"Тәрбиәле" Зәмзәмиә
Трагик-комик новелла
Зәмзәмиә ҡалала ун йыл йәшәгәндән һуң тыуған ауылына күсенде. Ире, малайҙары менән үҙ машинаһында ҡайтып төштө ул. Әсәһе ике йыл элек донъя ҡуйғайны. Был осорҙа уның йорто бикле торҙо. Зәмзәмиә ире менән тәҙрә ҡапҡастарын асып, өйҙә әйберҙәрен урынлаштырған арала, терегөмөш кеүек ике теремек малай урамға сығып та саптылар. Ҙур ҡара күҙле, ҡара сәсле, алты-ете йәштәрҙәгеһе «һә» тигәнсе, күршеләрҙең ҡоймаһы аша һикереп төшөп, йәшелсә баҡсаларына сумды. Ҡайҙан шәйләп, күреп өлгөргәндер – уныһын бер Алла белә! Ул арала булмай, күлдәк итәгенә йоҙроҡ дәүмәле биш-алты помидор, тос ҡына бер нисә ҡыяр һалып, үҙҙәренең ишек алдына килеп тә керҙе.
– Бына, маманя, хәҙер ашап алырға ла була, – тине ул ололарса тамаҡ төбө менән һәм соландағы өҫтәлгә «байлығын» бушатты.
«Был тиклем дә әрмән атаһына оҡшап йылғыр булыр икән, бөрсә! – тип уйланы Зәмзәмиә. – Хәйер, был заманда уның шундай булыуына ҡыуанырға ғына кәрәк». Шулай ҙа улының елкәһенә бер-икене тамыҙып алды:
– Теләһә ҡайҙан әйбер ташыма тип нисә тапҡыр әйттем мин һиңә, бөрсә!
Ысынлап та, бөрсәгә оҡшаған ҡап-ҡара малайҙың быға һис кенә лә иҫе китмәне. Ул бер ҡыярҙы ап-аҡ тештәре менән умыра тешләп ҡапты ла урамға сығып һыҙҙы.
Был башҡорт ауылында аралаш рус ғаиләләре лә йәшәгәнлектән, иртә-кисен урамда ҡойма буйлап сусҡаларҙың хорхолдап йөрөүе ғәҙәти бер күренеш ине. Зәмзәмиәнең биш йәшлек улы Альберт ҡайҙандыр килеп сыҡҡан кескәй генә сусҡа балаһын сыйылдатып эләктереп тә алды. Ҡалала йәшәп, мал-тыуарҙы яҡындан күрмәгәнлектән, малайға сусҡа балаһының бесәйҙекенә лә, эттекенә лә оҡшамаған мороно бик мәрәкә булып күренде. Ул ҡулына эләккән тутыҡ ҡаҙаҡ менән сусҡа балаһының моронон «төҙәтергә», игәргә кереште. Мәхлүктең яман итеп сыйылдауына түҙмәй енләнеп Зәмзәмиә килеп сыҡты. «Уғры рус балаһы, быныһы ла торғаны бер атас, нимә тура килһә, шуны ҡыйрата», – тип уйланы ул йәне көйөп.
– Ҡулың ҡороғор нәмәкәй, ниңә яфалайһың ул хәшәрәте! Ниҙе булһа ла емерергә кәрәк һиңә... уғры атайыңа оҡшап! – тип саҡ ысҡындырманы Зәмзәмиә, ләкин тыйылып ҡалды. Ул сусҡа балаһын тибеп осорҙо ла, Альберттың аҡһыл бөҙрә сәсенән ныҡ ҡына тартҡылап, ишек алдына табан елтерәтте.
– Малайҙарыңды ҡарар инең! – тип екеренде өйҙә мыштым ғына әйберҙәрҙе урынлаштырып йөрөгән иренә. – Ир булып йөрөүеңде әйтер инем! Быҙау! Хужа ла була белмәйһең!
Зәмзәмиә аяҡ аҫтында буталған бесәйҙе ситкә быраҡтырҙы, бурһылдап, яңынан ишек алдына сығып китте. Кәйефе юҡ ине яһил бисәнең. Донъя тарайҙы Зәмзәмиәгә, сараһыҙҙан ҡайтты ул ауылға.
Ә бар ине бит уның ҡалала типтереп көн иткән мәлдәре! Үҙенең үткерлеге, йылғырлығы арҡаһында, курстар ғына тамамлаған көйөнсә, күркәм бер учреждениеға бухгалтер булып эшкә урынлашты. Әлбиттә, «мәрхәмәтле» ағай ярҙамы менән. Йыуан ҡорһаҡлы баш бухгалтерға һыйынып, рәхәт кенә йәшәйһе булған да бит, анау йылтыр күҙле йылмаяҡ әрмән күңеленә вәсүәсә һалды. Имеш, Зәмзәмиә бал, май эсендә йөҙәсәк, емеш ашап ҡына ҡырын ятасаҡ! Ятты, ти, көтөп тор! Зәмзәмиәне саҡ ишәккә әйләндермәне хәйләкәр әрмән! Эшенән китеп, баҙарҙа һатыу итә башлағас, ниҙәр генә күрмәне лә ниҙәр генә кисермәне ул! Ни фатир юҡ, әрмән менән гулять итә тип, ятағынан саҡ ҡыуып сығарманылар. Ҡайҙан белһен инде ул әрмәндең техникумда уҡып йөрөгән кәләше барлығын?! Башта «һеңлем» тип алдашты, сер асылғас, ташлап ҡасты. Ярай, төҙөлөштә эшләгән бынау быҙауға сығып ҡотолдо, юғиһә урамда ҡала ине. Өҫтәүенә әрмәненән буйға уҙғайны. Тик Зәмзәмиә юғалып ҡала торғандарҙан түгел. «Быҙау» уны урамға ҡыуылып сығыуҙан да, «уйнашсы» исеменән дә ҡотҡарҙы.
ЗАГС-ҡа барғас, шул уҡ төҙөлөш ятағынан бер бүлмә бирҙеләр. Ире төҙөлөштә эшләне, үҙе ҡала больницаһына санитарка булып урынлашты. «Әлегә йәшәйем әле бының менән, һуңынан күҙ күрер», – тип уйланы ул. Больницала шофер булып эшләгән Саша менән танышҡас, аҙғын күңелендә яңынан дауыл ҡупты. Татлы телле рус менән йәйге урман ҡосағында осрашҡан һайын, үҙ иренә булған екһенеүе, һөйәренә булған эҫенеүе арта ғына барҙы.
– Бына, исмаһам, ир! – тип уйлай ине ул һәр осрашҡан һайын. – Шытырлатып бер ҡыҫып ҡосаҡлауы ни тора! Минең быҙау түгел инде! Әрмән балаһын да үҙенекенә һанап йөрөй бит ул йүнһеҙ, эшкинмәгән!..
– Пышечка моя, обязательно женюсь! – тип матур һайрап йөрөгән Сашаны тиҙҙән уғрылыҡта ғәйепләп ултыртып ҡуйҙылар. Шунда ғына Зәмзәмиә уның быға ҡәҙәре инде ике тапҡыр ултырып сығыуы, ҡатыны, ике балаһы булыуы хаҡында белде. Был юлы һөйәренә үҙе кеүек ике уғры менән иномарка машинаһына «айыу майы һөрткән» өсөн оҙайлы срок сәпәнеләр. Бер-бер артлы һөйәрҙәрен юғалтҡан Зәмзәмиә бөтә асыуын иренә төшөрҙө:
– Быҙау, ниндәй ир һин! Ни фатир алырға йүнең юҡ, ни аҡса килтермәйһең! Ике балаңды нисек ҡарамаҡсы булаһың?!
– Ауылға ҡайтайыҡ, Зәмзәмиә, – тип ялынды ире. – Ҡалала минең барымым юҡ. Мин бит тракторист, ауыл кешеһе. Йорт һалырбыҙ, балаларҙы уҡытырбыҙ.
Ҡала ерендә ғишыҡ-мишыҡ уйындарынан ныҡ ҡына арыған, инде йәше 30-ға еткән Зәмзәмиә, ниһайәт, риза булды. Әрмәне менән йәшәгәндә һатыуҙан килгән байтаҡ ҡына аҡсаһын кассаға һалғайны. Нисек тә тырыштырып, машина алдылар һәм, тиҙ арала йыйынып, ауылға юлландылар. Тик бына ҡайтҡаны бирле үткәндәре иҫенә төшөп, күңелен ҡуҙғытып тик тора...
Бер көн иренә нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында күрһәтмәләр бирҙе лә, йыуаһы әйберҙәрен тотоп, һыу буйына төшөп китте. Ике балаһы ла инде ауыл малайҙары менән танышып, зыҡ ҡубып шунда уйнап йөрөйҙәр. Йылға өҫтөн иңләп-буйлап, ҡаҙ-өйрәктәр йөҙә. Шул саҡ Зәмзәмиә баҫмала кер сайҡаған ҡыҙҙы күреп ҡалды. Тегенеһе һомғол буйына килешеп торған бешкән сейә төҫөндәге купальник кейгән. Бөҙрә сәстәре иңдәренә төшөп тора, аяҡтары оҙон, төҫкә лә сибәр күренә. «20–25 йәштәрҙә булыр», – тип уйланы тәжрибәле Зәмзәмиә ҡыҙҙың буй-һынын, хәрәкәттәрен иғтибар менән күҙҙән үткәреп.
Үҙе лә һиҙмәҫтән, ауырайып киткән кәүҙәһен, тәртипһеҙ тормоштан иртә һулый башлаған йөҙөн ошо ҡыҙҙыҡы менән йәнәш ҡуйып ҡараны һәм аҙғын күңелендә ҡара, көнсөл тойғолар уянды. Ә ҡыҙ бер нәмәгә лә иғтибар итмәй, ҡолас ташлап кер сайҡауын белде.
Шул ваҡыт ҡапыл арыраҡ, йылғаның үрге яғында ниндәйҙер ығы-зығы ҡупты, ҡаҙҙар ҡаңғылдаша башланы. Зәмзәмиә тауыш килгән яҡҡа әйләнеп ҡараны һәм малайы Альберттың, үҙе атап йөрөткәнсә «урыҫбай»ҙың, йөҙөп йөрөгән ҡаҙҙарға бер-бер артлы таш яуҙырыуын күреп ҡалды. Ҡаҙҙар зыҡ ҡубып ҡаңғылдаша, ә ҙур ата ҡаҙ, оҙон муйынын һуҙып ыҫылдай-ыҫылдай, ярға сығырға тырыша. Ләкин малай уның һайын нығыраҡ таш ҡойонон яуҙыра. Ҡапыл ярға сығып килгән бер бала ҡаҙ әрнеүле ҡаңғылдап ергә һарылды, унан ҡабат ҡалҡынып, ҡанатын һөйрәлдереп, һылтыҡлай-һылтыҡлай, яҡындағы ҡойма буйына ыңғайланы. Шул ваҡыт теге ҡыҙ сайҡаған керен баҫмаға ырғытты ла яр буйына ташланды.
– Нишләйһең һин, бәләкәй хулиган! –тине ул асыуланып яңғырауыҡлы тауыш менән. – Ҡаҙҙы имгәткәнһең бит! Ана, ҡанатын һындырғанһың!
Ул ҡойма буйына барып ауған бәпкәне күтәреп алды, уныһының имгәнгән ҡанаты бөтөнләй һалынып төшкәйне.
– Шулай яраймы ни, һуғыш суҡмары! – тип малайҙы әрләүен дауам итте. Барыһын да күреп, ишетеп торған Зәмзәмиәнең күңелен яңынан теге зәһәр, ҡара ялҡындар сорнап алды. Ул ауыр кәүҙәһен еңел генә сайҡалдырып, тиҙ генә ҡыҙҙың алдына барып та баҫты. Май бөрә башлаған ҡорһағын ҡапайтып, күҙҙәренән генә түгел, һипкелдәренән дә хәтәр осҡондар сәсеп, алтын ялатылған тештәрен ыржайтып, ҡыҙға ябырылды:
– Ай-Һай, был ниндәй хан ҡыҙы! Һин ниңә минең балама аҡыраһың? Ни хаҡың бар?! Подумаешь, бер-ике таш бәргән имеш! Сәнселмәгәндер әле ҡаҙығыҙ!
– Һуң, апай, күрмәйһегеҙме ни, бөтөнләй имгәткән дә инде! Яҡлашҡансы, улығыҙҙы тыйыр инегеҙ!
Зәмзәмиә оторо ҡыҙып китте. Берҙән, уның күп булһа 5-6 йәшкә генә йәшерәк ҡыҙҙың «апай» тип өндәшеүе йәнен көйҙөрҙө. Икенсенән, ҡыҙҙың сибәрлеге, ниндәйҙер һирәк осрай торған саф матурлыҡ менән айырылып тороуы ҡанын ҡыҙҙырҙы. Зәмзәмиә бөйөрөнә таянып, күҙҙәрен секрәйтеп, яҡыныраҡ килде:
– Һин кем ул тиклем аҡыл өйрәтергә?! Башта бына минең кеүек иргә сығып, бисә булып, әсә булып ҡара, ғаилә тәрбиәлә, унан аҡыл һатырһың!
– Апай, юҡҡа ҡыҙаһығыҙ!
Ҡыҙ аптырауҙан ҙурайып киткән күҙҙәрен Зәмзәмиәгә төбәне:
– Малайығыҙ бөгөн инде икенсе тапҡыр ҡаҙҙарҙы таш менән дөмбәҫләй! Шулай ярамай ҙа инде!
– Дөмбәҫләһен! Унда һинең ни эшең бар! Бала бит ул! Ике тапҡыр, өс тапҡыр, дүрт тапҡыр ҙа дөмбәҫләр! Ҡыҫылма! Үҙеңде күр ҙә, үҙенде бел! Баянан бирле күҙәтеп торам – тәнеңде ялтыратып, почти ирҙәр араһында йөрөйһөң! Почти яланғас! Знай себя! Минең балаларыма бәйләнмә! Лучше, ана, бысрағыңды таҙарт! Ботоңдо яп! Подумаешь, берәү кер сайҡай! Әгәр тағы бер ҡат балама бәйләнһәң, мин һине нишләтергә белермен! Тәрбиәһеҙ!
Зәмзәмиә лап-лоп баҫып, һыу ситендә һаман да ҡаҙҙарҙы зыҡ ҡуптарған малайын етәккә алып ҡайтырға йыйынды, ләкин ләмле ярҙа аяғы тайып, ауыр кәүҙәһе менән лап итеп һыуға барып төштө. Уның артынан, етәккә алырға өлгөргән малайы ла, һыуға сумды. Малай шунда уҡ тәлмәрйен кеүек үрмәләп ярға сыҡты ла, күҙҙәрен аҡайтып, әсәһенә ҡараны.
– Помоги, что стоишь? – тип аҡырҙы Зәмзәмиә малайына ләмле яр ситендә ауыр кәүҙәһен күтәрә алмайынса.
– Ну и лежи, дура!–тип аҡырып яуап бирҙе малайы ла, һәм артына ла әйләнеп ҡарамай, елдереп китеп тә барҙы.
Ҡаҙҙарын ҡарарға тип һыу буйына төшкән Сәрбиямал исемле ҡарсыҡ быларҙың барыһын да күреп, ишетеп торҙо. Ҡарсыҡ, әсәһенә боролоп та ҡарамай сапҡан малайға ҡарап торҙо ла: «Булмаҫ йортҡа бөкрө билле ул тыуыр, тигәндәре шул инде», – тип ҡуйҙы.
Тик Зәмзәмиә генә уны ишетмәне. Ул ҡарғана-ҡарғана урынынан тороп, йыуынып маташа ине.
Әнисә ТАҺИРОВА.