Ғаилә йылы
1 Сентябрь 2024, 16:40

Йоҡлай алмаһаң

көслө дарыуға тиклем халыҡ ысулдарын ҡулланып ҡарарға була...

Укроп орлоғо

2 аш ҡалағы орлоҡто ярты литр «Кагор»ға һалып, 1 сәғәт дауамында ҡайнаталар. Унан ошолай уҡ 1 сәғәт төнәтәләр. Төнәтмәне йоҡлар алдынан 2 аш ҡалағы эсеп ятырға. .

Бесәй үләне (валериана)

Был инде иң популяр ысул. 2 аш ҡалағы онталған бесәй үләненең онталған тамырының өҫтөнә 2 стакан ҡайнар һыу ҡой. Унан һүрән утта ярты сәғәт ҡайнат. Әҙер төнәтмәне термосҡа ҡойоп, 3-4 сәғәт (төнгөлөккә ҡалдырһаң, тағы ла яҡшыраҡ) төнәт. Төнәтмәне йоҡлар алдынан 1-2 аш ҡалағы эсергә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас