Ғаилә йылы
9 Август 2024, 10:25

Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Бикбирҙина

Миңлеғәле һәм Кәримә Кәримовтарҙың уңған ғаиләһендә, бойҙай бөртөгөндәй бер бөртөк ҡыҙ, ағаларына иркәләп кенә буй еткерә. Бәләкәйҙән үҙ маҡсатына ынтылыусан, тырыш була. Атаһына эйәреп бал ҡорто ҡарашһынмы, баҫыуҙа әсәһе менән сөгөлдөр утаһынмы, ағаларынан ҡалмай машина, мотоцикл йөрөтһөнмө – һәр саҡ алдынғы була...

Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы БикбирҙинаШәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Бикбирҙина
Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Бикбирҙина

Хеҙмәттә лә, тормошта ла – гел алда

Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Бикбирҙина Күгәрсен районы Түләбәй ауылында донъяға килгән. Миңлеғәле һәм Кәримә Кәримовтарҙың уңған ғаиләһендә, бойҙай бөртөгөндәй бер бөртөк ҡыҙ, ағаларына иркәләп кенә буй еткерә. Бәләкәйҙән үҙ маҡсатына ынтылыусан, тырыш була. Атаһына эйәреп бал ҡорто ҡарашһынмы, баҫыуҙа әсәһе менән сөгөлдөр утаһынмы, ағаларынан ҡалмай машина, мотоцикл йөрөтһөнмө – һәр саҡ алдынғы була.

Мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен үҙләштерә. Яҙмыш елдәре, Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙын, данлыҡлы “Һәүәнәк” совхозының Билал ауылы бүлексәһенә дәүләт практикаһы үтергә килгәндә, йәш белгес - мал врачы, Ишбулат Рәфҡәт улы Бикбирҙин менән осраштырып-ҡауыштыра. Йәштәр Билал ауылында төпләнеп хеҙмәт юлын башлай

Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы Билал ауыл советында секретарь вазифаһында байтаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә. Ауыл Советына күп тапҡыр депутат итеп һайлана. Тырыш, йәш белгестәрҙе ауыл халҡы күтәреп ала. Татыу ғаилә өс балаға ғүмер бирә. Комсомол ауылына күсеп ҡайтып, өй һалып ихлас донъя көтөргә ине лә бит, юҡ шул...

Тормош елдәре аяһыҙ... Ата-әсәһе, ҡәйнәһе бер-бер артлы вафат була. Ҡара ҡайғыларға һалып тормош иптәше, Ишбулат Рәфҡәт улы ла мәңгелек донъяға күсә. Әммә Шәүрә апай килгән ауырлыҡтарға бирешмәй, донъя йөгөн яңғыҙы тартып балаларын аяҡҡа баҫтыра. Иң өлкәндәре Гөлнара Сибай ҡалаһында донъя көтә, ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған юғары категориялы белгес-педагог. Илдус - атаһының юлын һайлап, мал врачы һөнәрен үҙләштереп, төп йортта донъя көтә. Иң кеселәре Салауат – механик, Билал ауылында ҙур, матур йорт һалып сыға, эшҡыуар. Совхоз бөткәс, ауылда ла эш бөтә. Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы юғалып ҡалмай, ике улы Илдус һәм Салауат менән үҙ эшен асып, халыҡтан һөт йыя башлай. Шулай итеп, ғаилә бизнесына нигеҙ һалына. Билал ауылында совхоздың буш торған бинаны алып, һөт һыуытыу аппаратын ултыртып, Күгиҙел, Билал, Һәмән, Өмөтбай, Баймырҙа ауылы халҡынан һөт йыйыуҙы ойоштора. Халыҡ һөт тапшырып аҡса эшләй башлай. Шулай итеп, Баймаҡ районында Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы ауыл хужалығы тармағы буйынса беренсе эшҡыуар була. Уның эшен юғары баһалайҙар һәм үрнәк алырға саҡыралар. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында райондың ауыл советтары рәйестәренең күсмә кәңәшмәһе үтә, Өфөнән дә белгестәр килеп эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, республика гәзиттәре яҙып сыға, БСТ телевидениеһы тапшырыу эшләй.

Эшҡыуар булып эшләү дәүерендә мәсеткә хәйриә ярҙамынан утын, Ололар көнөнә, Яңы йыл, балалар көнө һәм башҡа байрамдарҙа бағыусы булып матди ярҙам күрһәтә. Тырыш хеҙмәте менән халыҡтың абруйын, хөрмәтен яулай.

Бөгөн Шәүрә Миңлеғәле ҡыҙы балаларына һөйөклө әсәй, килен-кейәүҙәренә аҡыллы ҡәйнә, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләсәренә яратҡан өләсәй-ҡартәсәй.

Шәүрә апай тормош яратыусы, оҫта ҡуллы ағинәй. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт көтә, күпләп мал аҫрай, балаҫ һуға, матур ҡорама түшәк-ҡаралты эшләй. Буш ваҡыты бөтөнләй ҙә юҡ, замандан артта ҡалмаҫҡа тип, компьютерҙы ла өйрәнеп, интернет селтәренән мәғлүмәттәр менән таныша, белемен арттыра. Халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары – ҡаҡ, бауырһаҡ, талҡан-ҡороттоң төрлөһөн, буҙаны телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй.  Балалары ҡайтыуға тәмле аш-һыуын әҙерләп көтөп кенә тора. Бына ошондай инәйҙәр бар саҡта тыуған төйәгебеҙҙең сағыу биҙәктәре бер ҡасан да һүрелмәҫ. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын да билдәләгән хөрмәтле ағинәйгә иң яҡты һәм иң яҡшы көндәр генә теләйбеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас