Ғаилә йылы
1 Август 2024, 04:45

Ул – урмансылар династияһынан

Илдар Рахманғолов - бар ғүмерен урманға арнаған шәхес. Шунда тыуып, шунда үҫкән һәм шунда уҡ йәшәй, тиһәк бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Уның күңел һандығы ла тәбиғәткә булған һөйөү менән тулы. Һәр ағастың, урман йәнлектәрҙең бар нескәлектәрен, уларҙың серҙәрен белә, тиһәк тағы ла дөрөҫөрәк булыр. Урман хужаһы – “Баймаҡ урмансылығы”  дәүләт ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Илдар Әхәт улы Рахманғоловты “Һаҡмар” ҡунағы”на саҡырып, бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

Ул – урмансылар династияһынанУл – урмансылар династияһынан
Ул – урмансылар династияһынан

Илдар Рахманғолов - бар ғүмерен урманға арнаған шәхес. Шунда тыуып, шунда үҫкән һәм шунда уҡ йәшәй, тиһәк бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Уның күңел һандығы ла тәбиғәткә булған һөйөү менән тулы. Һәр ағастың, урман йәнлектәрҙең бар нескәлектәрен, уларҙың серҙәрен белә, тиһәк тағы ла дөрөҫөрәк булыр. Урман хужаһы – “Баймаҡ урмансылығы”  дәүләт ҡаҙна учреждениеһы начальнигы Илдар Әхәт улы Рахманғоловты “Һаҡмар” ҡунағы”на саҡырып, бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

  • Илдар Әхәт улы, урманға һөйөү һеҙҙә ҡайҙан килә?

- Мин - урмансылар династияһынан. Әсәйем менән атайым да урман хужалығында эшләне. Әсәйем – ашнаҡсы, ә атайым производство мастеры, һуңынан лесничий ярҙамсыһы, аҙаҡтан лесничий булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт итте. Шулай уҡ әсәйемдең атаһы, ҡартатайым Рәшит Рәхимов та урмансы булған. Ул бер үҙе өс вазифала: тракторсы, водитель һәм урмансы булып эшләгән. Урмансылар ғаиләһендә тәрбиәләнгәс, шул мөхиттә йәшәгәс, мин дә уларҙың юлын дауам иттем. Һәм дөрөҫ юлды һайлағанмындыр, тип уйлайым. Урмансы булыуыма бер ҙә үкенмәйем. Өс йыл Икенсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы булдым. Ләкин урманды һағынып, кире үҙ эшемә ҡайттым.

- Тимәк, һеҙ бәләкәстән урмансы булырға ҡарар иткәнһегеҙ?

- Шулай килеп сыға инде. Үҙем Байым ауылында тыуып үҫһәм дә, миңә өс йәш булғанда ата-әсәйем Икенсе Этҡолға күсеп килгән. Ошонда уҡ мәктәпте тамамланым һәм Икенсе Этҡол урман хужалығына эшкә килдем. Көҙгөһөн иһә Өфө урман техникумына уҡырға индем. Ләкин мине икенсе йылына хәрби хеҙмәткә алдылар. Ике йылдан һуң уҡыуымды дауам итеп, ҡулыма диплом алып, кире тыуған ауылыма ҡайттым. 2012 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын ситтән тороп тамамланым. 5-се кластан беҙҙе йәш ағас үҫентеләре ултыртырға алып йөрөнөләр. Йәйгеһен бер нисә класташ егет менән урман эшенә бара торғайныҡ. Питомникта йәш үҫентеләрҙе тәрбиәләнек, ағас һирәгәйттек. Унан килгән аҡсаға мәктәпкә кәрәк-яраҡтары һатып ала инек.

- Тимәк, һеҙҙең күптән инде үҙ урманығыҙ үҫеп сыҡҡан?

- 34 йыл хеҙмәт стажымдың 31 йылы урман хужалығына бағышланған. Тимәк, шулай килеп сығалыр инде. Күберәк ҡарағай үҫентеләре ултыртабыҙ. Уҫаҡ, ҡайын ағастары әрһеҙ, уларҙы сәсергә лә кәрәкмәй. Шуныһын да өҫтәп әйтергә кәрәк, бөгөн һәр ағас иҫәпкә алына. Йәғни уларҙы ултыртҡандан алып махсус программаға индереп, теркәп ҡуябыҙ.

- Ағас – ағас булып үҫеп етһен өсөн нисә йыл талап ителә?

- Ғәҙәттә, төҙөлөш эштәренә өлгөргән ағастарҙы ҡулланалар. Шуға күрә лә уларға күп ваҡыт талап ителә: ҡарағайға – 81, уҫаҡҡа – 50, ҡайынға - 60-70 йыл.

- Беҙҙең төбәктә һирәк осрай торған ниндәй ағастар бар?

- Имән менән йүкә. Улар Крепостной участкаһы урмансылығында ғына үҫә. Шулай уҡ ҡарама, тирәк, ерек кеүек ағастар ҙа һирәк осрай.

- Үҫентеләрҙе ҡайҙан алаһығыҙ?

- Ике йыллыҡ йәш үҫентеләрҙе Темәс һәм Этҡол участкаһындағы питомниктарҙа үҫтерәбеҙ. Баймаҡта иһә теплицала уларҙы айырым һауыттарға ултыртып, ябыҡ система менән тәрбиәләп алабыҙ. Уларҙы бер йылдан ултыртырға мөмкин. Ғөмүмән, беҙ йылдан-йыл әкренләп ошо ысулға күсә барабыҙ. Сөнки был алым менән ултыртылған үҫентеләр ныҡ булып үҫә һәм тиҙ яраҡлаша. Бынан тыш, урманды ҡуртымға алыусылар ҙа үҙҙәренең питомниктарында һәм теплицаларында үҫентеләр үҫтерә.

- Ағастарҙы диләнкәләргә кемдәр ултырта?

- Беҙҙең ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм урманды ҡуртымға алыусылар.

- Урманды һаҡлау буйынса ниндәй проблемалар бар һәм уларҙы нисек хәл итәһегеҙ?

- Был тәңгәлдә проблемалар етерлек. Мәҫәлән, йыл да урман янғындары булып тора. Был үҙе үк тәбиғәтебеҙгә ҙур зыян килтерә. Шуға күрә лә уҡыусылар, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Үҙем Баймаҡ урмансылығы биләмәһендә янғындарҙы һүндереү бүлексәһе етәксеһе лә булып торам. Беҙҙә халыҡ берҙәм бит ул. Урман янғыны була ҡалһа, дәррәү күтәрелеп сығалар. Шуның өсөн дә баймаҡтарға ҙур рәхмәтлемен. Был - бер. Икенсенән, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар осрай. Бының менән улар урман фондына ҙур зыян килтерә. Тотолған осраҡта уларға енәйәт эше асыла һәм ҙур суммала штраф һалына. Һуңғы ваҡытта урман ҡануниәтен боҙоусылар кәмене. Халыҡ аңлай башланы, тип әйтергә мөмкин. Әгәр кемдер диләнкә алырға теләй икән, Баймаҡ урмансылығына мөрәжәғәт итһен.   

- Йәнлектәр донъяһы һеҙгә танышмы?

- Йәнлектәрҙең өйө юҡ инде, урманда йәшәйҙәр. Ләкин һәр өйөрҙөң үҙ биләмәһе, үҙ ҡануны. Яңылыш ҡына барып инеп китһәң, мәҫәлән, айыу, төрлө тауыш бирә. Эт булып та өрә, ағастарҙы һындыра башлай. Һуңғы ваҡытта беҙҙең яҡта айыуҙар артты. Күрше район, төбәктәрҙә булған урман янғындарынан һуң улар беҙҙең яҡҡа күпләп күсенде. Шулай уҡ бүреләр, ҡыр сусҡалары ла күп. Төлкөләрҙе әйтеп тораһы ла түгел. Бынан тыш беҙҙең яҡтарҙа һуйыр, ҡор, урман күгәрсене, сел кеүек ҡоштар ҙа күп.

- Уларға һунар иткәнегеҙ бармы?

- Һунар билетым булһа ла, ул ойошмала торһам да бер тапҡыр ҙа һунар иткәнем булманы. Хатта ҡорал да алманым. Хәҙер ун йыл тирәһе була инде билетымды тапшырғаныма. Йәнлектәрҙе нисек атмаҡ кәрәк? Улар ҙа бит йән эйәһе. Быға ҡулым күтәрелмәй. Ағастарҙы ла ҡырҡыр алдынан: “Ағасым, кәрәккәнгә ҡырҡам, бисмиллаһи”, - тип уларҙан рөхсәт һорарға кәрәк, тип беҙҙе өлкәндәр өйрәтте. Сөнки ағастарҙың да йәне бар. Уларға ла ихтирам менән ҡарарға кәрәк. Үҫентеләрҙе ултыртҡас та, яратып тәрбиәләһәң генә үҫеп китә бит. Мәҫәлән, сәскәләр, гөлдәр ҙә айырым иғтибар талап итә. Бында ла шуның кеүек. Дөрөҫөн әйткәндә, урманды яратмаған кеше беҙҙең өлкәлә эшләй алмай.

- Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе һеҙҙә нисек ҡуйылған?

- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр урман хужалығына килергә ашҡынып тормай. Махсус уҡыу йортон тамамлаһалар ҙа, эш хаҡының күләмен белеп, икенсе тармаҡты һайлайҙар. Ләкин был проблеманы хәл итеү буйынса эш алып барабыҙ. Йомаш, Беренсе Этҡол һәм ҡаланың 2-се мәктәбендә “Урмансылар мәктәбе” эшләй. Улар менән төрлө практик дәрестәр, күнекмәләр, семинарҙар үткәрәбеҙ. Улар беҙҙең менән урман эшенә, тәбиғәтте яратырға өйрәнә. Былтыр Йомаштан бер уҡыусы йүнәлтмә менән Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инде. Уның беҙгә эшкә ҡайтыуын көтәбеҙ.

- Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?

- Тәбиғәт ҡосағында. Ысынлап әйтәм, миңә бер ниндәй диңгеҙ ҙә, ял йорттары ла кәрәкмәй. Йылғаһы йәки күле булған урман эргәһен һайлап алабыҙ ҙа ғаиләм менән шунда саф һауала ял итәбеҙ. Тормош иптәшем Әлфирә Хөсәйен ҡыҙы ла, улым Айсар ҙа тәбиғәттә булырға ярата. Улым менән бергә балыҡ ҡармаҡлайбыҙ, һыу инәбеҙ. Беҙҙең өсөн иң ҙур ял шул.

- Улығыҙ ҙа һеҙҙең династияны дауам итерме икән?

- Айсар улым да урман менән ҡыҙыҡһына. Тәбиғәтте өйрәнә, йәнлектәр донъяһы менән ҡыҙыҡһына. Бәлки, ҡарашын үҙгәртер, тип башҡа һөнәр тураһында әйтеп ҡарайбыҙ. Юҡ, әлегә ул бары тик урмансы ғына булырға хыяллана. Бәлки, үҫә килә ҡарашы үҙгәрер.

- Буш ваҡыттарында яратып башҡарған шөғөлөгөҙ бармы?

- Һуңғы йылдарҙа ағасты һырлап, төрлө биҙәктәр һалып, мебель, башҡа төр әйберҙәр эшләү менән мауыға башланым. Бының өсөн махсус ҡоролмалар ҙа һатып алдым. Өҫтәл, эскәмйәләр, гардин кеүек әйберҙәр эшләнем.

- Илдар Әхәт улы, һеҙҙең урманға, тыуған илебеҙгә ҡарата булған һөйөү, тоғролоҡ һаҡлау һоҡланыу тыуҙыра. Һеҙгә сәләмәтлек, ғаилә именлеге, урман һағында булған фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас