Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
26 Июль , 20:40

Әҙәм балаһының хистәре үҙгәреп тора

Тауҙар мәғрур. Улар ел-дауылды сабыр үткәрә. Тау итәгендә әҙәм ышыҡ эҙләй. Ул ышыҡты мин тыуған ерҙән ситтәрәк таптым шул...– Урал тауҙары сабыр, – тине Мырҙағол, уның ҡарашы уйсанланды. – Һине бынан, апай, бик иртә алып киткәндәр шул. Күп нәмә иҫеңдән юйылған. Ләкин был тауҙар һине нисек итеп, ҡалайтып алып киткәндәрен күргән. Һинекен генә түгел... Нисәмә быуат башҡорт тормошона шаһиттар. Быуындар килә-китә, ә тауҙар меңәр йыл тора. Кешеләрҙән алда иң беренсе улар иртәнге ҡояшты сәләмләй, ә кисен иң аҙаҡҡы булып оҙата. Башҡортто ла шулай һаҡлағандар. Урыҫ һалдаттары баш күтәргән башҡорттарҙы язаларға, үлтерергә килһә, халыҡ тауҙар араһына ҡасҡан. Ағастарҙы ҡырҡып һирәгәйткәндәр, ә тауҙарҙы әлегә улайта алмайҙар... Тауҙарҙың тамырҙары тәрәнерәк.

Әҙәм балаһының хистәре үҙгәреп тора
Әҙәм балаһының хистәре үҙгәреп тора

Матур тауым – Ямантауым... (хикәйә). Фәрзәнә Аҡбулатова

Марианна, һиңә хат алып килгәндәр! – тип ҡысҡырҙы күршеһе Дилором әбей

– Балаҡайҙарым яҙғандыр. Хәҙер ҡарармын. – Йорт эштәре менән булышҡан икенсе әбей күршеһенә ҡул ғына һелтәне. – Һал шунда.

Дилором әбей ярһыбыраҡ өндәште.

– Ниндәй эш, ти тағы? Һиңә ул хатты ҡунаҡтар алып килде!

– Ҡунаҡтар? – Марианна әбей һағайҙы, һыулы ҡулын таҫтамалға һөртә-һөртә ҡапҡа яғынан ыңғайланы. Ҡара төҫтәге еңел машина эргәһендә йәш кенә бер ҡыҙ һәм ҡалын кәүҙәле ир-ат баҫып тора ине.

– Дилором, кемдәр улар? Балаларым иҫән-һаумы икән?

Әбейҙең тауышы ҡалтырап сыҡты.

– Тыныслан! Былар хәбәрселәр. Дүшәнбенең үҙенән, һуғыш йылдары балаларын эҙләйҙәр икән. Һин бит һуғыш осоро балаһы.

– Һуң, уныһы яңылыҡ түгел инде! Үҙеңә лә әллә нисә ҡат һөйләгәнем булды. Уға ҡалһа, һин дә һуғыш мәлендә тыуғанһың.

– Эйе, мине лә һуғыш осоро балаһы, тиергә була. Тик һинән өс йәшкә кесерәкмен. Шуғамы икән, минең менән ҡыҙыҡһынманылар. Һине генә һорашалар.

Марианна әбей ҡапҡаны асып, ҡунаҡтарға ҡулын болғаны.

– Тормағыҙ асыҡ урында, эҫе ҡабыр! Инегеҙ ихатаға!

Тегеләр менән күрешкәндән һуң, үҙе беренсе булып һорау бирҙе.

– Түңәрәк дата яҡынлашамы? Шундай мәлдәр етә башлаһа, беҙҙе иҫтәренә төшөрә торғандар. Ветерандар үлеп бөтөп бара... Ни хәл итәһең, ваҡыт берәүҙе лә аямай, һуғыш балалары беҙ ҙә ҡартайҙыҡ. Әле бер ер, әле икенсе ер һыҙлай.

– Һеҙгә зарланырға иртәрәк!

– Минең бабайым Иосиф Егорович та һуғыш осоро балаһы ине. Мәрхүмкәй. Мине ҡалдырып киткәненә быйыл ете йыл тула. Ул минән өлкәнерәк булғас, һуғыш йылдарын яҡшы хәтерләй торғайны. Мин бик асыҡ хәтерләмәйем.

– Марианна Даяновна, Һеҙ тыумышығыҙ менән ҡайһы яҡтыҡы?

– Ғүмер буйы Тажикстанда йәшәһәм дә, был яҡтыҡы түгелмен. Иосиф мәрхүмкәйем дә минең кеүек килмешәк. Ул Белоруссия яғынан ине. Яҙмыш осраштыра, яҙмыш йөрөтә әҙәм балаларын. Ғүмер Тажикстанда үтте. Насар йәшәмәнек. Үкенерлек түгел...

– Марианна Даяновна, үҙегеҙҙең ҡайһы яҡтан икәнегеҙҙе әйтһәгеҙсе?

– Рәсәйҙән инде, ҡайҙан булһын!

– Ҡайтҡанығыҙ юҡмы? Марианна әбей йәш иргә аптырап ҡарап торҙо. Нимә кәрәк баш ҡаланан килеп төшкән ҡунаҡҡа?

– Балалар йортона эләккәндә биш-алты йәштәрҙә генә инем. Кемгә ҡайтайым мин? Етемдең кемгә хәжәте бар? Эҙләткән дә, һорашҡан да кеше булманы.

– Әгәр ҙә булһа? – тине шул саҡ егет.

– Исемең кем, туғанҡай?

– Аркадий исемле, Дүшәнбенән....

Марианна әбей уны тыңлап бөтмәне.

– Бына нимә, Аркадий! Ҡарттарҙың да төрлөһө була, ләкин бөтәһе лә аҡылдан яҙған, тип уйларға ярамай. Тураһын әйтегеҙ, һеҙгә нимә кәрәк был ҡарсыҡтан? Унан дүрт яғығыҙ ҡибла. Минең әле баҡсала эшем күп.

– Марианна Даяновна, беҙ Рәсәйҙән бер хат алдыҡ. Мәрйәм Аҡбирҙина тигән кешене эҙләйҙәр.

– Мәрйәм...

Марианна әбейҙең ауыҙы асылып китте. Нисәмә тиҫтә йылдар уның үҙ исемен ишеткәне юҡ. Мәрйәм! Был бит уға мулла ҡушҡан исем. Хәҙер ят һәм сәйер тойолһа ла, үҙ исеме!

– Мәрйәм... – тип ҡабатланы ул ышанмаған төҫлө. Ирене дерелдәне.

– Мин бит әйттем! Мин бит әйттем! – тип шатланып ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙыҡай.

– Нимәне, балаҡай? – тип һораны Дилором әбей.

– Беҙҙә Рәсәй яғынан килгәндәр бар. Шуларҙың береһе Мәрйәм булырға тейеш, тип мин әйткәйнем!

Марианна әбей ҡапыл бөгөлгәндәй булды. Аркадий уны йәһәт кенә эләктереп алды. Һикегә алып барып ултыртты. Дилором әбей һыу һалынған кәсәне һуҙҙы.

– «Минең ысын исемем Мәрйәм ул», тип миңә лә әйткәне булды, – тине Дилором. – Нишләп мәрйәнең исеме Мәрйәм булһын инде, тип, әһәмиәт бирмәнем. Тимәк... Ысын булған икән!

– Мәрйә түгел мин! Күпме әйткәнем бар, – тине Марианна.

– Ну, һин бит Рәсәйҙән.

– Унда ла төрлө халыҡ йәшәй.

– Ҡайҙан һин? Хәтерләйһеңме?

– Ямантау, Ямантау... – тип ҡабатланы Марианна әбей. – Шул һүҙ генә иҫкә килә.

– Әйттем бит Башҡортостандан тип! – ҡыҙҙың тауышы тағы ла сағыуыраҡ ишетелде. – Бына, картала күрһәтелгән.

– Силәбе өлкәһенән дә булыуы ихтимал, Фатима, – тине Аркадий.

– Юҡҡа бәхәсләшмәгеҙ, балалар. Мин Башҡортостандан. Документта шулай теркәлгән. Ләкин бер сығып киткәндән, Башҡортостанда булғаным юҡ. Күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ямантау... Шул һүҙ иҫтә. Ҡалғаны томан эсендә. Мине эҙләйҙәр, тиһегеҙ инде? Был ҡарсыҡты кем эҙләргә тейеш?

Марианна әбей хат юлдарына күҙ һалды. Тоҡомбәтов Мырҙағол тигән ир-ат үҙенең Мәрйәм исемле апаһын эҙләй. Ләкин Марианнаның бер ниндәй ҙә ҡустыһы булманы. Ул әсәһенең яңғыҙ ҡыҙы ине. Өләсәһенең улдары булды. Улар барыһы ла фронтта ятып ҡалды.

– Минең ундай туғаным юҡ, – тип баш сайҡаны Марианна әбей. – Тимәк, Башҡортостандан бүтән берәүҙе эҙләйҙәрҙер...

Әбейҙең тауышы һүрелде.

– Һеҙ минең йөрәгемде телдегеҙ. Онотолған бала саҡҡа ҡайтҡандай булдым. Ә уны иҫләүе бер ҙә анһат түгел. Минең әсәйҙе төрмәгә алып киткән көндө хәтерләйем былай, бөтөнләй иҫемдән юйылмаған. Юҡ-юҡта хәтеремә килеп төшә. Шул саҡта үҙемде теге биш йәшлек бала хәлендә тоям. Бер туғаным юҡ, быныһын өҙөп әйтәм.

– Кире ҡағырға ашыҡмағыҙ, Марианна Даяновна! Мырҙағол тигән иптәш әсәйегеҙҙең улы була. Бына, иғтибар менән тыңлағыҙ: «Беҙҙең атайҙар башҡа. Минең әсәйем Миңлебикә атайыма 1948 йылда кейәүгә сыға. Тағы ла бер йылдан мин донъяға килгәнмен».

Марианна әбей ауыҙын асҡан килеш тора бирҙе. Шунан ҡалтыраған ҡулдар йәнә хатҡа һуҙылды. Ул күҙлеген ашыҡмай ғына кейҙе. Хатты уҡып сыҡҡас, йомарлап тотоп алды. Йомарлап тотто, сөнки был хаты уны ватаны, үткәне менән бәйләүсе еп ине. Ошо ептең осон юғалтыуҙан, өҙөлөүенән ҡурҡты.

– Был мөғжизә...

Шул һүҙҙе генә көткән тиерһең, ҡара сәсле ҡыҙыҡай уны ҡосаҡлап алды.

– Фатима, әллә һин нығыраҡ илайһың?

– Аркадий, оло кешене ҡыуандырҙыҡ бит!

Марианна әбей тынғылығын юғалтты. Ире Иосиф иҫән булһа, ҡалай ҡыуаныр ине. Бергәләшеп Башҡортостанға барып килерҙәр ине. Ире Иосиф та етем бала. Атаһы хәрби кеше була. Белоруссияға ебәрәләр. Шунда һуғыш эсендә ҡалып, атаһын да, әсәһен дә юғалта. Иосиф, меҫкен, үҙенең кемлеген белмәне. Улар икеһе лә балалар йортонда үҫтеләр. Студент йылдарында өйләнештеләр. Ике ул үҫтерҙеләр. Ләкин бер ҡасан да нәҫел-нәсәбен эҙләмәнеләр. Уларға шулай тыныс ине. Бала саҡ йөрәккә шул тиклем ҡаты йәрәхәт һалды. Иҫләй башлаһалар, шул йәрәхәт тотош ғүмерҙе телеп үткәндәй. Шуға ла иҫләмәнеләр ҙә, эҙләмәнеләр ҙә. Улар ике етем бер бөтөн ине, бер-береһенең хәлен тын алышынан белеп торҙолар. Етемдең кемгә кәрәге бар инде? Ҡайһы туғаныңа хәжәтһең? Ошо көнгә тиклем Марианна ла шулай тип уйлай ине. Ләкин бөгөн тормошонда нимәлер үҙгәрҙе. Иосиф ҡына был турала белмәй. Үкенес. Иосифтың вафатына ете йыл үтеп китте. Шулай татыу йәшәнеләр. Йөрәк сире менән ҡапыл ғына китеп барҙы иргенәһе. Ике улдары ситтә. Был яңылыҡҡа улар шатланыр, моғайын.

* * *

Марианна ныҡлы ҡарар ҡылды. Әле аяҡ йөрөгәндә тыуған яҡтарына ҡайтып килергә кәрәк. Әсәһенең ҡәберен барып күрер, исмаһам. Нисәнсе йылда вафат булды икән, бахырсыҡ? Мырҙағол был турала яҙмаған. Әсәһе, әсәкәйе...

Марианна атаһын бөтөнләй хәтерләмәй. Уны һуғыш башланыу менән фронтҡа алып китәләр. Шунан Минлебикә апай икенсе ауылға, үҙенең әсәһе янына, күсеп ҡайтты. Ул мәлдәрҙе Марианна әҙ-мәҙ иҫләй. Ауыл тауҙар менән уратып алынғайны. Бейек-бейек тауҙар. Бер көндө әсәһе уны яҡындағы тауға алып менде. Тирә-яҡ шул тиклем асыҡ күренә. Марианна ҡыуанып сәпәкәй итә.

– Әсәй, бынан бөтөн ер күренә, ивет?

Миңлебикә апай баш ҡаға.

– Ә нишләп атайым күренмәй?

– Берәй ваҡыт күренер.

– Тағы ла бейегерәк тауға менгәсме? Әсәй, иң бейек тау нисек атала? Ямантаумы?

– Нишләп Ямантау булһын, ти?

– Бөтөн дейеүҙәр шундай йәшәй бит. Өләсәйем шулай ти. Ә минең атайым әле дейеүҙәр үлтереп йөрөй.

– Дейеүҙән яман дошман бар, ҡыҙым. Атаң шуларҙы ҡыра.

– Ямантауға менгәс, уларға атайымды эҙләгәнде әйтермен. Дейеүҙәр асыуланмаҫ, ивет?

Әсәһе көнө-төнө эштә. Улар бик һирәк күрешә торғайны. Хәтирәләр тоноҡ. Ләкин әсәһен алып киткән саҡтары бөгөнгөләй күҙ алдында.

Әллә ниндәй уҫал ағайҙар өйҙө тентей, йәмһеҙ итеп аҡыралар. Уларҙың тауышынан хатта урындыҡта ауырып ятҡан өләсәһе тороп ултырған. Улар ҡысҡырған һайын өләсәһе тертләй һәм бәләкәсәйеп китә. Марианна өләсәһенең итәгенә йәбешкән. Ул үҙен алып сығып ырғытыуҙарынан ҡурҡа. Сөнки был уҫал ағайҙар өйҙәге бөтөн нәмәне тышҡа быраҡтыра. Яҫтыҡ, юрған...

Бер заман әсәһен алып инәләр.

– Балаҡайым, мине онотма!

– Әсәй, һин ҡайҙа китәһең?

– Алыҫҡа, балаҡайым, һин күрмәгән-белмәгән яҡтарға. Тиҙ генә күрешмәҫбеҙ. Балаҡайым, мин барыбер ҡайтырмын!

– Илама, әсәй! Мин иң бейек тау башына менермен. Ҡул болғармын! Һин мине гел күрерһең. Тик илама!

Әсәһе юҡ, ә ул һаман ҡысҡыра!

– Ямантауға менермен! Ҡул болғармын! Илама, әсәй!

Барып ҡайтырға кәрәк! Марианна ҡарсыҡ Дүшәнбелә йәшәгән Ренард улына шылтыратып, үҙен Мырҙағол атлы ҡустыһы эҙләткәнен әйтте. Аптыраны улыҡайы ла. Аптырамаҫлыҡ түгел шул бындай хәбәргә. Иртәгәһең үк ҡайтып төштө. Тик әсәһенең сәфәргә йыйыныуы ҡыуандырманы шикелле. Әсәһенең сәләмәтлеге өсөн борсола инде.

– Бик алыҫ юлға сығырға итәһең түгелме? Әсәй, Памир тауҙарымдан тыш, бер сәғәт тә тора алмайым, уларҙан бер ҡайҙа ла китәһем юҡ, ти торғайның.

– Унда ла тауҙар бар, улым. Кешеләрен онотоп бөтһәм дә, тауҙар барлығын яҡшы хәтерләйем. Шул тауҙар минең артабанғы яҙмышыма йоғонто яһаны. Шуға ла әсәйең тау ярата.

Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ҡайҙа эшкә китергә тигән һорау алға килеп баҫты. Иосиф менән өйләнешкәндәр ине инде.

– Иң бейек тауҙарға алып кит, – тине Марианна.

Бына шулай Памир яҡтарына килеп сыҡты улар. Ошонда мәктәптә эшләнеләр. Болғансыҡ йылдарҙа ла күсеп китмәнеләр. Улар өсөн Тажикстан үҙ ватандарына әүерелгәйне. Ҡайҙа китһә лә Марианна Памир тауҙарын һағынып ҡайта.

Бөгөн улы менән Урал тауҙарына юл алды улар.

* * *

Ҡаршы алыусыларҙың береһе әбейҙе ҡосаҡлап алды.

– Мин Мырҙағол ҡустың булам!

Икеһенең дә күҙе йәшкәҙәне.

– Шәп тораһыңмы ғүмерҙә лә күрмәгән ҡустым! – тигән булды Марианна.

– Күрмәгән генә түгел, әсәй, ә барлығын да белмәгән ҡустың бит, – тине Ринард.

– Мәрйәм апай, беҙҙе машина көтә.

«Мәрйәм, Мәрйәм...» тип ҡабатланы Марианна һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, баш сайҡаны. Тыуған ере, туғандары менән бәйләгән исем бит ул. Нисектер, сәйер ишетелгәндәй. Ренард улына ла ҡыҙыҡтыр, ул да йылмайып ҡуйҙы. Башҡортостанға, Өфө аэропортына килеп төшкәс, тынысланған һымаҡ ине. Ләкин уларҙы ҡаршы алған машина урман яҡтарына юл тотҡас, күгелйем тауҙар теҙмәһе күренгәс, тулҡынланыуы көсәйҙе. – Өләсәйемдең өйө бармы?

– Юҡ, Мәрйәм апай, ул иҫке йорт күптән һүтеп алынған. Урынында яңы йорт ҡуйғандар.

– Мырҙағол, туғанҡайым! – Марианна ҡустыһының арҡаһынан һыпырҙы. – Нишләп мине эҙләргә булып киттең? Беҙҙе бит бер нәмәлә бәйләмәй! Мин үҙем дә туғандарым барлығына һаман ышанып бөтә алмайым. Өйрәнә алмайым, тиемме...

– Эҙләй башлағанда, эштең ыңғай булырына ышанмай инем... Нисектер ярҙам итеүселәр табылды. Шулай китте лә китте. Әсәйем: «Шул балам ҡайҙа икән?» – тип һыҙлана торғайны. Шул баланы эҙләнем инде...

– Бала, тиһең... – Марианна йылмайған ыңғайға күҙҙәрен селт-селт йомоп алды. – Әбей, тип, күҙ алдына ла килтермәгәнһеңдер ҙә.

– Күҙ алдына килтермәһәм дә, нисә йәштә икәненде самалай инем, Мәрйәм апай.

– Эйе-е-е, беҙҙең йәш айырмаһы шаҡтай. Кем ине һинең атайың, Мырҙағол? Ҡасаныраҡ вафат булды? Әсәйемдән иртәрәкме?

– Бик иртә китте атайым. Ул һуғыштан сулаҡ булып, ауыр яралар менән ҡайта. Йәше лә арыу ғына булған. Ҡарт һалдат.

– Ҡарт һалдат? Тимәк, уны фронҡа үҙ ғаиләһе оҙатҡан булған.

Мырҙағол уйланып ултырҙы. Шунан баш ҡаҡты.

– Апай, уның ғаиләһе ҙур булған. Биш балаһы...

– Бишәү...

Марианна әбейҙең башы әйләнеп китте хатта. «Нисек әсәйем биш балалы иргә кейәүгә сыҡты икән?»

– Тик, – тип һүҙен дауам итте Мырҙағол, – улар барыһы ла ҡырыла. Аслыҡ йылында ағыулы башаҡ ашап, ҡатыны ла, балалары ла үлә. Атай, бахыр, бына шулай ҡороған нигеҙгә ҡайтып төшә. Унан әсәйҙе лә төрмәнән сығаралар. Ике бәхетһеҙ йән ҡауыша. Береһенең аяҡтар йөрөмәй, береһе һыңар ҡул.

– Әсәйем...

– Боҙло һыуҙа ағас ташып, һыуыҡ тейҙереп, бик ыҙаланы. Бер нисә йылдан йөрөй алмай башлай. Бына шулай беҙ күмәкләп ҡараныҡ әсәйҙе.

– Йә, Хоҙай! – тип әсенеп өндәште Марианна. – Ҡалай бәхетһеҙ йән эйәһе булған...

Ренард борсола төштө.

– Әсәй, тыныслан.

– Беҙ бик һәйбәт йәшәнек. Әсәйем ҡәҙерле булды, – тине Мырҙағол. – Киленең дә асыҡ кеше. Әсәйемде хәтерләһәң, уға оҡшаған. Килен – ҡәйнә буҫағаһынан, тиҙәр бит.

– Һөйлә үҙеңдең ғаиләң тураһында.

* * *

Ҡунаҡтар килеп төшөүгә ҙур табын әҙерләнгәйне инде. Марианна үҙе менән күрешергә килгән ауылдаштарына алмаш-тилмәш диҡҡәт менән ҡараны. «Йөҙҙәре таныш та һымаҡ», тип уйланы. Үҙ уйынан үҙе көлдө. «Ҡайҙан улар – мине, мин уларҙы беләйем, ти, инде?..» Шунан күңелгә икенсерәк фекер ҡунды. «Ә йөҙ һыҙаттары ят түгел, сөнки улар минең ҡандаштарым бит... Тауыш моңо, интонацияһы, хәрәкәттәре – береһе лә ят түгел. Үҙемдеке. Шуны тоям». Ошоларҙы уйлағандан һуң, Марианнаға рәхәт булып китте. Ул улына ғорур ҡарап алды: «Бына әсәйеңдең тамырҙары, бына әсәйеңдең үткәне». Тәүге көн ауылдаштар, туған-тыумаса менән күрешеүҙәр, осрашыуҙар булараҡ үтеп тә китте. Иртәгәһен Мырҙағол менән әсәләренең ҡәберенә зыярат ҡылдылар.

Ҡайтышлай Мәрйәм әбей тауҙар теҙмәһенән күҙен алманы. Тау араһынан нимәлер килеп сығыр, уны һағышлы уйҙарынан арындырыр кеүек ине. Ул мөғжизә көттө. Тик тауҙар ҡымшанманы. Бала саҡ кисерештәренән айырылырға кәрәк ине. Шуны аңлағандай, күк йөҙөн ҡапыл ғына болот ҡаплап алды. Баяғы сағыулыҡ тоноҡланды. Бала саҡ буяуҙары төҫһөҙләнде. Донъя күшекте...

– Апай, беҙҙең яҡҡа йәшәргә ҡайтҡың килмәйме?

– Мырҙағол ҡустым, мин йылы яҡты күптән үҙ иткәнмен. Унда буяҡтар сағыуыраҡ. Күк зәп-зәңгәр, Памирҙа тау баштарында ҡар ап-аҡ, күҙ сағыла. Унан бөтөн ерҙә сәскәләр. Быҙырайышып балҡыған сәскәләр. Мин сағыу төҫкә, ундағы сағыу нурға ғашиҡ. Күҙ ҡамаштырғыс төҫтәр!..

Мырҙағол, бәлки, бүтәнерәк һүҙ көткәндер. Ул шымтайҙы. Бүтән һүҙ ҡатманы. Быны аңлаған Марианна һүҙҙе икенсе төрлөрәк дауам итте.

– Әҙәм балаһының хистәре үҙгәреп тора. Тауҙар мәғрур. Улар ел-дауылды сабыр үткәрә. Тау итәгендә әҙәм ышыҡ эҙләй. Ул ышыҡты мин тыуған ерҙән ситтәрәк таптым шул...

– Урал тауҙары сабыр, – тине Мырҙағол, уның ҡарашы уйсанланды. – Һине бынан, апай, бик иртә алып киткәндәр шул. Күп нәмә иҫеңдән юйылған. Ләкин был тауҙар һине нисек итеп, ҡалайтып алып киткәндәрен күргән. Һинекен генә түгел... Нисәмә быуат башҡорт тормошона шаһиттар. Быуындар килә-китә, ә тауҙар меңәр йыл тора. Кешеләрҙән алда иң беренсе улар иртәнге ҡояшты сәләмләй, ә кисен иң аҙаҡҡы булып оҙата. Башҡортто ла шулай һаҡлағандар. Урыҫ һалдаттары баш күтәргән башҡорттарҙы язаларға, үлтерергә килһә, халыҡ тауҙар араһына ҡасҡан. Ағастарҙы ҡырҡып һирәгәйткәндәр, ә тауҙарҙы әлегә улайта алмайҙар... Тауҙарҙың тамырҙары тәрәнерәк.

– Тажикстанда тороп ҡалыуымдың тағы ла бер сәбәбе бар. Мин альпинист. Ғүмер буйы ирем менән тауҙар үрләнек. Бына шул булды беҙҙе берләштергән шөғөл.

– Шулай икән дә.... – Мырҙағол ысынлап тороп аптыраны. – Мәрйәм апай, мин һине ҡаяларға үрләргә саҡыра алмайым.

– Юҡ-юҡ, мин хәҙер ул йәштә түгелмен. Үҙ самамды беләм, – тип көлгән булды Марианна ҡарсыҡ. – Ләкин тирә-яҡ менән танышҡым килә.

– Аңланым. Бөгөн үк ҡайһы бер урындарҙы күрәсәкһең, апай.

Бына шулай уларҙы ултыртып йөрөткән машина бормалы юл буйлап елдерҙе. Марианна, арбалғандай, тирә-яҡтан ҡарашын айырып ала алманы. Йөҙө яҡтырғандан-яҡтыра ғына ине. Әсәһен күҙәтеп барған Ренард ҡәнәғәт тамаҡ ҡырҙы. Тыуған яҡ һауаһы шифаһылыр, әсәһе йәшәреп киткәндәй. Ә бит был яҡтарҙан айырылғанда уға ни бары дүрт-биш йәштәр тирәһе генә була... Борма-борма юлдар.

– Ниндәй матур тау! Үҙенә бер башҡа айырылып тора, – тине бер мәл Марианна ҡарсыҡ.

– Матурмы? – тип ҡабатлап һораны Мырҙағол.

– Матур! Матурҙың исеме лә матурҙыр.

– Исемеме? Ямантау булыр уның исеме.

Марианна апайҙың күҙҙәре түңәрәкләнде.

– Был атама һәр саҡ минең хәтеремдә. Гәрсә, күргәнем булмаһа ла! Өләсәйем Ямантау тураһында һөйләй торғайны, – тине ул, ниһайәт.

– Әле лә уның тураһында төрлө һүҙ йөрөй. Беҙ бәләкәй саҡта өлкәндәр Ямантауҙа яман көстәр, дейеү-пәрейҙәр бар. Улар тауға килгән мал-тыуарҙы ҡыра, тип һөйләй торғайны. Бала-сағаны ул яҡҡа барыуҙан ҡаты тыйҙылар, – Мырҙағол йылмайғандай итте.

– Ә минең өләсәмдең өс улы дейеүҙәр менән алышырға сығып китә. Әле ул саҡта мәктәпкә лә бармаған бәләкәс малайҙар! Өлкәндәр бер булып эҙләп, табып алып ҡайталар тегеләрҙе. Эләккәндер ата-әсәнән дә аҙаҡ. Ләкин улар Ямантау дейеүҙәре менән түгел, бөтөнләй икенсе яҡтан килгән дейеүҙәр менән алышып ҡорбан булдылар.

– Әсәй, ниндәй дейеүҙәр менән? Нишләп улар тураһында бер ҙә һөйләгәнең булманы? – тине Ренард.

Марианна ҡарсыҡ көрһөндө.

– Балалар йортонда үҫеп, бөтөн серҙе эскә йәшереп өйрәнгәнмен шул, улым. Бала саҡ хәтирәләрен мин мәңгелеккә күмгән һымаҡ инем.

– Ни өсөн, әсәй?

– Һорауыңа үҙең яуап бирерһең, тип уйлайым. Мин бер генә ваҡиғаны иҫкә төшөрәйем. Бер саҡ әсәйем менән ҡайҙандыр ҡырҙан ҡайтып киләбеҙ, киске эңергә ҡалғанбыҙ. Көтмәгәндә, айҙың тау башында эленеп торғанын күрҙем. «Айҙы тау тотҡан, айҙы кем ҡотҡарыр?» тием. «Юҡ, ул бит иң матур тауға белеп ҡунған, тауҙың тажы!» «Тау батшамы?» тип һораным. Быға тиклем бошонҡо килгән әсәм шундай рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе, «Эйе, ә тау-батшаның исеме Ямантау!» – тине, – Марианна иренен ҡымтып бер аҙ тын ултырҙы. – Был Ямантау тураһындағы мин белгән иң матур әкиәт... Иртәгәһен беҙҙең өйгә тентеү менән килделәр. Әсәйемде алып киттеләр. Бер ус башаҡ урлаған, тинеләр. Бурҙарға хөкөм ҡаты ине...

Мырҙағол ауыр итеп уфтанды.

– Һөйләгәне булды.

– Урындыҡта өләсәм ауырып ята, ашарға бер нәмә юҡ. Шунан бер көндө мине күршеләргә алып инделәр. Ишек ярығынан ғына ҡарап торам. Ҡарттар килде. Нимәнелер күтәреп алып сығалар. Оҙон ғына, юрғанмы-сепрәкме шунда. «Нишләп өләсәм нәмәләрҙе биреп сығарҙы икән? Беҙ хәҙер нимә ябынырбыҙ?» тип уйлайым. Баҡтиһәң, был ҡарттар – мәрхүм булған өләсәмде зыяратҡа алып китеүселәр...

Бәләкәс Мәрйәм күрше апайҙар ҡулына тороп ҡалды. Был апайҙың үҙенең генә лә биш-алты ыбыр-сыбыр балаһы. Уларҙың үҙҙәренә йүнле ашарға юҡ. Мәрйәм көндәр буйы ас ултыра торғайны. Әсе ҡара икмәк ауыҙға эләкһә, оло бәхет. Эйе, мысай ононан бешерелгән икмәк күптәрҙе ҡотҡарҙы заманында. Балалар йортонда тәү тапҡыр арыш икмәге ҡапҡас, Мәрйәм шатлығынан нишләргә белмәне. Ул сикһеҙ бәхетле ине. Балалар йортона эләгеүен бәхет тип ҡабул итте. Башта исемен икенсерәк итеп әйтеүҙәре сәйер тойолһа ла, ҡолаҡ тиҙ өйрәнде. Оло тәрбиәсе апайҙар дөрөҫ әйтәлер, исеме шулай булырға тейештер, тип уйланы. Мәрйәләр ыңғайына үҙе лә уларса һупалай башланы. Бер йылдан кемдәрҙер уның хәлен белешергә килде. Аҡ яулыҡ бәйләгән апай нимәлер һөйләй, һораша, ә ул ауыҙын асҡан килеш ултыра бирҙе. Туған телен онотҡайны инде ҡыҙыҡай. Силәбе балалар йортонда үҫте. СССР тигән ил ҙур ине, ул тыуған яҡтарҙан һаман алыҫҡараҡ китте. Тау артында тағы ла тау барлығын Марианна һуңғараҡ яҡшы аңланы.

– Был яҡтың тауҙарына мөкиббән киттең. Мин уныһын яҡшы күреп торам, – тине шаяртыу ҡатыш улы Ренард.

– Әсәйем көнө-төнө эштә булғас, ауырыу өләсәйем менән икәү генә ҡала инек. Ул әкиәттәр һөйләй торғайны. Шунан мин һорайым: «Тауҙар артында нимә бар? Һин һөйләгән әкиәт донъяһы шундамы? Әкиәттәр шунда йәшәйме? Унда ҡасан барабыҙ?» «Мин Урал тауҙары аша сыҡҡаным юҡ. Һин ҙурайғас, үҙең барып белерһең...» – ти торғайны мәрхүмкәй.

– Әсәй, ауыр булһа, һөйләмә.

– Хәтирәләр кисергәндәремдән ауыр түгел. Юғиһә, ошоғаса мин уларҙы йөкләп йөрөтә алмаҫ инем, балаҡайым.

* * *

Ауыл зыяратында булып ҡайтҡандан һуң, сәйер бер тынысланыу кисерҙе Марианна әбей. Әсәһе, өләсәһе рухына үҙе белгән доғаһын уҡыны. «Мин оҙон ғүмерле булдым, ҡәҙерлеләрем. Һеҙҙең был донъяла йәшәгән йәшегеҙҙе күптән уҙып киткәнмен икән дә баһа. Эйе, йәш хисабынан ҡараған саҡта был донъялағы тәжрибәм ҙурыраҡтыр ҙа, ләкин үҙемде һеҙҙең сабыйығыҙ итеп тоям. Шул тойғоно кисереү миңә рәхәтлек бирә. Миңә ҡусты бүләк иткәнең өсөн рәхмәт һиңә, әсәй. Туғанлыҡ хисе уянды миндә. Күпме ғүмер шуны белмәй йәшәлгән! Кеше был тойғонан тыш бик меҫкен. Гүйә, донъяның буяуҙарын күреүҙән мәхрүм һуҡыр шикелле. Мин бөгөн иҫ китмәле баймын!»

Ҡарт әсәләге үҙгәреште тойған улы шулай тип ҡуйҙы.

– Тыуған яғыңдың һауаһы, ысынлап та, килеште! Күҙҙәрең осҡонланып китте, әсәй.

– Ошо тыныс кистә минең күҙҙәге осҡондо күрә алғас, шәп, улым! – тине ҡарт әсә ҡәнәғәт тауыш менән. – Үҙемдең тамырлы, ватанлы икәнемде тойоу рухымды терелтте. Тормошомдоң үҙем белмәгән йәки күрергә теләмәгән яҡтары асылды. Улыҡайым, атайыңдың тыуған яҡтарын табырға ине. Ҡалай рухы шатланасаҡ! Бына шундай уйға килдем әле мин бөгөн.

– Хәлдән килгәнде эшләрбеҙ, – тине Ренард.

– Беҙҙе мәктәп йылдарында: илдә бер генә халыҡ – совет берлеге буласаҡ, тип тылҡып үҫтерҙеләр. Тәрбиәселәребеҙ, уҡытыусыларыбыҙ даими шулай тип торғас, беҙ балаларға нимә ҡала? Бер һүҙһеҙ шулай булырына ышандыҡ. Хатта шул көндөң тиҙерәк етерен теләнек. Ә бөгөн мин Башҡортостанға ҡайтып, туған-тыумасамды күреп-танышып, әсәйемдең ҡәберенә зыярат ҡылып, ҡандашарымдың миңә нисек өндәшкәнен ишетеп, үҙемде иң бәхетле кеше итеп тоям. Исемемдең матурлығын белеп китәм!

– Эйе, һинең исем матур, әсәй.

– Ҡарасәле, шулай тип әйтеүең генә булды, ана, болот араһынан ялт итеп ай килеп тә сыҡты!

– Тажикстандағы айыбыҙҙан айырыламы ул? Нисек һинең ҡарамаҡҡа? – улы шаян йылмайып яуап көтә. Ниндәй яуап ишеткеһе килә икән?

– Улым, мин бер төш күрҙем.

– Төш?

– Эйе, уны элек тә күргәнем бар ине. Ә бөгөн тағы ла асығыраҡ итеп күрҙем. Мин бәләкәй генә бала, имеш. Ямантауға ҡарап торам. Тау башына ай килеп ҡунды. Шунан тау башында бер һын хасил булды. Мин уның өләсәйем икәнен хәҙер яҡшы беләм. «Өләсәй, һин нисек Ямантауға мендең? Унда менергә ярамай бит? Яманлығы тейер, үлтерер!» «Яман түгел ул, Мәрйәмем. Минең бер балама ла яманлығы теймәне. Уландарымды бүтәндәр үлтерҙе. Ямантауҙың әҙәм балалары өсөн һыҙланыуы яман. Был айҙы тотоп торорлоҡ хәлем бар. Ул аҙашҡандарҙың юлын яҡтыртыр». «Матур тауым – Ямантауым! Ысҡындырма, тотоп торсо түңәрәк айҙы, ярҙам ит өләсәмә. Мин менеп еткәнсе ысҡындыра күрмә! Беҙҙең өләсәм менән көткән кешеләребеҙ бик күп!» Мин ашығып-ашығып тауға үрләйем. Яҡтылыҡҡа ынтылам. Өләсәйем үҙе айға әйләнә. Үткәнебеҙҙә беҙ ҡалдырып киткән кешеләр яҡтылыҡ булып ҡала. Тышҡы яҡтылыҡтан тыш, эске яҡтылыҡ кәрәк. Берәүгә лә әйтмәһәм дә, зарланмаһам да, шул нурҙы һағынып йәшәнем. Мин яуап бирә алдыммы икән һиңә, улым?

Әсәһен тын да алмай тыңлаған Ренард яуап бирмәне. Дөрөҫөрәге, яуап урынына тамағына тыйылған төйөрҙө генә йотто.

* * *

Аҙна һиҙҙермәй генә үтте лә китте. Ләкин кисерештәр бер ғүмергә бәрәбәр ине. Мәрйәм әбей ата-бабалары төйәк иткән ерҙән үҙе оя ҡорған яҡҡа тулы күңел менән китәсәк, һөйөү менән тулы күңел буш була алмай. Мырҙағол ҡустыһын тау менән сағыштырҙы. «Тауҙар һаҡсылар шикелле. Улар был саф тәбиғәтте, саф күңелле кешеләрҙе һаҡлап уратып баҫҡандар, – тип уйланы ҡатын. – Ауылым, халҡым йәшәр».

– Мырҙағол ҡустым, инде һинең сират. Ғаиләң менән ҡунаҡҡа көтәбеҙ. Көтәсәкбеҙ.

– Буяуҙарға бай, буяуҙары сағыу төйәгеңде күрһәтмәксеһеңме? – тип көлгән булды Мырҙағол. – Тырышырбыҙ, апай.

Ҡапыл томан төштө. Марианна ҡарашы менән томан аша күрә ине, ул туймаҫтай булып, тирә-йүнде байҡаны.

– Эй, балҡыу ҙа һуң был донъя!..

– Томан бит, әсәй.

– Күңел күҙенә томан оронсоҡ түгел, – тине әсә уйсан ғына.

Улының башына барып етте: «Әсәйем бит ошо томан эсенән күрә балҡыулыҡты. Ватан төҫөн...»

Тау ҡасмай. Тау сабыр. Тау уйсан. Тау аҡыллы. Тау тәрән тамырлы. Тау кеше ғүмеренә үлсәм. Кеше генә түгел, халыҡ ғүмеренең үлсәме.

Һәр кемдең менер үҙ үлсәме, үҙ бейеклеге булырға тейеш. Ул шул бейеклеккә менеп етмәйенсә, туҡталырға хаҡы юҡ. Памир тауҙарына Марианна гел шулай үрләй торғайны. Иң шәп альпинист булараҡ, күпме маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр алды. Урал тауҙарына ул менмәне. Ғүмере буйы хәтерендә тотҡан Ямантауға яҡын килмәне! Ләкин ул иң ҙур бейеклекте яулағанын аңланы. Был бейеклекте халыҡ ғүмере менән генә үлсәп булалыр...

* * *

Дүшәнбе аэропортына килеп төшкәс, нишләптер, ҙур көҙгө ҡаршыһында туҡтап ҡалды. Ҡапыл ҡасандыр ишеткән юлдар иҫкә килеп төштө: «Ҡашыңды төймә, көҙгө, һин бит ни бары минең сағылыш ҡына...»

Көҙгө йылмайҙы. Бына шулай. Мәрйәмгә һинең эргәңдән күп тапҡырҙар үтергә яҙһын. Йылмайып оҙат һәм йылмайып ҡаршыла. Уны Уралтау яғына оҙат һәм бер саҡ ул әйләнеп ҡайтмаһа, турһайма, ҡарайма. Донъяла күп нәмә онталғанын, ярсыҡланғанын беләһеңдер. Ләкин үҙ ватанын тапҡандар онталмай, һин Мәрйәмдең үҙ бөтөнлөгөн тапҡанын аңларһың. Ләкин ер тетрәп, үҙең онталғанға ҡәҙәр йылмайыуҙан туҡтама! Һин ватанлы!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: