Ғаилә йылы
26 Август 2024, 10:55

Мерәҫтәр ниндәй көйгә бейей?

"Урам байрамы" хайран ҡалырлыҡ үтә бында

Мерәҫтә уҙған Урам байрамын һәр кем һоҡланып күҙәтеп бара. Бында ауцыл халҡының дәртен дә, сикһеҙ талантын да күҙәтәбеҙ. Ә инде ҡатын-ҡыҙҙарҙың "Шәл бәйләнемӘ көйөнә бейеүен ҡарап, халҡыбыҙҙың матур йыры иҫкә төштө.

Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
Шәлем түңәрәк түгел дә
Шәлем түңәрәк түгел.

 

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем.

 

Осоп барып һөйләшергә,
Осоп барып һөйләшергә,
Йәнем күбәләк түгел дә
Йәнем күбәләк түгел.

 

Ҡ у ш ы м т а.


Ҡара бәрәс тиреһе лә
Ҡара бәрәс тиреһе лә,
Ҡама булыр тиһеңме лә
Ҡама булыр тиһеңме?

 

Ҡ у ш ы м т а.


Һикереп төшөп бейегәндән,
Һикереп төшөп бейегәндән
Яҙыҡ булыр тиһеңме лә
Яҙыҡ булыр тиһеңме?

 

Ҡ у ш ы м т а:

Әннә-гиҙер, әннә-гиҙер генәйем дә
Әннә-гиҙер,әннә-гиҙер генәйем.

Мерәҫтәр ниндәй көйгә бейей?
Мерәҫтәр ниндәй көйгә бейей?
Мерәҫтәр ниндәй көйгә бейей?
Мерәҫтәр ниндәй көйгә бейей?
Мерәҫтәр ниндәй көйгә бейей?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас