-5 °С
Ҡар
ЙӘЙ ҮТТЕ
Йәй үтте.
Йөрәк сихырлы
Таңдарынан төңөлдө.
Күҙҙәргә төпһөҙ күк үҙе
Һағыш булып өңөлдө.
Йәй үтте.
Һөйөү — нәжәғәй
Ҡасты офоҡ артына.
Шаңдау барып етмәй хәҙер
Күктең ете ҡатына.
Йәй үтте.
Көҙгө ямғырҙар
Илата донъяларҙы.
Ел туҙҙырмаһын, тип ҡурҡам,
Саҡ торған ояларҙы.
Йәй үтте.
Ҡырауға тиклем
Сыуаҡтар көтә күңел...
Ҡышҡа алмайыҡ хыялдың
Янғындан ҡалған йөгөн.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА