Ғаилә йылы
11 Август 2024, 13:30

Нурсиә эш урынына йәһәтерәк үтеп китергә тырышты

Шулай ҙа хеҙмәттәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың мыҫҡыллы ҡарашын тойоп өлгөрҙө. Йәйгеһен дә, ҡышҡыһын да ҡалын итеп кейенеп йә шәлгә уранып йөрөгән Нурсиәнән барыһы ла көлә ине. Ә йылылыҡ тоймаған ҡатын бер ни ҙә эшләй алманы. Хужалары ла уны күптән ҡыуыр ине, сөнки был сәйер ҡатын барыһын да өркөтә, тик Нурсиә бик яҡшы хеҙмәткәр. Иң буталсыҡ финанс схемаларын да тик ул йырып сыға ала. Кис өйөнә ҡайтып аяҡтарына быйма, өҫтөнә ҡалын халат кейеп, ауыр пледҡа уранып ултырғас, Нурсиә уйҙарына бирелде. Юҡ, ул һәр саҡ ундай булманы. Уның да иҫ киткес сибәр саҡтары, сыңғырлатып көлөүе, килешле фигураһына арҡалары асыҡ булған күлдәк, бейек туфлиҙар кейеп йөрөгән сағы бар ине. Яратҡан, өҙөлөп һөйгән ире лә булды. Икәүләшеп һөйөшөп туя алмай йәшәгән кеүек инеләр.

Нурсиә эш урынына йәһәтерәк үтеп китергә тырыштыНурсиә эш урынына йәһәтерәк үтеп китергә тырышты
Нурсиә эш урынына йәһәтерәк үтеп китергә тырышты

Туңған йөрәкте иретер көс

Булған хәл

 

Тик Нурсиә генә һөйөү утында янғандыр күрәһең. Бер көн ирен үҙенең иң яҡын әхирәте менән тотто. Яланғас. “Ҡайһылай барыһы ла кинолағы кеүек төҫһөҙ һәм йәмһеҙ икән”,-тип уйлап ҡына өлгөрҙө ул.

Аңына килгәндә ире лә, йорто ла юҡ ине. Нурсиә үҙенең элекке фатирына ҡайтты. Шунан һуң өшөй башланы. Ире ундағы бар утты үҙе менән алып киткәндәй булды. Хыянаттан өшөгән йәне тәнен дә боҙға әйләндерҙе.

Нурсиәнең ауыр уйҙарын бесәй мыяулауы бүлде. Балкондан сыға ине тауыш. Сыҡты ла аптырап ҡалды. Йолҡош бесәй үҙ телендә илай ғына! Нурсиә уны йыуындырып, таҙартып алды. Мыраубай менән йәшәүе күңеллерәк булып ҡалды. Төндә ҡалын юрған аҫтында дер ҡалтыраған Нурсиәгә һыйынып килеп ятҡан бесәй үҙ телендә әкиәттәр һөйләй башлай. Ҡатын тыныслана, йылына һәм йоҡлап китә.

Бер көн Мыраубайы юғалды. Нурсиә уны эҙләп урамға сыҡты. Ҡараһа, ниндәйҙер ир бесәйен тотоп алған, уныһы аҡыра ғына. Ҡатын йүгереп барып ирҙҙе этеп ебәрҙе. “Теймәгеҙ минең бесәйемә, ыҙалатмағыҙ!” Ир аптырап китте. Нурсиә тағы әллә нимәләр әйтә башлағайны, тегеһе көлә башланы. Ир: “Бесәйегеҙ ҙә үҙегеҙгә оҡшаған. Бағанаға менеп төшә алмай ултырған ерҙән ҡотҡарҙым, ә ҡулдарымды, битемде тырнап бөттө”,-тине.

Нурсиә шул саҡ ҡына уның яраларына иғтибар итте һәм уңайһыҙланып китте. Ирҙе фатирына яраларын ҡарарға саҡырҙы. Шуныһы ҡыҙыҡ, Вадим унан ике ҡатҡа аҫта йәшәгән икән. ә бер-береһен күрмәгәндәр ҙә. Бергәләшеп күңелле генә итеп сәй эсеп алдылар. Вадимды Нурсиәнең ҡат-ҡат кейенеп алыуы ла өркөтмәне, ҡурҡытманы.

Бер ай үткәс, Мыраубайҙың Мыраубикә булыуы асыҡланды. Ул әсәй булырға йыйынып аҡыра башлағас, Нурсиә Вадимды саҡырҙы. Икәүләшеп таңға тиклем 3 бесәй балаһын яҡты донъяға ҡабул итте. Һәм ун йыл эшләү дәүерендә фирманың иң кәрәкле һәм шәп финансисы, барыһы ла ҡат-ҡат кейенеп йөрөгән өсөн өнәмәгән, көлгән Нурсиә эшкә сыҡманы. Хужалары: “Икенсе урын табып ҡуйһа, уны юғалтырға ярамай, миңә тимәһә юрғанға уранып эшләмәгәнме”,-тип ҡуйҙы. Нурсиәһеҙ күп эш туҡтап ҡалғас, хеҙмәткәрҙәргә лә эш күп эләкте. Уларҙың ләстит сәйнәргә генә түгел, ә сәй һуғырға ла ваҡыты ҡалманы. Тиҙҙән Нурсиәнең отпускыға киткәне асыҡланды. Нисәмә йыл ял итмәй эшләгән ҡатындың был ҡылығы тағы нығыраҡ аптыратты. “Сыҡһа булды инде, бөтөнләй ял юҡ бит. Кем белгән уның шул тиклем эште бер үҙе алып барғанын”,-тип бышылдашты ҡатын-ҡыҙҙар.

Бер айҙан офисҡа килеп ингән сибәр ҡатынды барыһы ла үрә баҫып ҡаршы алды. Тулҡын-тулҡын сәстәре нәҙекәй биленә тиклем төшөп тора. Ышаныслы аҙымдарҙан бейек үксәле туфлиҙары ялт-йолт килә. Нурсиә йылмайып баш ҡағып, хужаларына инеп китте. “Ебәрмәйем, юҡ, мин һеҙҙе ебрәмәйем! Тағы ике йыллыҡ отпускағыҙ бар, шуларҙы алығыҙ. Эш хаҡығыҙҙы арттырам”,-тигән тауыш ишетелеп ҡалды.

Нурсиә ғорур баҫып, ҡасандыр үҙен өшөтөп үлтерә яҙған урындан сығып китте. Уны ғаиләһе – Вадим һәм Мыраубикә көтә. Ә ирегән һәм ялҡынланып янған йөрәге аҫтында тағы бер йән тибә ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас