Ғаилә йылы
27 Август 2024, 06:00

Өс бәхет – өс ҡалҡан

Ташламаһын ине һис ҡасан!

Өс бәхет – өс ҡалҡанӨс бәхет – өс ҡалҡан
Өс бәхет – өс ҡалҡан

Ҡатын- ҡыҙ бәхете

Өс бәхеттән мәхрүм итмә, Хоҙай,

Сәләмәтлек - уның береһе.

Яҡты донъяларҙың матурлығын

Оҙон- оҙаҡ килә күрәһе.

Мөхәббәтте табыу – үҙе бәхет,

Эҙләй торғас йөҙҙәр, меңдәрҙән.

Тормош кәртәләрен емерергә

Алыр инем көстө кемдәрҙән?!

Бәхеттәрҙең өсөнсөһө- бала,

Сабый тыны йәнде иретә.

Ҡыҫҡа ғына беҙҙең ғүмерҙәрҙе

Дауамлы бер моңло йыр итә.

Өс бәхет – өс ҡалҡан

Ташламаһын ине һис ҡасан!

Г. Нуруткулова

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас