Ғаилә йылы
15 Сентябрь 2024, 11:45

Кабачкинан иң тәмле салат

Тоҙло бәшмәк кеүек килеп сыға үҙе...

Кабачкинан иң тәмле салатКабачкинан иң тәмле салат
Кабачкинан иң тәмле салат

3кг кабачкиға 2 баш һарымһаҡ, 3 аш ҡалағы тоҙ, 6 аш ҡалағы шәкәр, 1 сәй ҡалағы ҡара борос, берәр ус петрушка, укроп ( орлоҡтарын һалырға була самалап), ярты стакан самаһы 9% уксус, шулай уҡ көнбағыш майы кәрәк була. 

Кабачкины турайбыҙ ҙа, уға ваҡланған һарымһаҡ һәм ҡалған ингридиенттарҙы һалып, болғатып 3 сәғәткә ҡалдырабыҙ. Төнгөлөккә ҡалдырырға була. Унан банкаларға һалабыҙ һәм ҙур  һыулы табаҡҡа ултыртып 10-15 минут ҡайнатып алабыҙ ҙа, стерилләнгән ҡапҡас менән ябабыҙ. 

Иҫ киткес тәмле салат килеп сыға. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас