрҙе бер урынға утын һымаҡ теҙеп һалғандар. Апайымды ла шунда алып барып ҡалдырғандар. Нәғимә апай менән Шәһәрмән еңгәй эштән бушаған арала уның янына барып: “Хәкимә, Хәкимәү терел инде, терел!”-тип илайҙар икән. Шулай дүртенсе көн ҡулын тотоп илашып торғандарында апайым ҡапыл аңына килеп: “Һыу!” тип ҡысҡырған. Береһе врачҡа, береһе һыуға йүгергән. Дауаханаға алып киткәндәр. Сәсен ҡырғандар. Апайым бетеүҙе усына ныҡ итеп йомарлап тотҡан да, врачтар уны астыра алмаған. Аңына килгәндә ошо бетеүҙе тотоп уянған. Шул бетеү алып ҡалды инде апайымды. Ә беҙҙең өйгә уның үле хәбәр килде. Атайым ул ваҡытта оҙон баракта һуғышҡа саңғы эшләйҙәр ине. Ялға ҡайтҡанында ул илай, әсәй илай. Ғәйфулла ағайым да Белоретҡа йыйынғайны, әсәйем бер моҡсайға талҡан тултырып бирҙе, май һалды ла: “Бына апайың осраһа, бергәләшеп ашарһығыҙ”,-тине. Барыбер апайымдың үлгәненә ышанмай йөрөгәндер инде. Ағайым туҡталышты үткәс, Ҡуһа күперенән ике ҡултыҡ таяғына таянған апайымды осратҡан. Беҙ ҡыш буйы уны үлгән тип уйланыҡ. Апайым ҡағыҙ һымаҡ ап-аҡ ине, ябыҡ ҡына. Ул өйгә инеп хәбәрен һөйләп тә өлгөрмәне, артынан бригадир бабай килеп инде. “Хәкимә нимәһен ҡарап ҡайтҡан! Бар, кит кире!” - тип ҡысҡыра башланы. Бик яман булды шул кеше. Һуғыш йылдарында халыҡты әҙ илатманы. Шуға һуғыштан ирҙәр ҡайта башлағайны, ауылдан төнөн сығып китте. Шул ваҡытта аҡ һаҡаллы матур ғына бер бабай беҙгә картуф алырға килгән ине. Ул: “Нимә яңы инеп торған балаға аҡыраһың? Бар, шәп булғас, үҙең кит ағас ҡырҡырға!” тип апайымды яҡланы. Шунан ғына апайым: “Юлда Фәйзуллин ағай (ул саҡтағы район хужаһы) осраны. Врачтар биргән ҡағыҙҙы ҡарап: “Хәкимә бүтән йөрөмә”,тип арҡамдан һөйөп китте”,-тине. Шунан ғына баяғы бригадир сығып китте. Ул кешеләрҙе ныҡ ыҙалатты шул. Хәҙерге ҡатындар булһа, уны туҡмап үлтерер ине, тип уйлап ҡуям. Ә Ниязғол халҡы бик татыу булды. Һуғыш ваҡытында берәйһенең бер әсмүхә сәйе булһа, шуны өй беренсә берәр сәй ҡалағы таратып сығырҙар ине. Һуғыш йылында ҡатын-ҡыҙға ауырлыҡ ныҡ төштө. Шәйхетдин олатай үлгәйне 43-сө йылда, ҡатындар уны санаға һалып һөйрәтеп зыяратҡа алып китте. Арттарынан бәләкәс кенә булып беҙ ҙә Мәрйәм менән эйәргәнбеҙ. Баяғы алама бригадир ат бирмәне. Зыярат йылғаһына етеп бара инек, дөйә менгән ҡаҙаҡтар килеп сыҡты. Беҙ ҡурҡып ҡасып ҡайтып киттек. Элек өйҙә мәйет йыуманылар. Йылға буйында ҙур ҡайын булды, ҡорған ҡороп мәйетте шунда тәрбиәләйҙәр ине. Ҡатындар ҡәбер ҡаҙғандар ҙа, аптырап ҡалғандар. Ир кешене ҡатындар йыуа алмай бит инде. Шул ваҡыт әсе һыҙғырыу тауышы ишеткәндәр. Һуғыштан яраланып Ғарифулла ағай ҡайтып килгән. Шул килеп етеп Шәйхетдин олатайҙы тәрбиәләп ерләгәндәр.
Һуғыш барһа ла, ҡатын-ҡыҙ дәртле булды. Бесәнгә китеп баралар, үҙҙәре йырлайҙар, таҡмаҡ әйтәләр. Бер кем бошоноп ултырманы, тик эш менән булдылар. Ҡатын-ҡыҙҙың ике пар сабатаһы булды. Береһе – эшкә, икенсеһе шулай күңел асыуға. Германияға еңеп барып ингәс, Хөрмәтулла ағай ауылға посылка итеп гармун ебәрҙе. Шул гармун килгәйне, уға уйын үткәрә башланылар. Вечер һуға, тип әйтә торғайныҡ. Ауырыу ҙа, һыҙланыу ҙа булманы. Яланаяҡ ҡарҙан йүгереп йөрөй торғайныҡ. Хәҙер балалар иҙәнгә баҫа алмай ауырый бит.
Ҡаҙаҡтар күп килә торғайны. Атайым ул ваҡытта силсәүит булып эшләгәйне. Атайым уларға барһа, үҙҙәре табын артына ултырмай, тороп һыйлайҙар икән. Үҙҙәренең йолаһы шундай булған. Шунан ҡаҙаҡтарға Ҡыҙыл яғынан ер бирҙеләр. Һәм шул ваҡытта улар һуғыштан һуң беҙҙең тирәләге ҡыҙҙарҙы алып киттеләр. Ҡыҙҙарҙың барыһы ла зәғиф, яҡындары ла ҡалмаған ине. Аптырап уларҙан: “Нишләп ул зәғифтәрҙе алаһығыҙ?” -тигәс, “Беҙ башҡорт тоҡомон үрсетәбеҙ, ҡаныбыҙҙы яңыртабыҙ. Башҡорттар ҡурҡыу белмәй, батыр, беҙгә лә шундай нәҫел кәрәк”, -тигәндәр.
Атайым Юныс та, әсәйем Хәмдениса ныҡ маҡтаулы булып эшләнеләр. Әсәйем кеүек бер кем эшләмәгәндер. Уны килеп маҡтап-маҡтап, бүләккә яулыҡмы, башҡа әйберме биреп китәләр ине. Ул ваҡытта мал да аҡыллы булды. Кискеһен ҡайтып һауҙырталар ҙа кире китәләр, бер ҙә игенгә төшөп йөрөмәнеләр, үлән генә ашанылар. Атайым да, әсәйем дә эшләп-эшләп, пенсия тигән нәмәне белмәнеләр ҙә, күрмәнеләр ҙә.
Һуғыш бөткән көндө яҡшы хәтерләйем. Кемдер көлә, кемдер илай, һикерешәләр. Өйҙән бер нисә ир китеп, берәүһе лә ҡайтмағаны булды. Ағайыбыҙ һуғыштан имен-һау ҡайтты. Ул командир булды. Украинаны фашистарҙан таҙартып, һуңынан Львов ҡалаһында хеҙмәт итеп, 9 йылдан ғына әйләнеп ҡайтты. Беҙ ғаиләлә ете бала булдыҡ. Хәҙер һеңлем менән икәү генә ҡалдыҡ...
Тормошҡа сыҡҡанын да йылмайып, яҡындарын көлдөртөп иҫкә ала инәй. “Егерме йәшемдә димләп бирҙеләр. Былай егеттәргә ҡарамай ҙа инем. Ир шулай була икән, килен шулай булырға тейеш икән тип, йәшәп алдым да киттем”,-тип хәтерләй ул.
Йылым ауылы егет Миңлеғәле Кәйекбирҙин менән алты балаға ғүмер бирә улар. Икеһе лә урман эшендә намыҫлы эшләп, алдынғылар рәтендә була. Фәүзиә инәйҙең, яҡындарының күҙҙәре күк төҫөндә булыуына һоҡланып: “Ҡайһылай һеҙҙең барығыҙҙың да күҙҙәрегеҙ сағыу, иптәшегеҙ ҙә күк күҙле инеме?” -тип һорап ҡуям. Инәй шуҡ йылмайып: “Әллә уның күҙенә кем ҡараған?”-тине. “Нисек инде? Ғашиҡ булғанда ҡарашына иғтибар итмәнегеҙме?”-тип ныҡышам. Инәй көлөп: “Мөхәббәт бармы ни ул? Мине димләп бирҙеләр бит”, - тип тағы йылмая. Шул саҡ яҡындары: “Уларҙан матур пар булманы. Атайыбыҙ оҫта итеп гармунда уйнаһа, әсәйем ныҡ матур итеп йырланы”,-тине. Инәй шулай итеп мәрәкәләп, тормоштоң биҙәге булып йәшәүе менән дә һоҡландырҙы.
Фәүзиә инәй тормош иптәшен, 4 балаһын юғалтҡан. Шулай ҙа тормоштоң әсе елдәренә бирешмәй, көслө булып, яҡындарына ла көс-терәк булып, матур итеп йәшәй. Фәүзиә инәйҙең хәтирәләрен китап итеп яҙырлыҡ. “Муйыл сәскә атҡас, мин һеҙгә Нияғолдо алып барып күрһәтермен, балалар”,-тине ул хушлашҡанда.
Эйе, мотлаҡ Мөжәүир хәҙрәт ер кендеге тип атаған ауылды күреп, Фәүзиә инәйҙең хәтер һандығын тағы ла барларбыҙ әле...
Гүзәл Иҫәнгилдина.