Ғаилә йылы
14 Сентябрь 2024, 13:45

Самса менән һыйлайыҡ

Ял көнөндә рәхәтләнеп бешеренеп алайыҡ. Яҡындарыбыҙ ҡыуанһын,  йортобоғҙа тәмле еҫ һәм ҡот йүгерһен

Он, тоҙ, үҫемлек майы, һыу менән артыҡ ҡаты итмәй генә ҡамыр баҫабыҙ. Нәҙек кенә итеп, бер нисә миллиметр ҡалынлыҡта, ҡамырҙан йәймә йәйәбеҙ. Йәймәнең өҫтөнә һары май яғып, урама итеп урайбыҙ. Ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Һыуытҡыстан алып, ҡамырҙы 80 грамм самаһы ауырлыҡтағы киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ ҙа һәр береһен айырым йәйәбеҙ. Ҡатламдары күренеп торорға тейеш. Эслек өсөн итте ҡул менән ваҡ ҡына итеп турайбыҙ (ит турағыстан үткәргәндә, тәме икенсерәк килеп сыға). Һуғанды ла ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ. Ҡара борос, тоҙ һалабыҙ. Йәйелгән ҡамырға эслек һалып, өсмөйөш рәүешендә урайбыҙ. Өҫтөнә йомортҡа яғабыҙ һәм кунжут орлоғо һибәбеҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Өҫтө алһыуланып бешеп сыҡҡансы тотабыҙ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас