Ғаилә йылы
15 Сентябрь 2024, 07:05

Ҡышҡылыҡҡа

бик тәмле салат

ҠышҡылыҡҡаҠышҡылыҡҡа
Ҡышҡылыҡҡа

1 кг татлы ҡыҙыл борос, 1-әр кг кишер менән һуған, 2 кг помидор, 1,5 стакан үҫемлек майы, 300 г шәкәр, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ алына. Боросто һаламлап, һуғанды дүңгәкләп, помидорҙы дүрт өлөшкә бүлеп турайҙар, кишерҙе ҡырғыстан үткәрәләр. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултыралар.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас