Инселәнгән ҡаҙ
Ирем Фәйзулла биш-алты йыл Күсейҙә колхоз председателе булып эшләп алды ла, Басай менән Күсей ҡушылғас, ферма мөдире булып үҙебеҙҙең яҡҡа Әбдрәхмән фермаһына эшкә ҡайтты. Был 1952 йылдар ине. Шул йылда ҡош-ҡортобоҙ уңды, егерме ҡаҙ һуйып алдыҡ. Эй, һимеҙ, эре булдылар, һәр береһе биш-алты кило тартҡандыр. Иң һәйбәттәренән ике ҡаҙҙы «Аллаһ бирһә, олатайға алып барып ашатырмын», — тип айырып элеп ҡуйҙым. Алып барып бирергә яйы сыҡмай, яҙ етте.
Бер көн ирем әйтә, әйҙә, управляющий Хәйепназарҙы ҡунаҡҡа саҡырып алайыҡ, ти. Уның шул тиңдәше менән ҡатнашып йәшәгеһе килә ине. Апрель айы. Үҙемдең ике ҡаҙ, олатайға тип инселәнгән ике ҡаҙ элеүле тора. Тулайым бер ҡаҙҙы ҡаҙнаға һалып ебәрҙем. Ит бешеп сыҡты, көткән ҡунағыбыҙ һаман юҡ.
Уны, Хәйепназар Баймаҡҡа киткән, юлда бер нәмәгә тарыған шикелле, тинеләр. Ҡаҙҙы баҫырып ултыртып торҙом. Иремдең ҡайтҡанын көтәм. Фәйзуллам ҡайтып инде лә:
— Хәйепназар күренмәй, уның ҡарауы Мөжәүир хәҙрәт абыстайы менән Хәйрулла ағайҙарға ҡунаҡҡа килгән. Мин уларҙы саҡырып ҡайттым, — тине.
Мин арлы-бирле иткеләгәнсе Хәйрулла ағай Сәлимәһе менән, Мөжәүир хәҙрәт Гөлйемеше менән дүртәүләп килеп тә инделәр. Мин олатайҙы ике йыл күрмәгәйнем, ҡыуанып киттем. Йүгереп йөрөп табын хәстәрләйем. Урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп ебәрҙем, бөтөн ҡаҙҙы батмусҡа һалып олатай алдына ҡуйҙым.
— Ҡаҙҙы өлөшләп һеҙ бүлегеҙ, хәҙрәт, — тип хөрмәтемде алданыраҡ шылдырып ҡуям. Ҡунағыбыҙ рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
— Һай, шаян ҡаҙ булды был, Күсей һыуында ҡойоноп, һип- һимеҙ булып үҫте. Осоп китергә иткәйне, беҙ уны осорманыҡ, — ти. — Миңә инселәнеп һаҡлап ҡуйылһа ла, саҡ-саҡ Хәйепназар түрәнең ауыҙына барып инмәне. Ин шәәъ Аллаһ, үҙебеҙҙең ризыҡҡа яҙҙы, — ти, үҙе тағы көлә. Миңә лә өлөш һалып:
— Шулай бит, Һәҙиә һылыу, миңә мисәбәләнгән (инселәнгән) ине бит? Насип ризыҡ, ана шулай, теш ярып килеп инә ул, — тип көлә.
Олатай ҡаҙҙы өлөшләп-өлөшләп бүлеп ашата, ә мин һаман һушымды йыя алмай, олатайҙың күрәҙәлегенә хайран ҡалып ултырам. Ул ҡаҙҙың Күсейҙә үк үҙенә инселәнеп ҡуйылғанын ҡайҙан белгән ул?Хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда тағы шаярта, тағы күрәҙәлеге менән хайран итте хәҙрәт.
— Инселәнгән ҡаҙҙың икенсеһен бирмәһәң дә ярай, ҡәҙер итеүең биргәндән дә артыҡ булды, рәхмәт, — ти.
— Юҡ, хәҙрәт, һеҙгә инселәнгән ул, — тип күстәнәсемде Гөлйемеш абыстайҙың ҡулына тотторҙом.
— Ярар улайһа, әйтеүҙе мотлаҡ үтәү фарыз, әйтеү үтәлмәйенсә, ризыҡтың юлын быуып тормаһын.
Һәҙиә инәй был ҡыҙыҡ хәлде көлә-көлә һөйләне. Йәш саҡтарын, яратҡан хәләл ефетен иҫкә алыуҙан, ахырыһы, йөҙө яҡтырып, күңеле күтәрелеп китте.
Дахаң һәйбәт тә инде
1956 йылдың көҙө. Туғыҙ айлыҡ улым Батыргәрәй ныҡ итеп ауырып китте. Был яҡҡа элек кешенең бер белгәне Мөжәүир хәҙрәт ине. Ат егә һалып алдыҡ та киттек Манһырға. Көн һыуыҡ ҡына. Яңылбикә апайым өҫтөнә ныҡ ҡына кейенгән, миңә лә даханды кей, йылы булыр, ти.
— Иҫкергән, яғаһы ла туҙған, ошо даханы кейгем килмәй, — тип киреләнәм.
Шулай ҙа апайым, йылы һөйәк һындырмай, тип өгөтләп даханы кейҙерҙе. Хәҙрәт, гәҙәттәгесә, беҙҙе йылы ҡаршы алды. Баланы ҡулына алып өшкөрә башланы. Ике көн буйы алһыҙ-ялһыҙ илаған сабый шунда уҡ иҙрәп йоҡлап китте. Бетеүен дә шунда уҡ яҙа һалды. Мин, ҡайһылай тиҙ яҙҙы, тип уйлап та өлгөрмәнем, олатай:
— Белгән кешегә оҙаҡмы ни, — тип көлөп ҡуйҙы.
Уңарсы Гөлйемеш абыстай сәй табыны әҙерләне. Сәй эсеп, йылынып, ҡайтырга әҙерләнә башлағас, Мөжәүир хәҙрәт серле генә йылмайып:
— Һәҙиә, дахаңды иҫке лә иҫке тип кейгең килмәй ине, ап-аруҡ кейерлектәһә. Яғаһы ла һәйбәт кенә әле, — ти. Яңылбикә апайың әйткәнде тыңламай ҡаршылашһаң, өшөп һыуыҡ тейҙерер инең. Шулай, һылыу, йылы һөйәк һындырмай.
Ҡайтып барабыҙ, аптырап барабыҙ.
— Эй, ошо олатайҙың барыһын белеп тороуҙары!!! Ни уйлайһың, ни булған, энәһенән ебенә белеп, әйтә лә тора бит. Даханы иҫке тип кейге килмәй торғанга хәтле белеүе бигерәк инде, — тип һөйләштек Яңылбикә апайым менән. — Бындай кешенең көсө-ҡөҙрәтенә нисек инанмайһың, ана, Батыргәрәйҙе йүнәлтергә бер тыны етте ләһә.
“Мөжәүир хәҙрәт” китабынан, Лира Яҡшыбаева.